Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып ултыра. Дөйөм хаҡы 600 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән төҙөлөш ике этапта алып барылып, былтыр ноябрҙә мәктәптең 300 урынлыҡ тәүге өлөшө тапшырылғайны. Тиҙҙән, 1 сентябрҙә, белем усағының 950 уҡыусыға иҫәпләнгән төп корпусы үҙ ишектәрен асасаҡ.Йылдан-йыл киңәйеп, халҡы арта барған Нуғай ҡасабаһы өсөн яңы мәктәп күптән көнүҙәккә әйләнгән мәсьәлә булды. 147-се мәктәптең быға тиклем ҡулланылған бинаһы уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөп тапшырылған. Ҡыҫынҡы бүлмәләр, тар коридорҙар, ике сменала уҡытыу, әлбиттә, белем һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлеген әллә ни киң ҡолас менән алып барырға мөмкинлек бирмәгән. Һәм бына, ниһайәт, ҡасаба халҡының, балаларҙың, уҡытыусылар коллективының оло ҡыуанысы булып күркәм мәктәп ҡалҡып сыҡты.
Белем усағы директоры Наталья Силина ҙур ихласлыҡ менән мәктәп һәм биләмә буйлап “сәйәхәткә” саҡырҙы. Бинаның һәр ҡаты үҙенсәлекле биҙәлгән, төҫтәр гаммаһы бик уңышлы ҡулланылған. “Биҙәү эштәре ваҡытында төҙөүселәр һәр нәмәне беҙҙең менән кәңәшләшеп башҡарҙы. Баланы дәрес ваҡытында ла, тәнәфестә лә, ашханала ла йәмле, йылы мөхит уратып алырға тейеш, тигән маҡсатты алға ҡуйҙыҡ”, – ти Наталья Михайловна.
Ысынлап та, бындағы матурлыҡты, уңайлы шарттарҙы яҙып та, һөйләп тә бөтөрлөк түгел. Уҡыу бүлмәләре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 504 урынға иҫәпләнгән тантаналар залы, 320 урынлыҡ ашхана, ике спорт залы зауыҡ менән биҙәлгән, барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. Мәктәп биләмәһендә волейбол, баскетбол, футбол майҙансыҡтары, йүгереү юлы, балалар өсөн уйын урындары буласаҡ. “Төҙөлөш проектына ярашлы мәктәп биләмәһендә малсылыҡ участкаһы ла ҡаралған. Унда ҡош-ҡорт үрсетеү менән шөғөлләнергә уйыбыҙ бар. Был, берҙән, хеҙмәт тәрбиәһе алып барырға мөмкинлек бирһә, икенсенән, балаларҙы йәнле, тәбиғи мөхиткә яҡыныраҡ итәсәк”, – ти директор ханым.
Яңы белем усағында Нуғайҙан тыш, күрше Жилино, Зинино ҡасабалары балалары ла белем аласаҡ. Һәр класта кәм тигәндә дүрт-биш параллель булдырып, яҡын арала уҡыусылар һанын тейешле кимәлгә еткереү күҙаллана. Уҡытыусылар менән тәьмин ителеш йәһәтенән дә ауырлыҡтар юҡ, тип билдәләне етәксе.
Беҙ мәктәп менән танышҡан арала Өфө ҡалаһының Октябрь районы мәғариф бүлеге начальнигы Алена Михайловна Одинцова ла килеп етте. “Яңы белем усағына беҙ шатланабыҙ, беҙҙән бигерәк уҡыусылар ҡыуана”, – тине ул. “Ысынлап та, эргә-тирәләге балалар көн һайын килеп, нимәләр эшләнеүен ҡарап китәләр, ә мәктәбебеҙ әкиәттәгеләй көндән-көн матурая, тирә-яғы күҙгә күренеп төҙөкләнә. Бының өсөн төҙөүселәргә һәм етәкселеккә рәхмәтебеҙ сикһеҙ”, – тип уның һүҙҙәрен ҡеүәтләне директор Наталья Силина.
Өфө ҡалаһының “Эстра” йәмғиәте күләмле төҙөлөштө ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, әммә сифатлы башҡарыуҙы бурыс итеп алған. Мәҫәлән, мәктәптең төп корпусын төҙөүгә ғинуар айында ғына тотонғандар. “Төҙөүселәребеҙ ял һәм байрам көндәрендә лә туҡтамай эшләне. Әле күреүегеҙсә, төҙөлөш тамамланыуға бара. 1 сентябрҙә мәктәп биләмәһе балаларҙың шат тауышына күмелһә, хеҙмәтебеҙ өсөн иң ҙур баһа шул буласаҡ”, – ти участка начальнигы Илгиҙәр Зиннуров.
Белем көнөндә бында ете 1-се класҡа 175 уҡыусы киләсәк һәм тәүге ҡыңғырау сыңы уларҙы яҡты, матур мәктәпкә ғилем киңлектәрен айҡарға саҡырасаҡ.