“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”10.08.2018
“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу мөмкин түгел. Дөйөм алғанда, шуны ғына әйтергә мөмкин: башҡорт шиғриәтенең төп тасуир даирәһе, моғайын, баҡыйлыҡ менән фанилыҡ, рухи ҡибла, мөхәббәт, матурлыҡ, яҡшылыҡ менән яуызлыҡ төшөнсәләрелер. Телгә алынған фәлсәфәүи төшөнсәләргә, дөрөҫ, ғалимдар ҙа, ғилми тикшеренеүҙәр ҙә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Ә шағирҙар эҙләнә лә эҙләнә.

“... Шиғриәт ул үҙе иҫке нәмә, һәр бер йөрәк уны яңырта”, тип шағир һүҙҙәрен үҙгәртеп әйткәндә, нисәмә быуаттар, хатта меңәр йыллыҡтар буйы әҙәби ижадты үҙ күреүсе кешеләр шиғырға һалмаған күңел кисерештәре йәки күренеш, төшөнсәләр бармы икән? Батырлыҡ, бахырлыҡ, матурлыҡ, ил-төйәк, ер-һыу, тәбиғәт, йыһан – былар һәм башҡа сикһеҙ донъя, сикләнгән әйләнә-тирә, хис-тойғолар йырланып бөткән кеүек. Әммә һәр кеше ергә бер генә тыуа. Һоҡланғыс һәм һыҙландырғыс йәшәйеште һәр кем үҙенсә күреп, үҙе өсөн тәү тапҡыр асып, шуларға үҙ мөнәсәбәтен белдерергә ынтыла. Йәшәүҙең тәбиғи олпат мәңгелеге һәм тәбиғи сабыйлығы – кеше зиһенен һәм күңелен тетрәндергән иң серле мөғжизәләрҙең береһелер.
Билдәле шағирә Факиһа Туғыҙбаеваның Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Һайланма әҫәрҙәр”енең тәүге томын ҡулға алғас, нәҡ ошондай фекерҙәр солғап ала ла инде. Киң диапазонлы, образлы фекерле Факиһа Туғыҙбаеваның шиғриәте – ХХ быуаттың икенсе яртыһы, ХХI быуаттың башындағы башҡорт әҙәбиәтенең мәртәбәле күренеше ул.
Беҙ замандашым Факиһа Туғыҙбаева менән бына ярты быуат инде йәнәш һуҡмаҡтарҙан атлайбыҙ. Салауат педучилищеһында уҡыған­да уҡ шиғырҙар яҙып маташҡан сағымда, төркөмөбөҙҙөң алыштырғыһыҙ старостаһы Римма Миңнеғолова (ул Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылынан ине) үҙенең Факиһа Нафи­ҡова тигән класташының да шиғырҙар яҙыуын әйткәйне. Ул әле туғыҙынсы класта уҡый, киләһе йыл, бәлки, бында Салауатҡа уҡырға килер, тип һөйләгәйне. Мин Факиһаға хат яҙып һалдым. Ул бер нисә шиғырын яҙып яуап бирҙе һәм беҙҙең танышлыҡ ана шул алтмышынсы йылдар уртаһында уҡ башланып китте.
Ҡап-ҡара ғына сәсенә ап-аҡ бантик таҡҡан, мәктәп формаһы кейгән фотоһын ебәрҙе. Мин уны әле лә һаҡлайым. Әммә Факиһа урта мәктәпте тамамлағас, мин уны нисек кенә Салауатта көтһәм дә, унда килмәне, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инде. Ә БДУ үҙе үк республикабыҙҙа иҫ киткес шәп профессионалдар әҙерләй торған иң мәртәбәле кадрҙар тимерлеге бит инде. Унда уны, моғайын, ғәжәп ғилми һәм мәҙәни мөхит солғап алғандыр.
Бер осор хат яҙышыуҙар туҡтап торһа ла, йәшлек әхирәтем һәм ҡәләмдәшемдең ижадын күҙәтеп, уның университетты тамамлағас Өфөлә эшкә ҡалыуына хәбәрҙар булып торҙом. Үҙем иһә Стәрлетамаҡ пединститутында уҡып алып киттем. Ә йылдар үтеп, Өфөгә килеп төпләнеп, “Ленинсы” – “Ленинец” гәзитендә эшләй башлағас, беҙ Факиһа менән яҡындан аралашып киттек. Матбу­ғат йортоноң оҙон коридорҙары осондағы тәҙрә төбөнә ултырып, бер-беребеҙгә шиғырҙар уҡышыу көндәлек ғәҙәткә инеп китте. Тәүге китаптарыбыҙ ҙа бер ҡыйыҡта донъя күрҙе.
Нескә лирика, рухлы граж­данлыҡ шиғырҙары яҙыу оҫтаһы Факиһа Туғыҙбаева тиҫтәләгән китаптар авторы, маһир ижадсы булып танылыу алды. Ижады Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Уға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” исеме бирелде. Лирик шиғырҙар менән бер рәттән әҙибә поэмалар яҙҙы. Мин поэмаларҙы прозалағы роман, музыкалағы симфония менән рәттән ҡуям. Был эпик жанрҙағы әҫәрҙәр тотош дәүерҙе үҙ эсенә алған фәлсәфәле фекер, лиро-эпик киң ҡоласлылыҡ талап итә.
Факиһа Туғыҙбаева – уйсан шағирә ул, донъяға маңлай күҙе менән дә, күңел күҙе менән дә текләп ҡарай белгән, һәр матурлыҡ йә хәсрәтле күренеште зиһене аша үткәрергә һәләтле шәхес.
Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар
Төн алдынан ятҡан һиллектә.
Уйҙарымды тарта моңһоу шәфәҡ,
Һүнә-һүнә алыҫ киңлектә, –
тип яҙа шағирә үҙенең бер шиғырында.
Әлбиттә, йәшәү барышында хәсрәткә лә, һағышҡа ла, бәхет-шатлыҡтарға ла тарымау мөмкин түгел. Бигерәк тә шағир кеше өсөн. Билдәле ки, ижадсы кеше күңеле һәм зиһенендә яралған кисерештәренән һүҙ сәнғәте ижад иткәндә, булмышының эске мөмкинлектәрен эксплуатациялап йәшәй. Бик үк еңел һөнәр түгел, әлбиттә, шағирлыҡ. Туған тел – ни бары кисерештәреңә генә таянып, юҡтан бар ҡылыу, тик фиҙакәр талантлыларҙың ғына һәләтенән килә торған шөғөл.
Халыҡтың асылын мәҙәниәт билдәләй. Ә мәҙәниәттең иң бейек күрһәткесе – тел сәнғәте, әҙәбиәт. Милләттең иң ҙур ҡиммәте лә – тел һәм рухиәт. Шиғриәттәге миллилек – этнография ғына түгел, аң һәм художестволы фекер күрһәткесе лә бит. Был юҫыҡтан сығып ҡарағанда, шағирә Факиһа Туғыҙбаеваның шиғриәте – милләтебеҙҙең интеллект кимәлен һәм әҙәби образдар үҙенсәлеген сағылдырған сағыу ижад, тип баһаланырға хаҡлы. “Йондоҙ сәйләненән йондоҙло шәл” бәйләргә һәләтле шағирә. Шиғриәт шундай бер жанр инде, тик шағирҙар ғына күрә һәм ышандыра алған тасуири шиғыр уҡыусыларҙы ла романтик кисерештәргә әйҙәй.
Быуаттарҙан килер быуаттарға
Китеп бараһың һин, Аҡмулла.
Ә арбаңдан милләт балалары
Төшә бара, төшә аҡ юлға.
Әҙибәнең “Һайланма әҫәрҙәр”енең 1, 2-се томдарында ла ана шундай аҡ юлға әйҙәүсе илаһиәт һәм рухиәт ярылып ята. Бындай китап шағирҙың ғүмерендә бер генә тапҡыр донъя күрә. Шуға ла уны мотлаҡ ҡулығыҙға төшөрөп ҡалһағыҙ ине, милләттәштәрем!


Вернуться назад