“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт10.08.2018
“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов үҙенсәлекле эш тәҡдим иткән. “Хеҙмәттәшлек километрҙары” тип аталған проект тырышып уҡыған һәм үҙен төрлө яҡлап күрһәткән студенттарға Рәсәй буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирә.
Атап әйткәндә, белем алыусы төрлө өлкәлә ыңғай баһа алып, үҙенә балдар йыя һәм ошо балдарҙы саҡрымдарға һала. Мәҫәлән, 500 бал йыйған Стәрлетамаҡ студенты Ҡазанға ял итергә бара ала – юл сығымдары проект иҫәбенә ҡаплана. Татарстандың баш ҡалаһында иһә уға әлеге проектҡа ҡушылған уҡыу йорто ятаҡта бушлай урын бирә. Тимәк, хеҙмәттәшлек вуз-ара бәйләнеш булдырыуҙа ла отошло.
Романға был идея түләүле төркөмдәрҙә белем алған һабаҡташтары хаҡында уйланған мәлдә килгән.
– Түләп уҡығандар вуздың йәмғиәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтмәй, уҡыу буйынса ла яуаплылыҡ тойоп бармай, сөнки улар ата-әсәһенә ярҙам итеп, уҡыуға түләр өсөн үҙҙәре эшкә урынлаша. Был проект иһә төрлө яҡлап өлгө күрһәтергә, йәштәрҙе әүҙемләштерергә мөмкинлек бирә, – ти иҡтисад факультеты студенты Роман Баязитов.
Филиалдың студенттары ғына түгел, абитуриенттары ла сәйәхәт программаларын булдырыуҙа бик әүҙем икән. Мәҫәлән, Элина Сөйәрғолова Башҡортостан буйынса сәйәхәт итергә теләүселәр өсөн мобиль ҡушымта уйлап тапҡан. “Көньяҡ Урал ынйылары” тип аталған ҡушымтала йылға-күлдәр, тауҙар, мәмерйәләр, урман-яландар хаҡында мәғлүмәт урынлаштырылған.
Әйткәндәй, быға тиклем Башҡорт дәүләт аграр университеты йәштәре лә асыштары менән дан алған ине – бер төркөм студенттар туңдырманың үҙенсәлекле төрөн уйлап тапҡан.
Имтихан, тәжрибә, практика... Ошондай мәлдәрҙә ғәҙәттә кешелек өсөн мөһим асыштар яһала. Шуға йәштәрҙең башланғыстарын үҫтереп, шарттар тыуҙырып тороу зарур.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.