Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы булып тыуыр кәрәк тигән һүҙҙәр был һөнәрҙең мәртәбәһен генә арттырып ҡалмай, ә тотош булмышын билдәләй.Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм бигерәк тә балаларҙы яратыу – быларҙың барыһы ла оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбендә эшләгән Гөлсинә Мөхәмәтғәлинаға хас. Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән бар уҡыусыларҙың да күңелен иретер көскә эйә педагогтың хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу. 1993 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлап, хеҙмәт юлын ҡаланың 8-се мәктәбендә башлай. Башҡорт һәм рус кластарында ғына түгел, хатта башланғыс класс уҡыусыларына ла Гөлсинә Нуриман ҡыҙы башҡорт теле серҙәрен өйрәтә. Бала саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ Гөлсинә Мөхәмәтғәлинаның һәр дәресе ижади эҙләнеүе, төплө белем биреүе менән айырылып тора. Талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыны балалар ҙа үҙ итә, дәрестәрен көтөп ала. Тырышлыҡ та бушҡа китмәй: уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә призлы урын яулай, ҡала олимпиадаларында ғына түгел, республикала юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исеменә уҙғарылған ижад бәйгеһендә тиһеңме, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы булһынмы, Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһаһындармы – уҡыусылары һынатмай.
Ысынлап та, йәш быуынға төплө белем биреү өсөн педагог көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. 2012 йылда республика буйынса уҙғарылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” төбәк конкурсында “Һөнәргә тоғролоҡ” номинацияһында билдәләнһә, күптән түгел 50 меңлек грант алды. Йәш быуында туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә оло яуаплылыҡ тойған мөғәллимә яңынан-яңы методик алымдар ҡуллана, заманса технологияларҙы үҙ итә. “Заман уҡытыусыһы – ул бер үк ваҡытта үҙ фәнен төплө белгән педагог та, психолог та, артис та. Шунһыҙ уҡыусыларҙа телгә ҡарата һөйөү, халыҡ йолаларына, яҙыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкин түгел”, – ти ул. Тәжрибәле уҡытыусы яратҡан эшенә бар күңелен һалһа, уҡыусыларына ғүмерлеккә хәтергә ҡалырлыҡ дәрестәр бирә. Шуныһы һөйөнөслө: тормош иптәше Хәлит Азат улы ла ошо уҡ мәктәптә тарих фәнен уҡыта. Бер-береһенә терәк булып, бер-береһен аңлап, ярҙам ҡулы һуҙып эшләгән Мөхәмәтғәлиндарҙың ғаиләһендә улдары Айгиз менән ҡыҙҙары Илүзә тәрбиәләнә.
Гөлсинә Нуриман ҡыҙы уҡыусылары менән төрлө ерҙәргә походтарға бара, тәбиғәт ҡосағына сыға. Әйткәндәй, Мөхәмәтғәлиндар ғаиләһе Башҡортостандың хозур тәбиғәте буйлап йыш сәйәхәт итә. Яҙын Ағиҙел буйлап кәмәлә ағып төшһөндәрме йә булмаһа Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Мораҙым тарлауығына, мәғрур Ирәндек, Ҡырҡты тауҙарына артылһындармы, Ирәмәлде яулаһындармы – барыһына ла өлгөрә улар. Спортты яратыуҙары, сәләмәт тормош алып барыуҙары ла күптәргә өлгө.
Бөгөнгө көндә бар мөмкинлектәргә эйә булған, интернетты яулаған мәктәп уҡыусыһының яратҡан уҡытыусыһы булыу еңел түгел, сөнки нимәнелер талап итеүҙән алда иң тәүҙә үҙеңә өлгө күрһәтеү шарт. “Уҡыусыларыңдың күңеленә асҡыс табып, уларҙа үҙ фәнеңә ҡарата һөйөү, ышаныс тәрбиәләй алаһың икән, тимәк, һин был һөнәрҙе һайлап яңылышмағанһың”, – ти әңгәмәсем.
Сибай ҡалаһы.