“Ете ҡыҙ театры” еңеү яуланы10.08.2018
“Ете ҡыҙ театры” еңеү яуланыСалауат башҡорт драма театрының тарихы тураһында “Ете ҡыҙ театры” фильмы Benicia Film Festival кинофестивалендә (Бениш, Калифорния, АҠШ) еңеү яуланы. Дипломдан тыш, еңеүсегә аҡсалата сертификат тапшырылды.
Режиссер Кирстен Гайнеттың ижади эше “Best Art in Film” (“Сәнғәт тураһында иң яҡшы фильм”) номина­цияһында иң яҡшыһы тип табылды. Был тәьҫирле фильм — беҙҙең өсөн ҙур табыш, ти ойоштороусылар.
– Мин фильмды фестивалгә ебәреүҙе туҡтатам һәм, уны тыуған республикамдың тамашасылары ҡараһын өсөн 1 сентябрҙә ин­тернетҡа һалам, – тип хәбәр итте Кирстен Гайнет. – Эшебеҙҙең һө­ҙөмтәләренә бик шатмын. Бер йыл эсендә фильм ун наградаға лайыҡ булды, 23 фестивалдә (Ҡазан, Һиндостан, Төркиә, АҠШ) ҡатнашты. Финанс ярҙамынан тыш, башҡорт театрының тарихы тураһында төшөрөлгән фильм сит ил һәм Рәсәй кинотамашасылары өсөн бик әһәмиәтле булды.
Кирстен Гайнет (Ғәйнетдинова) – режиссер, продюсер һәм оператор. Истанбулда йәшәй. “Ете ҡыҙ театры” фильмы сюжетының нигеҙендә – һуғышты кисергән, ҡыйыу һәм талантлы актрисаларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә һаҡлап алып ҡалынған Салауат театрының тарихы. Режиссер фильм өҫтөндә ике йылдан ашыу эшләгән. Кадр артындағы текст авторы – режиссерҙың туғаны Эвита Гайнет.


Вернуться назад