Марс Нуриевтең исеме әҙәбиәт донъяһында китап уҡыусыға прозаик та, шағир ҙа, публицист булараҡ та яҡшы таныш. Нисек кенә булмаһын, уҡыусы күңелен яулап алыр өсөн прозала ла, шиғриәттә лә, публицистикала ла ниндәйҙер бер эске яңылыҡ, новаторлыҡ булырға тейештер. Марс Нуриев әҫәрҙәрендә бындай һыҙаттар күҙгә бәрелә – реаль тормоштоң дөрөҫ яҡтыртылыуы, ваҡиғалар солғанышы, ябай хеҙмәт кешеләренең яҙмышы һ.б. Яҙыусының “Быуат ҡанатында” исемле яңы романы XIX быуат аҙағынан алып XX быуат башына тиклемге дәүерҙә барған ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Халыҡтың тарихи яҙмышы, әхлаҡи йөҙө, социаль-иҡтисади хәле – барыһы ла тетрәндергес итеп һүрәтләнә, уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, үҙенә йәлеп итә. Әҙип ябай хеҙмәт кешеләрен үҙәккә ҡуя, һоҡланыуын белдерә, уларҙан рухи көс таба, әхлаҡи матурлыҡ эҙләй.
Әҫәрҙә төп ваҡиғалар ағышы Урал тау буйҙарында – Башҡортостан киңлектәрендә барһа ла, персонаждар Азия, Европа яҡтарына ла барып сыға, Себер, Чечня тарафтарына юлыға. Улар, баштарына ниндәй генә ауырлыҡ төшһә лә, еңеп сығырға тырыша. Марс Нуриев дүрт быуын егеттәре: Ғәлиәкбәр, Сынтимер, Алмас, Йыһангирҙең яҙмыштары миҫалында быуаттың төрлө осорҙарында кешелектең проблемаларын күрһәтә. Бандитлыҡ, хыянат, алдау, көсләү, үлтереү, бер-береңде һатыу, ғәҙелһеҙлек кеүек кире күренештәр фашлана.
Авторҙың яҙыу стиле бик үҙенсәлекле. Ул тәбиғәтте һүрәтләү, сағыштырыу, метафора һ.б. тел сараларына мөрәжәғәт итмәйенсә, сюжеттың тиҙ үҫтерелешенә төп иғтибарын йүнәлтә. Шуға ла ваҡиғалар үҫеше бик тиҙ алышына.
Дөйөмләштереп әйткәндә, әҫәрҙә үткән быуаттың да, бөгөнгө замананың да үҙәккә үткес төп проблемалары сағыла.
Марс Нуриевтең милләт, шәхес азатлығы, халыҡ, бәхет идеялары менән һуғарылған өр-яңы романы китап уҡыусыла фекер уятыр, ҡыҙыҡһындырыр, китап кәштәһен тулыландырыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Яңы китапты нәшриәттең сайтына заказ ҡалдырып та (http://www.kitap-ufa.ru), фирма магазинына килеп тә (Октябрь проспекты, 2) һатып алырға мөмкин. Ул Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында баҫтырылды.