Туғандаш халыҡтар илсеһе01.08.2018
Роберт Миңнуллиндың ижады йәшәүгә көс өҫтәй

Туғандаш халыҡтар илсеһеРоберт беҙҙең уртаҡ һуҡмаҡҡа ниндәйҙер серле көстәр йоғонтоһонда, урау юлдар үтеп аяҡ баҫты. Уның биографияһы менән ҡыҙыҡһынғандар бының нисек булғанын да, сәбәбен дә яҡшы беләлер, моғайын. “Бер нәмә лә Аллаһ Тәғәләнең ихтыярынан тыш башҡарылмай” тиҙәр, шуға күрә уҡыусыны шул хәл-ваҡиғаларҙың асылына бер аҙ төшөндөрөп китәйек.


Ауыл халҡы әүәл-әүәлдән ошо ерҙә, биләмәлә йәшәгәндәрҙе туғанылай күреп өйрәнгән, ситтән килгәндәрҙе ҡабул итмәгәндәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта һәр йортҡа инеп, теге йәки был хужабикәнең, әбей-һәбейҙең ҡайҙан килеүен һорашһаң, эргәңдә райондың барлыҡ ауылдарынан, хатта бүтән төбәктәрҙән сыҡҡан кешеләрҙең йәшәүенә инанырһың.
Шәжәрәбеҙгә күҙ һалғанда ла ошо фекер раҫланған кеүек. Район ауылдарының бик борон, тиҫтә быуын элек ошо ерҙә йәшәгән бер туғандарҙың исемен йөрөтөүе иғтибарҙы йәлеп итә. Роберт менән уртаҡ нәҫел ептәребеҙ тап шул дәүерҙә айырылып киткән. Кәләште иһә алыҫ ауылдарҙан әйттергәндәр, сөнки был сәләмәтлек кенә түгел, тыныс тормош нигеҙе лә булған.
Әсәйемдең атаһы Ҡәнзелғилем мулла менән Роберттың әсәһе яғынан ҡартатаһы Ғәбделкирам Исәмәт ауылында йәшәгән. Болалы дәүер булған ул. Граждандар һуғышы барған, революция башлыҡтары өҙлөкһөҙ тәжрибәләрен үткәргән. Ул осорҙағы хәл-шарттар хәҙер мәғлүм түгел, ниндәйҙер риүәйәттәр йөрөһә лә, уларҙы ысын булған ваҡиға итеп ҡабул итә алмайбыҙ. Шуға күрә төрлө ғазап-михнәтте сабыр үткәргән атай-әсәйҙәребеҙ тәрбиәләгәнсә дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ. Әсәйҙәребеҙ иһә бер мәктәптә уҡыған, әхирәт булғандар шикелле. Роберттыҡын балалар йортона алып киткәс, айырылған уларҙың юлдары. Әсәйем менән осрашҡанда Роберт ихлас һөйләшә торғайны. Асылда яҡын туғандар йәки рухи фекерҙәштәр генә шулай аралаша алалыр.
Мәктәптә төрлө хәлдәр булды, әммә Роберттың башҡаларҙан айырылып торған ҡылығы хәтерҙә ҡалмаған. Һәр ҡайһыбыҙ кеүек, ул да ябай ауыл малайы, әммә тынысыраҡ һәм уйсаныраҡ ине. Уларҙың класы беҙгә күрше булды. Бик тыныс уҡый, әммә йыр дәресе башланыу менән йәнләнеп китәләр ине. Роберт дүрт йыл дауамында яратҡан уҡытыусыбыҙ Мөғәллимә апайҙың музыка класына йөрөнө. Унда балаларҙың һәр береһе тиерлек гармунда уйнай, матур йырлай. Стена аша яңғыраған моң әле лә ҡолаҡта сыңлағандай. Геройыбыҙ күңелендә махсус лирикаға нигеҙ, минеңсә, тап шул йылдарҙа һалынғандыр. Ғәҙәттә, йөрәк түҙгеһеҙ ҙур ғазап кисереп йәки күктәр ҡушыуы буйынса шағир булып китәләр. Робертҡа килгәндә иһә, уларҙың икеһенә лә урын барҙыр.
Ҡарабаш һабантуйында Роберт менән осрашыуым хәтерҙә. Ул күптән түгел генә мәктәпте тамамлағайны шикелле, тағы ла күрештек. Беҙҙең яҡтарға килеүенең сәбәбе Ҡарабаш һылыуы булғандыр, моғайын. Хатта уның кем икәнлеген дә күҙаллайым. Нимә тураһында һөйләшкәнебеҙҙе онотмайым. Ул миңә художество училищеһында уҡыуҙы дауам итергә кәңәш бирҙе, ошо өлкәләге һәләттәремде баһаланы, үҙемә ышанысымды арттырҙы. Әле иһә Робертты йүнәлеш биргән остаздарымдың береһе тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
Яҙмыш ҡушҡандыр инде, беҙҙең урындағы юғары мәктәп ҡабул итмәне уны (һөҙөмтәлә барыбыҙ ҙа күп нәмәнән мәхрүм ҡалдыҡ). Мин илебеҙҙең баш ҡалаһына уҡырға киттем, юлдарыбыҙ оҙаҡҡа айырылды. Һәр ҡайһыбыҙ изге ниәт менән ижади хеҙмәткә тотондоҡ. Ул, философ һәм шағир булараҡ, киңерәк офоҡтарҙы, бейеклектәрҙе яулап, бер мәл камиллыҡтың иң юғары нөктәһенә етте һәм яҡташтарының күңеленә илһам, дәрт өҫтәй башланы. Мин иһә йәшәйеште күркәмләндереү, төҙөк­ләндереү юлына баҫтым.
Роберттың иңенә тормош ауырлыҡтары артығы менән төштө. Яңғыҙ әсә тәрбиәһендә ҡалған биш бала атайһыҙлыҡтың йәбер-михнәтен күп татыны. Йәшәү мәғәнәһенең тәрәнлеген бик иртә аңлауы ла тап шуға бәйлелер, моғайын. Бер мәл күңелдәрҙе дауалаусы табип булырға ҡарар иткән Роберт әле булһа ошо юлдан тайпылмайынса атлауын дауам итә. Ундағы һөйөүҙең, көс-ҡеүәттең, сабырлыҡтың сиге бармы икән?..
Мәктәпте тамамлағандан һуң сирек быуат үткәс, Өфөләге Актерҙар йортонда яҡташтар осрашыуында тағы ла күрешергә насип булды беҙгә. Роберт ябайлығы, ихласлығы менән иғтибарҙы үҙенә тартып тора. Байтаҡ ваҡытҡа тын ҡалыу ғәҙәте бар ине уның. Күрәһең, күңелендә тыуған шиғыр юлдарын, фекерҙәрен хәтеренә һалып ҡуйыу өсөн шулай иткәндер. Һөйләшкәндә мәрәкәләп ала, шаяртырға ярата. Ҡайһы саҡта, һине үтә күргәндәй, уй-фекереңде әйтеп һала. Уңайһыҙ хәлдә ҡалған осраҡтар ҙа булды, ул “яҡшы нәмә тураһында уйла” тип кәңәш иткәндәй тойола ине. Шул көндән алып бик күп һыуҙар аҡты, тағы ла сирек быуатҡа яҡын ваҡыт үтте.
Ҡазанда, Өфөлә, Ҡарабашта, Сөн йылғаһында, Шәммәттә, Таптыҡта, Йәркәйҙә байтаҡ осрашыуҙар булды. Роберт шиғриәттә лә, дәүләт хеҙмәтендә лә юғары бейеклектәргә үрләүен дауам итте. Абруйлы наградаларға лайыҡ булды, халыҡта танылыу яуланы. Ҡайһы саҡта электрон почта аша хәбәрләшеп алабыҙ. Хаттары әҫәр кеүек, һәр һүҙе оҫта итеп һайланған, үҙенсәлекле. Уларҙы уҡығас, һүҙ көсөнә, ҡөҙрәтенә йәнә бер ҡат инанаһың.
Ваҡыт үтеү менән Роберт халыҡ трибуны кимәленә күтәрелде. Хәҙер ул үҙен һөйөклө халҡынан айырым күҙ алдына ла килтерә алмай, бар күңеле менән уның өсөн яна, уңыштарына ҡыуана, уңышһыҙ­лыҡтарына көйөнә. Тыуған Башҡорт­останын, башҡорттоң оҙон көйҙәрен, ҡурай моңон һис онотмай Роберт. Ике туғандаш халыҡтың ысын илсеһе ул.
Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар берәүҙе лә битараф ҡал­дырмай, йәшәүгә дәрт, ҡеүәт бирә. Һоҡланғыс шәхескә оҙон ижади ғүмер, ныҡлы һаулыҡ насип булһын. Ғорурланабыҙ, яратабыҙ, яңынан-яңы әҫәрҙәрегеҙҙе көтәбеҙ.

Рудоль ӘВСӘХОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы.



***
Роберт МИҢНУЛЛИН
“Ағиҙелдә мин үҙем дә
Аҡсарлаҡ бит саҡ ҡына...”


***
Торналар ҙа китеп бара инде,
Офоҡтарға етеп бара инде.

Теҙелешеп бара сылбыр булып,
Ауаздары ҡала бер йыр булып.

Ҡағылалар көҙҙөң ҡылдарына,
Моң һибелә көҙҙөң ҡырҙарына...

Сөн буйының моңһоу торналары,
Үҙәктәрҙе өҙә торғандары...

Йылы яҡтарына юл алалар,
Офоҡтарға кереп юғалалар...

Күҙ алдымдан китмәҫ һүрәттәре,
Торналарҙың моңһоу шул рәттәре...

Ҡолағымда — ҡаңғылдашыуҙары...
Был — уларҙың һаубуллашыуҙары.

Ағиҙелдән китеп барам

Ағиҙелдән китем барам...
Йәшлектән үтеп барам...
Әкрен генә йәшлегемдең
Йомғағын һүтеп барам...

Ағиҙелдән йөҙөп барам...
Саҡ ҡына түҙеп барам...
Йәшлек менән араларҙы
Мәңгегә өҙөп барам...

Ағиҙелдән ағып барам...
Хайрандар ҡалып барам...
Барған һайын йырағая
Йәшлегем менән арам...

Ағиҙелдән ҡарап барам
Пароход өҫтәрендә...
Йәшлегем ҡала ошонда...
Барыһы иҫтәремдә...


***
Күҙем төштө тәҙрәмә,
Һиҫкәнеп киттем кинәт.
Һары йүкә япраҡтары...
Көҙ йыраҡ түгел, тимәк.

Кисә генә йәшел ине,
Һарғайған төн эсендә...
Юғиһә, тышта йәй көнө,
Йәй әле үҙ көсөндә.

Япраҡтарҙың һарылығы
Көҙҙән бер хәбәр инде...
Бына ошондай миҙгелдәр,
Ошондай хәлдәр инде...
Эй ғүмерҙең ҡанундары...

Һиҙҙерә, бик тә һиҙҙерә...
Эй ғүмерҙең уҙыуҙары.
Өйрәнеп булмай тиҙ генә...
Эй күңелдең һыҙлауҙары.

Моңһоу уйҙар уйландыра...
Эй ҡояштың батыуҙары.
Уяндыра, ҡыуандыра...
Эй таңдарҙың атыуҙары.

Көтөп алам көндәремде...
Эй көндәрҙең яҡтылығы.
Һағ(ы)нам әллә кемдәремде...
Эй хәтерҙең татлылығы.

Хистәр ярһып-ярһып ала...
Эй уларҙың ташыуҙары.
Хыялдар ҙа ҡанатлана...
Эй күктәргә ашыуҙары.

Яра ла былай һыҙлатмай...
Эй йөрәктең яныуҙары.
Һыуҙар ҙа былай тиҙ аҡмай...
Эй ғүмерҙең ағыуҙары.

Ҡояш хәҙер көн дә сыҡмай...
Эй ҡояшһыҙ ҡалыуҙары.
Ә йән-йәнем көн дә һыҡтай...
Эй ғүмерҙең ҡанундары.

Ағиҙелдә аҡсарлаҡтар

Ағиҙелдә аҡсарлаҡтар
Ҡанат ҡаға саҡ ҡына...

Ағиҙелдә ҡанат ҡаҡҡан
Аҡсарлаҡтар аҡ ҡына...

Ағиҙелдә аҡсарлаҡтар
Оса торған саҡ ҡына...

Ағиҙелдә мин үҙем дә
Аҡсарлаҡ бит саҡ ҡына...

Ағиҙелдә аҡсарлаҡтар
Айҡала ла сайҡала...

Аҡсарлаҡты хәтерләтеп
Төнгө күктә ай ҡала.

Ауылым кистәрендә

Был минең тыуған ауылым,
Минең үҫкән урамым...
Ҡайтҡан һайын малай саҡҡа
Ҡайтҡан төҫлө буламын...

Буламын да... Ҡайтҡан һайын
Һағыш һырый йәнемде.
Хистәремде аңлай алмайым,
Аңлаһам да аңымды...

Әсәйем дә ҡаршы алмай
Сығып ҡапҡа төбөнә...
Сығыр ине ҡарамайса
Көнөнә һәм төнөнә...

Хатта сәләм бирергә лә
Урамдарҙа кеше юҡ.
Ауылда ла кешеләрҙең
Кешеләрҙә эше юҡ.

Хәҙер ауыл халҡының да
Иҫе китмәй юҡ-барға.
Телевизор ҡарай улар,
Әҙерләнә йоҡларға...

Етмәһә, ауыл ҡояшы
Офоҡҡа кереп бара,
Иреп бара, бар шәфәҡте
Эңергә төрөп бара.

Ниңә шундай моңһоу икән
Ауылым кистәрендә?!
Ҡалаһылар бар бит әле
Ҡара төн эстәрендә...


Аңламаҫһың...

Ҡарлы ямғыр, елле ямғыр...
Ни көҙ түгел, ни ҡыш түгел.
Аңлап булмай күңелемде:
Ул ни тулы, ни буш түгел...

Көҙ менән ҡыш ҡушылған саҡ...
Ни үҙ түгел, ни ят түгел...
Күҙҙәремә йәштәр килә...
Ни өсөндөр оят түгел.

Туңмайым да, янмайым да...
Ни йылы, ни һалҡын түгел.
Ниҙер булды күңелемә:
Ул ни боҙ, ни ялҡын түгел...

Нишләргә белмәй тәбиғәт...
Был, әлбиттә, уйын түгел.
Тәбиғәт кеүек күңел дә...
Рәхәт түгел, ҡыйын түгел.

Көн ни яҡты, ни ҡараңғы...
Ни көн түгел, ни төн түгел.
Аңлай алмайым халәтемде:
Ни төш түгел, ни өн түгел...


Вернуться назад