Хәйриә концерттары27.07.2018
Башҡортостандың күренекле артистары холоҡ төҙәтеү учреждениеларында сығыш яһай. Беренсе концерт Өфөләге 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында булды.
Хөкөм ителгәндәр алдында бард йырсы Рәмил Бәҙәмшин, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев, Old School Band музыкаль-кавер төркөмө солисы Евгения Сафина, “Гагарин” төркөмө лидеры Айҙар Әлмәтов сығыш яһаны.
— Июль-августа артистар республикалағы ун холоҡ төҙәтеү учреждениеһында концерт бирәсәк. Улар бушлай сығыш яһай, — тип билдәләнеләр Язаны башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.
Рәмил Бәҙәмшин 16 йыл рәттән төрлө колонияларҙа концерттар ойоштора, ул — Язаны башҡарыу федераль хеҙмәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы ла.