Йәштәребеҙ гранттар отто27.07.2018
Йәштәребеҙ гранттар оттоБашҡортостандан ике вәкил Бөтә Рәсәй “Таврида” йәштәр мәғариф форумы еңеүселәре исемлегенә инде. Земфира Рәшитова һәм Әлинур Ялмырҙин “Бергәләп” халыҡ сменаһында үҙ проекттары менән таныштырҙы. Тыуған төбәккә улар гранттар менән ҡайтты.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты 200 мең һум отҡан. Был аҡ­саға Земфира “Мисс International Ufa” этник-ара гүзәллек һәм һәләтлелек конкурсын ойоштора.
Әлинурға иһә “Ҡурай-баттл” йәштәр музыка фестивален уҙғарыуға 100 мең һумлыҡ грант тапшырылған.
“Таврида”ның беренсе сменаһында тотош илдән 450 йәш мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡатнашты. Уларҙан һуң форумға ҡала мөхитенең йәш рәссамдары, архитекторҙар, дизайнерҙар, урбанистар һәм фоторәссамдар килә.


Вернуться назад