“Байыҡ” балалар республика бейеү конкурсында Красноусолдан “Быҙыбыт” ансамбле йыл да әүҙем ҡатнашып, алдынғы урындарҙы биләй. Быйыл да көсөргәнешле ярышта кескәйҙәр төркөмө Гран-при яуланы.
Республиканан ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм хатта сит илдәрҙән килгән береһенән-береһе сағыу ансамблдәр араһында уларҙың сығышы айырылып торҙо. Әле генә I класты тамамлаған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың өҙҙөрөп баҫыуына, конкурста ҡатнашҡан барлыҡ коллектив менән ялан тултырып “Гөлнәзирә”не оҫта башҡарыуына һоҡланмаған тамашасы булманы. Бары бейеүгә ҡарата йөрәгендә осҡон йөрөткәндәр генә кескәйҙәр күңелендә ошо сәнғәт төрөнә ҡарата һөйөү уята алалыр, моғайын.
“Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ-ара бейеү ансамблен Илшат Хәбибуллин етәкләй. Быйыл иһә кескәйҙәр төркөмөн, I класс уҡыусыларын, әҙерләп алып килгән. Әлбиттә, бәләкәс балалар менән эшләү еңелдән түгел. Бейеүҙе тейешле кимәлгә еткереп, шымартып сәхнәгә сығарғансы күпме көс, сабырлыҡ талап ителгәнен улар үҙҙәре генә белә. Кәрәк урында күңелдәрен үҫтереп, дәртләндереп, урыны менән талапсан булыу ҙа мөһим.
— Балалар менән аралаша белеү ҙур әһәмиәткә эйә, – ти был хаҡта Илшат Хатим улы. – Берәүҙәргә йомшағыраҡ итеп әйтеү кәрәк, икенселәргә ҡатыраҡ иҫкәртмә яһау файҙалыраҡ. Шулай ҙа берәүҙең дә күңелен ҡырып, кәйефен төшөрмәйем. Барыһы ла күнекмәгә дәртләнеп, мин өйрәнәм, минән килеп сыға, тигән уйҙа килһен өсөн тырышам.
Әйткәндәй, Илшаттың исеме сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Бығаса Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, Стәрлетамаҡта эшләп алған егеттең тыуған ауылына ҡайтыуына яҡташтары ҡыуанып бөтә алмай. Районда үткән мәҙәни сараларҙа халыҡты ул үҙенең бейеүҙәре менән һоҡландыра. Бынан һигеҙ йыл элек Илшаттың ошо ансамблдә бейеү нескәлектәрен өйрәтә башлауы барлыҡ ғафуриҙар өсөн оло ҡыуанысҡа әүерелә. Бары уның ҡул аҫтында шөғөлләнер өсөн генә Красноусол башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килгәндәр бар. Ә инде “Байыҡ” конкурсында ҡатнашыу – улар өсөн оло бәхет, үҫеш баҫҡысы.
Абруйлы бәйгелә талапсан жюри ағзаларының хуплау һүҙҙәре, кәңәштәре йәш бейеүселәргә киләсәктә шөғөлләнеү өсөн ҡанат ҡуя. Ансамбль 2013 йылдан “Байыҡ” конкурсында әүҙем ҡатнашып килә. Ошо уҡ йылда өлкән төркөмдә йөрөгән ҡыҙҙар-малайҙар “Йәшлек” бейеүе менән өсөнсө урынды алһа, Гран-при яулаған Искәндәр Әбелғужин бөгөн Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында уңышлы уҡып йөрөй. Киләһе йылына Айназ Рафиҡов менән Илнара Ғөбәйҙуллина беренсе урынды яулай. 2015 йылда уртансы төркөм лауреат исеменә лайыҡ була.
— Бәлки, барлыҡ уҡыусыларым да киләсәктә бейеүсе булып китмәҫ. Шулай ҙа был сәнғәт төрө бөтә ерҙә кәрәк, – тип һүҙен дауам итә Илшат Хатим улы. – Мәжлестәрҙә өҙҙөрөп тыпырлаған кешегә һәр кем һоҡланып, хатта көнләшеп ҡарай. Икенсенән, матур итеп бейей белеү кешелә үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһо тәрбиәләй. Быны үҙемдең эш һөҙөмтәһенән сығып әйтәм. Тәү килгәндә баҙнатһыҙ ғына булған балалар тора-бара ҡыйыуланып китә, кәүҙәһенең тотошо ла үҙгәрә. Ә беҙҙең заманда үҙеңде күрһәтеү өсөн бындай сифаттар бик кәрәк.
Ғафури районы.