Рух бөйөклөгөн бөркөп27.07.2018
Зөлфиә Ханнанованың “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ” китабын уҡығас…

Рух бөйөклөгөн бөркөпШиғриәт – хис-тойғолар, ғаләм сикһеҙлеген байҡап, иңләп, фекерҙәрҙе ҡабатланғыһыҙ образдарға бәйләп, кеше күңеленә изгелек бөрккән өлкә. Тәүге ҡояш нурҙарындай әкрен генә ҡараңғылыҡты ҡыҫырыҡлап, донъяны яҡтылыҡҡа мансыған кеүек поэтик образ да рухи донъяның терегөмөш тамсыһындай булмышыңды биләй, йәнде йәннәт аҙығыңдай йәмләй. Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Зөлфиә Ханнанова шиғриәт һөйөүселәрҙе оҙаҡ көттөргәндән һуң, уларға оло бүләк әҙерләне. Яңыраҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә уның өр-яңы шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Был китап поэтик табыштары, ҡабатланмаҫ образдары, фекер тәрәнлеге менән үҙенә йәлеп итә.



Илде иңләр яуаплылыҡ

“Мин – башҡорт, тип танышығыҙ” тигән китап ике ҙур бүлектән тора. Зөлфиәнең һулышы туған моңдар, аҙымы ата-бабалар баһаһы, ҡараштары иртәнге тамсы үләнендәге көмөш ысыҡ, ә булмышы Һомай-инәбеҙҙән ҡалған боронғолоҡ менән һуғарылып, шиғри шишмә булып урғыла.
Боронғолоҡ… Ҡурай моңоноң талғын ауазы булып хәтер сылбырының сөңгөлдәренә сумып, халҡыбыҙ тарихының тиҫбеһенә ваҡиғалар аһәңен теҙә лә теҙә. Китапҡа исем биргән шиғыр тәү ҡарашҡа публицистик ноталарға ҡоролған кеүек, ләкин композиция яғынан төҙөк, динамикалы был шиғырҙа ваҡыт ағышы йөрәк һулышы менән үлсәнә. Шиғырҙың поэтик образы антитезаға ҡоролоп, “яндырылған ауылдарҙың” тигән һүҙбәйләнеш строфаны башлап ебәрә. “Көл, күмер, төтөн, ялҡын” артабан һуңғы строфаларҙа “йән” һәм “һағыш” булып күҙ алдына баҫа.
Башҡорт шиғриәтенең ватансылыҡ ноталары менән һуғарылған гражданлыҡ лирикаһының традицияһы көслө һәм тәрән. Ошо йүнәлешкә һәр шағир үҙенсә баға, үҙенсә фекер йөрөтә. Зөлфиә Ханнанованың был юҫыҡтағы шиғырҙарында ябай ғорурлыҡты йөрәк һыҙлауы, мәңгелек һағыш, саялыҡ һәм илде иңләр яуаплылыҡ алмаштыра.
Инә бөркөт булып күктәрҙе иңләп, йәйрәп ятҡан башҡорт ерҙәренә Ер кендеген һаҡлар өсөн сәфәр сыға; тарих төпкөлдәренә төшөп, шәхестәрҙе барлап, рухына аят уҡый; ете ҡыҙ булып, илен ҡотайтыр өсөн йән ата; сабырлығын устарына услап, таш-ҡатын булып ҡата; милли биҙәкле таш йорттарҙың ауазы булып ҡалҡа; Сөйөмбикә, Мәскәү, Сочи, Казбек, Ҡаҙағстан, Урта Азия, Германия тарафтарын гиҙеп, Уралына, Дыуанына ашҡына ла һүҙҙән генә, моңдан ғына шиғри йомғағын һүтә. Уның өсөн бар Йыһан шиғри аһәңенә, халәтенә ҡабатланмаҫ йыр булып сорнала, моң булып ағыла. Ҡыр ҡаҙҙарынан илһам ҡаурыйҙарын алып, Аҡбуҙатты эйәрләп алға елә. Ат образы Зөлфиәнең шиғриәтендә типик һыҙаттарҙан арынып, яңыса балҡыш алған.
Аттар саба. Азатлыҡтың
Белә улар хаҡтарын.
Төнгөлөккә тышамағыҙ,
Зинһар, башҡорт аттарын! –
тигән ассонансҡа нигеҙләнгән тәүге ике юл иркенлекте хәтерләтһә, һуңғы юлдарҙағы диссонанс өмөттәре шаҡара. “Мин – йөк аты”, “Тышаулы толпар” шиғырҙарындағы социаль мотив романтик ынтылышҡа әүрелә:
Еңелдем мин, әммә төңөлмәнем,
Рухым һыймай сынйыр бигенә.
Зөлфиәнең шиғриәте — милли асылдың бер сағылышы, рухи бөтөнлөктөң тулайым кәүҙәләнеше. Ҡасандыр ул:
Төйәккенәм – Башҡортостан,
Ә мин үҙем – башҡорт ҡыҙы! –
тип өндәшкәйне. Хәҙер сәсән телле халҡының бер ялҡыны булып, һәр береһен терелтер көс-ҡеүәткә эйә. “Күрешергә һуҙ усыңды…” шиғырында:
Бер бөртөгө уның һыҙлаһа ла,
Ауыртырға тейеш бөтә ҡул!..
Нисек инде һинең ҡул суҡтарың
Береһе иптәш булһын, береһе – ҡол? –
тип саялығын салып һала. “Ултыртайыҡ ҡарағайҙар!” шиғырында ла заман һулышын ғына түгел, ә ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙы күҙаллап, әлегә уфтаныуҙан уҙмайһың.
Тал да тирәк әрһеҙ инде,
Ҡайҙа ғына юҡтар улар.
(Шыйыҡ талдан һуйыл эшләп
Халҡыбыҙҙы һуҡтыралар).
“Шыршы булһам”, “Ҡарағайҙар” шиғырҙарында ла поэтик образ динамикаһы тәрән кисерештәргә, кинәйәле оло мәғәнәгә нигеҙләнгән. Тап ошо әҫәрҙәрҙә авторҙың эпик фекерләүен, ҡараштарҙың киңлеген самаларға мөмкин.
Лирик геройҙың:
Киҫкеләнгән башҡортомдоң ерен
Нисек итеп бөгөн ямарға?! –
тип өҙгөләнеүе юҡтан ғына түгел. Аҫабалыҡ тарих төпкөлөндә ябай һүҙ генә булып ҡалғанда ла, үҙ мәнфәғәттәрен алға ҡуймай:
Яуға сабыр өсөн түгел, дуҫтар,
…Һаҡлар өсөн Ерҙең кендеген!
Рух ныҡлығы һәм бөтөнлөгө, сал ҡараш һәм илһөйәрлек булмышынан бөркөгән лирик геройҙың:
Мин бары тик бер тамсыһы ғына
Йәйрәп ятҡан башҡорт еренең! –
тиеүенән милли сикләнгәнлек эҙләргә кәрәкмәй, ә ил инәһе кимәленә күтәрелгән шәхес образын билдәләйек. Бәндәбикә, Киҫәкбикә, Аҙнабикә, Һәҙиә, Зәйнәб… Исемлекте дауам итергә лә булыр ине. Булған, бар, буласаҡ әле еренә, иленә тиң ҡатын-ҡыҙҙар.
Башҡортостан –
Хазиналар иле:
Аяҡ аҫты тотош йәшмәнән,
Ә күктәрҙә күпме шағир һүҙе
Утлы йәшен булып йәшнәгән!

Уҡыусы күңеленә сәм һала

Шағир һүҙе… Быуаттарҙан-быуаттарҙы үтеп, халыҡты рухландырырлыҡ, сәмләндерерлек көс-ҡеүәт өҫтәп, заман афәттәренән ҡурсалап, яманлыҡтан, яуызлыҡтан аралап йәшәгән йәнле һүҙ.
Торатау бит бөкө һымаҡ –
Башы таҡыр.
Ҡуҙғатһағыҙ уны, Ерҙә
Туфан ҡалҡыр!
Цикл композицион яҡтан ныҡ уйланылған. “Ил инәһе әйткәне”, “Батырҙарҙың әйткәне”, “Сәсәндәрҙең әйткәне”, “Аҡһаҡалдар әйткәне”, “Әүлиәләр әйткәне” тигән шиғырҙар бер циклға, уртаҡ идея-тематика, проблема тирәләй ойошҡан. Автор шиғырҙан шиғырға фекерҙе тәрәнәйтә, хис-тойғолар ҡойонон сойорғота. Риторик һорауҙар ҙа уҡыусыны албырғатыр көскә эйә.
Һин бахырмы был илдә,
Һин батырмы был илдә?
Йә булмаһа:
Хоҙай беҙҙе ошо изге ерҙең
Һаҡсылары итеп яралтҡан, –
тип фекерен раҫлай, уҡыусының күңеленә сәм һала.
Изге тау һәм халыҡ яҙмышы, кешелек булмышы көслө поэтик образ булып уҡмашып, фекер тәрәнлеген юллай. Шағирәнең “Йәмәлетау” исемле һыҡтауы, “Яҙмышыбыҙ беҙҙең бер икән” шиғырҙары ла Ямантау яҙмышы, ил булмышы хаҡында. Уның патриотик тойғолары:
Һин ситлеккә һыймай тыбырсынған
Йөрәккәйем ише ер икән.
Башҡортостан, тиһәм, башым сатнай,
Яҙмышыбыҙ беҙҙең бер икән! –
тип ауаз булып яңғырай. Тау яҙмышы менән милләт яҙмышы ла тиң ҡуйыла:
Телгенәңде яттар һанламаһа,
Телһеҙ башҡорт булып тыу икән!
Донъяға, тормошҡа һорауҙар менән генә баҡмай шағирә, ә үҙ тәжрибәһенән сығып, халҡының киләсәген дә күҙаллай.
Зөлфиә Ханнанова яҡындарына, ҡәләмдәш дуҫтарына үтә лә иғтибарлы һәм инабатлы. Уның тотош ижад юлында атай образы айырым бер урынды биләй:
Яңғыратыр ине бар ауылды,
Атаҡайым элек йыр йырлап.
Йәки:
Атаҡайым тышта ҡарҙар көрәй,
Ауыр һелтәп еңел көрәген, –
тигән юлдар аша ла ил-ағаһы булып йәшәгән, иңдәрендә ил яуаплылығын тойған, аҡһаҡал кимәленә күтәрелгән ҡәҙерле кеше образын күрәбеҙ. Тәнендә Бөйөк Ватан һуғышы яраларын йөрөтһә лә, күңеле ихласлыҡ һәм изгелек, мөхәббәт бөркөп тора. Ата-әсә образын артабан апай-ағайҙары, еңгәләре тулыландырып, төйәгенең тулы картинаһын характер һыҙаттары аша күҙ алдына баҫтырабыҙ.

“Был яҙмышты үҙем теләнем”

Шағирәнең “Ҡәләмдәштәремә” тигән шиғри шәлкеме ябай бағышлауҙар түгел, ә ижадсының ҡабатланғыһыҙ портреты күҙ алдына баҫа. Һоҡланыу ҙа, әсенеү ҙә, юғалтыу ҙа тойғолары менән Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Әхмәт Сөләймәнов, Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов образдарын күҙ алдына баҫтыра.
Беҙгә терәү инегеҙ һеҙ,
Илгә берәү инегеҙ һеҙ, –
тип йән һыҙа.
Сал бөркөткә тиң булып йәшәгән Р. Шәкүр, аҡ тирмәләр хужаһы Ҡ. Аралбай, ихласлығы менән һағыштарҙы баҫыр Ә. Үтәбай, йөрәгендә йыһан йөрөткән С. Әбүзәр, донъя көтөргә әүәҫ А. Ғарифуллина, ил тип янған Л. Абдуллина, Тәтешленән Ғәли Соҡорой, Ә. Ат­набаевтың тыуған яғынан Күрҙем баш­ҡорто артист Г. Ситдиҡова образдары был галереяны тулыландыра.
Зөлфиә Ханнанованың китабының икенсе бүлеге:
Оло мөхәббәттән тыуған Кеше,
Мөхәббәттән донъя яралған! –
тигән ҡанатлы юлдарҙан бушҡа башланмай. Ете тиҫтәнән артыҡ шиғырға, “Ҡот” поэмаһына шағирәнең нескә күңел кисерештәре, ҡайнар хис-тойғоһо ҡабатланмаҫ моң-һағыш булып ағыла. “Әҙәм һәм Һауа” шиғырында лирик геройҙың күңел донъяһы мифологик образдар, тәрән тамырҙар аша:
Һәр беребеҙҙә Әҙәм ҡаны аға,
Һөйөү уты дөрләй Һауаның –
тип һығымта яһай. Наҙға, һөйөүгә сарсаған героиня тормош ысынбарлығының күренеше менән күрешкәс, бер аҙ баҙап ҡалғандай. Шуға ла “дымлы утын”, “һалҡын ҡосаҡ”, “көйгән бакуй”, “көл”, “ауыр һүҙ”, “быҫҡаҡ ямғыр” образдары
Ҡарҙы тишеп сыҡҡан сәскә –
Умырзая мин.
Зарланмайым! Был яҙмышты
Үҙем теләнем, –
тигән юлдар менән алмашына. Авторҙың мөхәббәт лирикаһы уйҙар динамикаһына, хистәр ҡайнарлығына ҡоролған. Форма төрлөлөгө, поэтик образдар контрастлығы, шағирәнә булмышының серле донъяһына сәйәхәт ҡылып, донъяға һөйөү менән бағырға ярҙам итә.
Лиро-эпик юҫыҡтағы “Ҡот” поэмаһы — шағирәнең үҫеш һуҡмаҡтарының бер нөктәһе. Композиция яғынан йыйнаҡ, алты өлөштән торған әҫәрҙең төп темаһы – Әсәлек. Был мәңгелек темаға нимә өҫтәп була? Шағирә тормоштағы типиклыҡтан ҡасып, лирик героиняның әсә-бала мөнәсәбәттәре тирәләй ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Әҫәрҙең төп проблемаһы – аборт. Тормошобоҙҙа ғәҙәтигә әүерелгән был мәсьәләгә шағирә икенсе күҙлектән баға, башҡа тарафтарҙан уй төйнәй. Шуға ла лирик героиня үҙенең ҡылығы өсөн ғазап уттарында дөрләй, йәненә толҡа тапмай, йәһәннәмдә күҙ йәштәрен түгә. Тетрәндергес картина. Шағирә ысынбарлыҡты художестволы юғарылыҡҡа күтәреп, баһаларҙы дөрөҫ ҡуя. Әрнеү түгел, ә йөрәк һыҙғыс ғәмәлдәрҙән уҡыусы ла албырғап китә. Шул ҡылыҡтарға юлыҡмаҫ өсөн мең тәүбәләр әйтеп, һуҡмаҡтарын барлай, изгелек нурҙарына тартыла.
Күңелемдең иң бәхетле мәлен
Юрайым мин бары изгелеккә:
“Мин – Әсә! – тип,
Йәнем нур сәсә!” – тип
Намыҫ менән бағам
Кешелеккә! –
тип өндәшә икән, ҡара болотло мәлдәрҙән ҡояшлы сағыу көндәргә ышаныс менән баға лирик героиня.
Зөлфиә Ханнанова ижадының яңы яғы – дини мотивтарҙың балҡышы. “Мөздәлифә доғаһы”, “Аҡ намаҙлыҡ халҡым түшәһен!”, “Ауылымда мәсет төҙөлә”, “Аллаһу-Раббил ғәләмин”, “И, Рамаҙан – нурлы ай!”, “Йәннәтле бул, милләтем”, “Доға ҡылам”, “Шул хис менән йәнем ергә килде”, “Алғыш”, “Сирләгәндә”, “Сабыр ит, бәндә”, “Аҡ ҡорбан”, “Кешегә ҡарап рәнйемә!”, “И, яулыҡһыҙ йөрөйбөҙ шул, ҡыҙҙар” кеүек шиғырҙарҙың һәр береһендә иман нуры бөркә, булмышыбыҙҙы биләп алған ғәфләт йоҡоһонан ҡотҡарған рухиәт үҙе балҡып тора. Мәңгелекте тойорға өндәгән хәҙистәргә эйәреп, заман афәттәренән ҡотолоу юлдарын барлай автор. Үҙ булмышы, ғәмәлдәре һәм шиғриәте менән. Ә һүҙ көсө – мәңгелек ауазы, дини аҙан, шиғри аһәң булып йәндәребеҙҙе иркәләй.

Зәки ӘЛИБАЕВ,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе.


Вернуться назад