Ул әле лә беҙҙең менән25.07.2018
Шағир Ирек Кинйәбулатовтың яҡты рухына бағышлап, М. Ғафуриҙың йорт-музейында хәтер кисәһе үтте.
Юғалтыу тойғоһо йөрәкте болоҡһотһа ла, хәтер кисәһе дөйөм алғанда бик йылы, күңелле мөхиттә барҙы. Бының киреһенсә булыуы мөмкин түгел, сөнки Ирек Кинйәбулатов алсаҡ йөҙөнән ғүмер буйы мут йылмайыу китмәгән, үҙе лә күтәренке кәйефтә йөрөгән, башҡаларға ла шул кәйефен йомарт өләшкән шаян кеше ине.
Сығыш яһаусылар хәтирәләре менән уртаҡлашты, һоҡланғыс һыҙаттарын, иҫ киткес һәләткә эйә шағир ҙа, үткер ҡәләмле отҡор хәбәрсе лә булғанлығын билдәләп үтте.
– Ул беҙҙең нәшриәттең яҡын дуҫы булды. Хәҙер килеп, теге йәки был эшкә тотонорға булһаҡ, “Эх, Ирек ағайҙың кәңәше етмәй!” тибеҙ, – тине “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов.
“Диңгеҙселәр” ойошмаһының матбуғат секретары Ринат Иҡсанов иһә Ирек Лотфый улының, йылдар үтһә лә, һаман ысын моряк булып ҡалыуын, Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән осоронда үҙен яҡшы, алдынғы яҡтан ғына күрһәтеүен һөйләне, уға бәйле бер хәтирәһе менән дә уртаҡлашты:
– Ауырып дауаханаға эләктем. Иртәгәһенә үк, 1 ғинуарҙа, яныма Ирек ағай килде. Йылы һүҙҙәре, шаяртыуҙары, хәстәрлеклелеге менән аяҡҡа баҫырға ярҙам итте ул миңә.
Ошоға оҡшаш хәтирәләр һәр кемдең сығышында осраны. Һәр береһенә иғтибарлы, ихтирамлы була белгән Ирек Кинйәбулатов күңел йылыһын бөтәһенә лә берҙәй тигеҙ өләшкән.
Әйткәндәй, минең ғүмеремдә лә уның һыны ҙур әһәмиәткә эйә: өлкән кластарҙа шиғырҙарын күҙ йәшһеҙ уҡый алманым, бынан дүрт йыл элек ул тәүге ижад кисәмә килеп, шиғырҙарым хаҡында йылы һүҙ әйтеп, кәңәштәр биргәс, артабан теге йәки был сараларҙа бик йылы аралашыр булдыҡ.
“Ул әле лә эргәлә һымаҡ. Беҙ уның юбилейы айҡанлы йыйылғанбыҙ ҙа бына-бына йөҙөндә йылмайыу балҡытып килеп инер төҫлө”, – тинеләр кисәлә. Һүҙем башында, хәтер кисәһе булһа ла, сара күңелле барҙы, тинем. Был дөрөҫ тә. Ирек Кинйәбулатов әле булһа беҙҙең арала, быға аныҡ миҫал – шағирҙың “әле генә мейестән сыҡҡан” “Бер йәшәргә тыуҙым” исемле китабы. Ирек Кинйәбулатовтың ижад өлгөләренән тыш, китапҡа уның хаҡта яҡындары тарафынан яҙылған хәтирәләр ҙә индерелгән.
Шағир үҙе киткәс, уның ғүмере яҙған әҫәрҙәрендә дауам итә. Яҡшы кешенән һуң изге эштәре ҡала..