Һабаҡ20.07.2018
Бәләкәй саҡта кем генә үсекләшергә яратманы икән?! Миндә был һәләт бигерәк ныҡ үҫешкәйне. Берәй кемдең етешһеҙлеген күреп, шунда уҡ таҡмаҡ сығара инем.
Кешегә ҡушамат тағып ирештереү башланғыс кластарҙа уҡығанда үҙе бер “мода” булды. Әгәр сәсе бөҙрә икән — һарыҡ, үсекләшеп телен күрһәтә икән — маймыл, буйға оҙонораҡ булһа — жираф, танауы ҙурыраҡ күренһә — торна... Үҙемдең дә ҡушаматым бар ине, уныһын әйтем тормайым.
Бер мәл шиғыр яҙырға булдым, класташымдың һәр береһен ниндәйҙер йәнлек менән сағыштырып. Үҙем яҙам, үҙем көләм. Шиғыр ярайһы уҡ уңышлы килеп сыҡҡандай тойолдо. Әйтерһең дә, тотош класс — зоопарк. Шунан эстән генә уйлайым, әгәр тиҫтерҙәрем был нәмәне уҡыһа, тетмәмде тетәсәк бит! Бүтән берәү ҙә күрмәһен тип, ҡағыҙҙы йомарланым да сүп биҙрәһенә ташланым. Оло бәләнән ҡотолғандай, өйгә ҡайтып киттем.
Иртәгәһенә класҡа килеп инеү менән, бөтәһе лә геү итеп ҡалды. Уҡытыусы мине алға сығарып баҫтырҙы, класс старостаһы теге шиғырҙы ҡысҡырып уҡырға тотондо! Бөтәһе лә тишерҙәй итеп миңә ҡарай, малайҙар ташланырға әҙер тора. Ә мин ғәрлегемдән ер тишегенә инеп китерҙәй булдым.
Беҙҙең менән бергә уҡыған ҡыҙҙың әсәһе мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй ине. Шул көндә класташыбыҙ әсәһенә ярҙамлашырға килгән. Күрәһең, ул кабинетта торған сүп биҙрәһендә соҡонған да теге шиғырға юлыҡҡан. Иртәгәһенә үк быны уҡытыусының ҡулына тотторған...
Бынан һуң башҡа бер ҡасан да яҙышыу менән булышмайым тип үҙемә ант иттем. Кешеләрҙе үсекләмәйем тип тә һүҙ бирҙем. Эләкләшеү ғәҙәтенән ҡотолдом шикелле, тик тәүге антымда торманым. Яҙмай булдыра алманым...