Кеше һүҙе20.07.2018
Ҡала ҡыҙына ғашиҡ булдым. Ул да миңә ҡарата йылы хистәр һаҡлай ине. Беҙ осраша башланыҡ. Бергәләп театрға барабыҙ, аҙаҡ өйөнә тиклем оҙатып ҡуям. Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла сәскә бүләк итәм. Һәр хәлдә, был күңел асыу өсөн генә түгел, киләсәктә бергә булырбыҙ тип, ҙур пландар ҡора инем.
Барыһы ла яҡшы бара ине. Тик көндәрҙең береһендә һылыуҙың миңә ҡарата һыуыныуын тоя башланым. Күрешәйек тиһәм, мең төрлө сәбәп таба ла осрашыуҙан баш тарта, шылтыратһам — яуап бирмәй. Оҙаҡ ҡына шулай дауам итте. Уйлап ҡараһаң, уның алдында бер гонаһым да юҡ кеүек. Әйтергә онотҡанмын: был ҡыҙ бер билдәле кешенең балаһы ине. Бәлки, үҙенә тиң күрмәгәндер, тип уйланым үҙемсә. Һөймәгәнгә һөйкәлмә, тигән әйтем дә бар бит халыҡта. Икенсенән, егетлегем дә бар бит. Артынан йүгереп, инәлеп йөрөй торған холҡом юҡ. Оноторға тырыштым. Әммә, ниңә шулай килеп сыҡты һуң, тип оҙаҡ уйландым. Күп тә үтмәй, теге ҡыҙ бүтәнгә кейәүгә сыҡты. Йылдар үткәс кенә айырылыуыбыҙҙың сәбәбен аңланым.
Хәл былай булған. Ҡыҙҙың әсәһе хеҙмәттәштәренә минең хаҡта һөйләп биргән. Йәнәһе, Айгиз исемле егет ҡыҙымдың артынан йөрөй, әллә кейәү итергә инде.
— Кит, уға ҡыҙыңды биреп ҡуйма! — тигән уға берәү. — Тәүге ҡатыны менән яңыраҡ айырылды. Теге бахыр яңғыҙы бала ҡарай. Ә ул ярҙам да итмәй, тиҙәр.
Әсә кешегә был һүҙ етә ҡалған. Минең менән аралашыуҙы шунда уҡ туҡтатырға ҡушҡан. Ҡыҙ кешегә егет табыу ҡыйынмы ни?! Сығырға теләгең генә булһын. Ана шулай, тиктомалдан беҙҙең юлдар аймылышты. Ул бүтәнгә сыҡты. Хәҙер инде теләһәк тә, бергә була алмайбыҙ.
“Ҡатын айырған”, “балаһын ҡарамай” тип нахаҡ һүҙ һөйләгән ҡатын һуңлап үҙ хатаһын аңлаған. Ул мине бүтән берәү менән бутаған икән...
Кеше һүҙе кеше үлтерә, тиҙәр. Ҡайһы саҡ бер яҙыҡ һүҙ ҙә әҙәмдең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ебәрә. Үҙ күҙең менән күрмәйенсә, кеше һүҙенә ышанма тиеүҙәре юҡтан сыҡмаған икән.