Башҡорт дәүләт университетында беренсе курсты тамамлап йөрөйөм. Һуңғы имтиханды тапшырһам, сессия шуның менән тамам. Ниһайәт, тыуған ауылыма ял итергә ҡайтам.
Шатлығым менән уртаҡлашам тип Азат ағайыма шылтыраттым:
— Ике көндән көтөгөҙ. Иртәгә һуңғы имтиханым...
Тик иртәгәһенә пландар көтөлмәгәнсә үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Шөкөр, имтиханды яҡшы ғына бирҙем. Ауылыма ҡайтам тип төйөнсөгөмдө лә төйнәй башлағайным. Шул саҡ бик шәп тәҡдим булды. Яҡшы уҡыған студенттарҙы йыл һайын университет иҫәбенә диңгеҙгә ял итергә алып баралар ине. Бер буш урын бар икән. Профкомдан тәҡдим яһағастар, һис һүҙһеҙ ризалаштым. Етмәһә, ҡайҙа бит әле: Украинаның Одесса ҡалаһына.
Ул ваҡытта кеҫә телефоным юҡ. Алыҫ сәфәргә ҡабаланып йөрөп, ағайыма иҫкәртергә лә ваҡыт етмәне. Ауылға ҡайтаһы урынға, ауыҙым ҡолаҡҡа етерҙәй булып, поезда йылы яҡҡа елдерә инем.
Ә туғандарым мине юғалтҡан... Әйткән көнгә ҡайтып төшмәгәс, борсола башлағандар. Ятаҡҡа ла шылтыратҡандар. “Ул ҡайтты шикелле”, тигәндәр. Көндәр үткән һайын, хафаланыуҙары артҡандан-артҡан.
Беҙҙең тирәлә бер ҡатын йәшәй. Уның берҙе биш итеп һөйләй торған холҡо бар. Ана шул ханым ниндәйҙер йомош менән беҙгә ингән, ағайым минең турала әйтеп һалған:
— Айгиз ҡайтам тип шылтыратты ла үҙе юҡ булды. Ятағына шылтыратҡайныҡ, ҡайтҡан, тинеләр. Аптырайбыҙ, ҡайҙа булды икән... Бер-бер хәл булмағайы...
Күршебеҙгә был хәбәр етә ҡалған. Үҙенең фантазияһын егеп, бүтәндәргә арттырып һөйләгән:
— Ишеттегеҙме әле, теге Айгиз хәбәрһеҙ юғалған икән. Һуңғы тапҡыр автовокзалда күргәндәр. Ағаһын күргәйнем, шул әйтте. Үҙенең йөҙө ҡасҡан, яман ныҡ борсола. Өфө ҙур ҡала бит, унда ни генә булмай. Ана, телевизорҙы асҡан һайын гелән талаш та үлтереш...
Минең турала ялған хәбәр шулай ауыл буйлап тарала биргән. Хәҙер был яңылыҡ Абҙаҡтың икенсе осона тиклем еткәнсе, ярайһы уҡ “байытылған”. Инде “Айгиз үлгән” тигән яңылыҡ силсәүиткә барып еткән.
Бәлки, был ғәйбәткә бүтәндәр ышанып та бөтмәҫ ине. Алһыу апайым үҙенең иғтибарһыҙлығы менән утҡа кәрәсин өҫтәп ебәргән. Апайым магазинға барған булған.
— Айгизде ҡайтарманылармы әле? — тип һораған унан һатыусы. “Ҡайтыу”, “ҡайтарыу” — икеһе ике мәғәнәле һүҙ. Тик апайым уға ниңәлер иғтибар итмәгән.
— Юҡ, — тигән ул. Шул хәүефле “юҡ” һүҙе генә етә ҡалған. Һатыусы ла минең үлемемә тамам ышанған. Ә ауыл ерен үҙегеҙ беләһегеҙ: унда магазин — төп мәғлүмәт сығанағы.
Төштән һуң өйөбөҙгә яйлап халыҡ ағыла башлаған. Кемеһе ҡайнатма, кемеһе ҡаймаҡ, төрлө тәм-том тотоп килгән. Йәнәһе, аятҡа кәрәк булыр. Ололар мине йәлләп илашып та алған икән:
— Етемлектә үҫте, тырышып уҡырға инде, инде кешесә йәшәй башланым тигәндә, үлеп ятсы әле...
— Тормоштоң бер рәхәтен күрмәне. Йәшләй әрәм булған...
Тора-бара атайым яғынан яҡын туғандарым да был хәбәргә ышана башлаған. Хатта ике туған ағайым беҙҙекеләрҙе килеп әрләп тә киткән:
— Ниңә һаман һуҙағыҙ? Тиҙерәк барып алып ҡайтырға кәрәк. Силсәүит башлығы “машина бирәм” тине.
Азат ағайым был хәбәрҙең ялған икәнлеген әйтеп ҡарай, тик бүтәндәр уға ышанмай, үҙенекен һөйләй бирә. Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай, тиҙәр бит халыҡта.
Ә ул ваҡытта мин диңгеҙ ярында ҡыҙына инем. Беренсе тапҡыр диңгеҙ күреүем! Ундағы матурлыҡҡа әүрәп, көндәрҙең үткәнен дә һиҙмәйһең. Бындағы эҫелә бешеп йөрөмәйем тип, үҙемә аҡ ыштан, аҡ күлдәк алып кейҙем. Шул “модный” кейемем менән бер заман ауылыма килеп төштөм. Таң ине... Томан... Етмәһә, беҙҙең ауыл уртаһында, туҡталыш ҡаршыһында зыярат бар.
Күҙ алдына килтерегеҙ: таң һарыһынан кешеләр малын көтөүгә ҡыуа. Ә шул мәлдә мин томан эсенән сығып киләм. Етмәһә, зыярат ҡаршыһында, өҫтөмдә — ап-аҡ кейем.
— Айгиз улым, был һинме? — үҙ күргәненә ышана алмай, күрше әбей ҡатып ҡалды.
— Мин булам, мин! — тинем, йылмайып.
“Әстәғәфирулла” тип үҙ алдына төкөрөндө лә, йөрәген тотоп, ҡоймаға һөйәлде. Бүтән ҡатындар мине күргәс, ҡасырға ашыҡты. Эштең ниҙә икәнен белмәгәс, ауыҙ йырылып атлайым, етмәһә, һәр осрағанға һүҙ ҡушырға тырышам. Өйҙәгеләр имен-аман икәнемде күргәс, “аһ” итте. Иҫкәртмәйенсә сығып киткәнем өсөн ағайым әрләп тә алды.
Бынан һуң бик оҙаҡ үҙемдең иҫән икәнемде иҫбатларға тура килде.
Күргән береһе:
— Айгиз, һин тереме ни? — тип аптырай.
— Һеҙҙең алда баҫып торғас, иҫән булам инде...
Халыҡта шундай ышаныу бар. Кемде тере көйөнсә “үлгән” тип һөйләйҙәр, шул оҙон ғүмерле була. Бирһен Хоҙай! Көлкө лә, ғибрәтле лә был ваҡиғаның, исмаһам, бер файҙаһы булыр миңә.