Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған Нәзифә Аласова менән Гөлсәсәк Зарипова Салауат дәүләт башҡорт драма театрында эш башланы. Әйтеүҙәренсә, улар V кластан бергә – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатында белем алғандар.Дәүләкән ҡыҙы Гөлсәсәк бәләкәйҙән һүҙгә оҫта була. Уҡый-яҙа белмәгән сағында уҡ яҡындарын, ауылдаштарын шиғыр ятлауға әүәҫлеге менән хайран итә. Нәзифә иһә йырларға ярата. Моңло тауышлы ҡыҙ төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, “Баймаҡ йондоҙсоғо” конкурсында төп бүләккә лайыҡ була. Ғөмүмән, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына осраҡлы килмәй ҡыҙҙар. Артабан сәнғәт институтына, унан Салауат театрына ҙур теләк менән аяҡ баҫалар.
– Таныш булмаған ҡалаға юлланыр алдынан икеләнеү тойғоһо кисермәнегеҙме? – тип ҡыҙыҡһындым ҡыҙҙарҙан.
– Баштараҡ дөрөҫ аҙым яһайбыҙмы, яңылышмайбыҙмы тигән һорау тыуҙы, әлбиттә, – тип яуапланы улар. – Әммә коллективтың ихлас ҡаршы алыуы, оло апай-ағайҙарҙың арҡанан һөйөп яратыуы бөтә шиктәрҙе таратты. Театр директоры Илдар Маннапов, ижади коллективҡа идара итеүсе Рөстәм Фазылов, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев алдан уҡ имтихандарға килеп, һәләтебеҙҙе самаланы, фатиха бирҙе. Ҡала йәш, матур, халҡы ихлас. Беҙгә тырышып, янып ижад итергә генә ҡала.
Салауат ҡалаһы.