Йырланды бер йыр13.07.2018
Йырланды бер йырҒәли Шайслам улы Ғатауллин 1948 йылда Бүздәк районының Тауҙар ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Ҡазан һәм Башҡорт дәүләт университеттарында уҡый. “Кызыл таң” гәзите, “Һәнәк” журналы редакцияларында, тыуған районының Яҡуп, Туғай, Тауҙар мәктәптәрендә эшләй. Ғәли Ғатауллин – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Уның “Бер ҡыйыҡ аҫтында”, “Әсәйемдең өс йыры”, “Әйтһәм әйтәйем”, “Ете ят йәр”, “Беҙ үҙебеҙ Тауҙарҙан”, “Түреш менән күрешеү”, “Аҡтауға ҡайтам әле”, “Иҙәштәге илдәштәр”, “Хәтер”, “Исемдәре иҫемдә”, “Ғүмерҙәр тик бер генә” һәм “Туғандарҙың табылған сағы” исемле китаптары донъя күрҙе.










ХИКӘЙӘ

Йырланды бер йырИне — өс яғынан сәтләүекле, баланлы, миләшле, тәгәрәшеп бешкән еләкле аҡландары менән урман ҡаймалаған, ә дүртенсе яғы ҡибла елдәренә шыр асыҡ уйһыулыҡҡа йәйрәгән Биләр ауылының заманында илле ете мөрйәһенән төтөн сыға ине; ауылдың кешеләре лә ҡара бөҙрә сәсле, ыҫпай кәүҙәлеләр ине, иң шәп ҡыҙҙар Биләрҙә бешеп етешә ине.
Хәҙер унда дүрт кенә өй бар: өсөһөнөң тәҙрә ҡапҡастары таҡта киҫәктәре менән арҡыры-буй ҡаҙаҡланған, тубыҡтан үлән үҫкән ихаталары йәй айҙарында ғына хужалары ҡайҙандыр ситтән ял итергә, үҙҙәре әйткәнсә, һауа һуларға ҡайтҡас ҡына тапала. Ауыл уртаһындағы Түңәрәк күл ҡаршыһында әтәс ҡанат ҡағыуынан да йәм, тәм табып кет-кет көлөүсе Аҡ бабай өйө. Һәр йәй Биләргә барып, Аҡ бабайҙың хәлен белеп ҡайтыу ғәҙәткә ингән. Әгәр барылмаһа, ул ҡыш бик оҙаҡ уҙа, ҡыш буйы күңелгә ниҙер етмәй...
Әлеге барыуымда Аҡ бабай, көткәндәй, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ултыра ине. Гел генә эш кейеменән күреп ғәҙәтләнгәнгәме, уны танырлыҡ та түгел — ҡара салбар, еңе һыҙғаныулы аҡ күлдәк кейеп, башына эшләпәһен кәттә генә сәпәп ҡуйғайны. Һаҡал-мыйығын ҡыҫҡартып, тағы ла ыҫпайландырып ебәргән.
Аҡ бабай, сәләм алышҡас, ситкәрәк шыуышып, урын бирҙе лә уфтанып ҡуйҙы.
— Вәт, суҡынмыш, урамға тәки сыҡмай бит, ә!
— Кемде көтә инең, Аҡ бабай?
Аҡ бабай бышылдап ҡына:
— Тс-с, әбейең ишетмәһен! Кисә Хәҙисә ҡайтҡайны, — тине һаҡал осо менән күлдең теге яғындағы өйгә ымлап.
Мин шунда ғына иҫкә алдым — ул күрһәткән өйҙөң тәҙрә ҡапҡастары асылған, ихатаһында үҫкән үлән сабып ташланғайны. Мөрйәһенән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә рәшә булып йылы сыға, шул яҡтан мейескә яңы тығылған икмәк еҫе килә, баҡса яғында магнитофондан таралған йыр аҙашып йөрөй:
Батыр егет бесән саба,
Батыр егет бесән саба, тиһәнә;
Үтмәй уның салғыһы, тиһәнә,
Унда ҡыҙҙар ҡайғыһы, тиһәнә...
Аҡ бабай, уға бик үк хас булмағанса, көрһөнөп ҡуйҙы:
— Вәт, ҡылансыҡ, ә, Хәҙисәне әйтәм, йылдар буйы күҙгә күренмәүе генә етмәгән, ҡайтҡас та ҡасып ята. Сыҡһын ине ҡапҡа төбөнә, ултырһын ине шунда хет бәйләмен тотоп, хет семешкә сиртеп. Юҡ, семешкәлек тештәре юҡтыр инде уның, ну әйтәйек — һағыҙ сәйнәп. Ҡыйынмы ни шулай ғына итеүҙәре. Урамға йәм инер ине, ҡот ҡуныр ине ауылға... Кисә ихатаһындағы үләнде сабып ташларға өндәшкәйне. Барҙым, йүгереп барҙым — сит ҡатын-ҡыҙ ҡарар күҙгә танһыҡ бит инде ул! Әммә сибәрттәйгә туйғансы ҡарап тора алманым, әбейең арттан шылтырап килеп етте. Имеш, ул да подружкаһын һағынған. Бәлки, һағынғандыр ҙа — һөйкөмлө бит Хәҙисә! Атлап йөрөүҙәре, усы менән ауыҙын ҡаплап ҡына көлөүҙәре ни тора суҡынмыштың. Сыҡманы инде, ярай, әйҙә, өйгә инәйек — бал балының самай бейеп торған мәле. Ауыҙ итербеҙ, хе-хе.
...Иҙәне һап-һары итеп йыуылған өй эсендә табанан яңы ғына төшкән ҡоймаҡ еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Аҡ бабай һандыҡ өҫтөндә ҡуҡырайып ултырған бал мискәһе менән өҫтәл араһында тыз-быз йөрөй, үҙе һөйләнә:
— Бал ғына түгел был, балаҡай, үҙебеҙҙең урман-ҡырҙарҙа үҫкән сәскәләрҙең таң һутылыр был! Уны бына ошондай имән мискәләрҙә генә сымырҙатырға кәрәк, эскәндә лә, башҡа һауытҡа һалып тормайынса, ағыҙып ҡына алырға кәрәк, юғиһә, мараматы (“ораматы”ҙыр инде) осоп бөтә.
Бына шулай әҙләп кенә, тәмләп кенә, ирендәрҙе ялап ҡына, күҙҙәрҙе йомобораҡ ҡына эсергә кәрәк был фәрештәләр эсемлеген, балаҡай! И үҙең ағзаларыңды һиҙемлә — зәм-зәмдең шифалы ҡанаты иң башта йөрәкте йомшаҡ ҡына һыпырып үтер, шунан эсәктәрҙе ҡымырҙытыр. Иң рәхәте ашҡаҙанына инде — шифалы эсемлек килеп кергәс уға лафа, рәхәтләнә ул, иҙрәй ул, уға байрам; тамсыһын да әрәм итмәй үҙенә һеңдерә ул, ялап уҡ ҡуя... Ә бер аҙҙан башыңдың һәр күҙәнәген, тамырын тойорһоң — рәхәтлектән бейей улар, матур-матур уйҙар уяна башта.
Бына шул саҡ күҙҙе йомоп шым ғына ултырырға кәрәк. Һин күрерһең ошо зәм-зәмгә әүереләсәк һут йыйып алынған Боҫҡаҡ болондарын, Тәфтиләү урмандарындағы шыр сәскәле йүкәләрҙе, ташландыҡ ауылыбыҙҙың баҡсаларында шау сәскәлә ултырған алма-сейәләрҙе тәрбиәләп үҫтергән ауылдаштарымды күрерһең һин, Хоҙайҙың рәхмәте.
Иң шәп алма баҡсаһы Әмирҙә ине. Әйттем мин уға, нигеҙеңдән айырылма, тинем. Китмә ҡалаға, тинем, беҙ таш ҡосағында йәшәй алмайбыҙ, тинем. Китте... Юҡ инде ул. Шулай, балаҡай, илебеҙҙе юҡҡа сығарыу беҙҙекеләй ауылдарҙы бөтөрөүҙән башланды, күрәһең. Тамыр киҫелде... Эх, йырлағы килеп китте. Ҡайҙа, ҡарсыҡ, бир әле саратскийҙы, бер тартып алмай булмаҫ, ахыры.
Таҡта стена аша ҡарсығының битәре ишетелде:
— И-и, ошо ҡарт алаша, эсенә керһә, шулай инде ул, мыр-мыр килер. Үтте ғүмере гармун тартып, ҡатын-ҡыҙ артынан сабып.
— Ярай, ярай, сибәрттәй, “ситкә” йөрөһәм, ете бала таба алмаҫ инең әле. Үҙең генә уларҙы аяҡҡа ла баҫтыра алмаҫ инең. Ә ҡыҙҙарға күҙ төшә инде ул, төшә — матурһығыҙ бит! Күҙ генә төшә — и вчү. Ну, күңелдәре булһын тип, ҡосаҡланғандыр ҙа инде. Артыҡ бер ни юҡ.
— Кит, мөртәт, ауылда һин ҡосмаған ҡатын-ҡыҙ ҡалдымы икән?
Аҡ бабай кет-кет көлдө.
— Хе-хе, Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе ҡосор өсөн яратҡан дабаһа. Ҡапҡа бағанаһы түгел бит һеҙ. Минең ҡул тейһә, әле лә иреп китәһең бит һин.
— Кит, оятһыҙ! Мә, дырҡылдығыңды! Исмаһам, тауышың ишетелмәҫ.
Шөлдөрҙәрен сылтыратып саратский ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына бер тартылды, бер һуҙылды һәм, яйына төшөнөп, Аҡ бабайҙың ҡулында бейей, талпына башланы — донъя түңәрәкләнде: Аҡ бабай, сал башын гармунға эйеберәк, көйҙөң, һүҙҙең тәмен, моңон боҙа күрмәйем тағы, тигәндәй, һәр боролошон, һәр тибрәлешен һаҡ ҡына, килештереп кенә үтеп, ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән килешле итеп йырлай:
Һыуҙа балыҡ йөҙәҙер ҙә,
Һыу һалҡынын һиҙәҙер шул, һиҙәҙер;
Ауылыбыҙҙа бер матур бар,
Үҙәгемде өҙәҙер шул, өҙәҙер…
...Бер мәлде Аҡ бабай, күҙ ҡыҫып ала ла, йырлауҙан туҡтап, гармун тауышын аҡрынайта төшә. Шул саҡ ишетелә: теге яҡта ҡарсығы ла ипләп кенә, йомшаҡ бәрхәт тауышы менән ҡартына ҡушылған икән.
Ҡарсығы хәйләне һиҙмәй, хәйер, инде ул был донъянан ваз кискән — ул үҙенең хис-моң даръяһында тибрәлә, йәшәй, шул миҙгел менән ләззәтләнә, һыҙыла.. Бына Аҡ бабай, башын егеттәрсә генә артҡа сөйөп ала ла, күректәрен тулҡынландырып, баҡалы-ҡыңғыраулы яғын бейетеп, гармунын, өҙәм мин һине, тигәндәй, тартып ебәрә — һәм йыр башлай.
Ҡашың ҡара, ҡашың ҡара,
Ҡаралтҡанғаҙыр инде.
Ҡарайым, ҡарайым, ҡарап туймайым,
Яратҡанғаҙыр инде.
Гармундың шөлдөрҙәре һуңғы тапҡыр зыңлап алғас, өйҙә тынлыҡ урынлаша. Аҡ бабай яй ғына урынынан ҡуҙғала.
— Әйҙә, балаҡай, ихатаға сығып инәйек — йырыу тәмен бөтөрөп эсеп тормабыҙ инде. Әйтәм генә, һин үҙең генә ҡара. Мин — юҡ.
Таҡта стена арҡылы ҡарсығының кеткелдәгене ишетелде:
— Бар, бар, тиҙ бул! Ҡунаҡ ҡыҙы, таяғына таянып, инде баянан бирле ҡапҡа төптәрендә баҫып тора. Һи-һи. Үҙе беҙҙең яҡҡа ҡарай, ахыры, күҙлек быялалары бәк ялтырап-ялтырап китә. Йәһәтерәк сыҡ инде! Юғиһә, шул яҡҡа ни ғүмер ҡаҙалып ултырғайның, ҡарт мүкләк!
Ихатаға сыҡҡас, Аҡ бабай, минең янтыҡҡа еңелсә генә төртөп, кет-кет көлдө:
— Вәт-ә, иҫләп торған икән. Көнләшә инде ул, хе-хе... Дә-ә, һин Хәҙисәне йәш сағында күрһәң икән — кәртинкә ине! Ҡыҙы янына ҡалаға күскәс кенә бөтөрөндө. Таш һалҡыны һеңде, ахыры, бахырға. Хәҙисәнең бер малайы элек үҙебеҙҙә бригадир ине. Беҙҙең ауылға ҡаныҡтылар бит бер мәл: “Ауылығыҙ кескенә, өмөтһөҙ, центрға күсегеҙ!” — тинеләр йыйылыш һайын. Тик бер кем дә һелкенмәй... Ипләп кенә кибет ябылды. Ферма бар ине — малдарын үҙәккә ҡыуҙылар — эшһеҙ ҡалдыҡ. Ике балаға мәктәп тотоп булмай, тип уныһына йоҙаҡ элделәр. Йәштәр юҡ, тип клубты һүттеләр. Ә халыҡ һаман тамыр ҡуптармай. Шунан әйткәндәр бригадирға, Хәҙисә малайына: “Или ауылыңдан күсенәһең, или партия указын үтәмәгәнең өсөн партбилетыңды өҫтәлгә һалаһың!” — тигәндәр. И вчү — трактор санаһына өйөн ултыртып китте Хәҙисә малайы колхоз үҙәгенә. Ҡулы еңел булды, мөртәттең, өс йәйҙә бөттө ауыл, тырым-тырағай таралды... Ә бит кеше кендеге киҫелгән ерҙә генә бәхетле була ала. Ул мөхит — уның Иле! Мине һуғышта әллә ҡыҙыл сепрәк, ниндәйҙер ҡалалар өсөн ҡан ҡойған тиһеңме? Хир — мин үҙебеҙҙең Биләрҙе бирмәнем фашистарға! Фашист еңә алманы, эйе, ә үҙебеҙҙекеләр бөтөрҙө, һытты. Биләрҙе лә. Илде лә. Заразылар! Шулай, балаҡай, әллә ниндәй уйҙар килә инде башҡа... И-и, әллә ҡартая башлағанмын инде, хе-хе, гүпсим онотҡанмын — әйҙә әле, күрһәтәйем, ни яһаттым бит мин!
Елт-елт атлаған Аҡ бабайға эйәреп алма баҡсаһына керҙем. Унда, урталыҡта, йәйгелек өсөн генә таҡтанан эшләнгән аласыҡ бар — шуның ишеген асты Аҡ бабай.
— Ана, күрәһеңме, хе-хе?!
Инде ҡайырылары ҡыршылып бөткән имән бүкәнгә мәрмәр таштан яһалған сардуған һөйәлгәйне. Уға Аҡ бабайҙың егет сағындағы рәсеме ҡуйылып, исем-шәрифе көмөш хәрефтәр менән яҙылған.
— Төҫө оҡшаманы. Өй йәшелгә буялған, ҡапҡа-ҡойма — зәңгәр, был таш бер үҙе ҡарайып тора — ихатаға төҫ түгел! Шуның өсөн бында, ышыҡҡа, кертеп ҡуйҙым. Юғиһә, ихатала ине. Асыҡ төҫлө таштан икенсене яһатырмын, ахыры. Барыбер әбейеңә лә эшләтергә кәрәк. “Гел үҙеңде генә ҡайғыртаһың. Давай, миңә лә ҡәбер ташы!” — тип битәрләй бит, юғиһә, хе-хе.
— Бетондан да сардуған эшләгәйнең бит, Аҡ бабай. Быныһы ниңә инде?
— И, балаҡай, моданан артта ҡалмаҫҡа кәрәк — хәҙер кемдә ундай килбәтһеҙ сардуған бар — фасуны бөттө уның. Мин уны, аҙбарҙың бер мөйөшө баҫыла башлағас, шунда ҡыҫтырып ҡуйҙым. Шәп булды. Үлсәп эшләнгән кеүек. Тимерҙән дә бер сардуған эшләгән инем әле үҙемә. Ничауа ине. Үҙемә лә оҡшай ине. Әбейең дә килештерҙе, әммә Әмир дуҫ алданыраҡ китте. Ауыр тупрағы еңел булһын. Уға бирҙем. Йәл түгел, һәйбәт кеше ине. Игелеген күрһен... Ҡара әле, балаҡай. Хәҙисәгә лә таҡтаташ яһатып бүләк итһәм, килешеп бөтөрмө икән, ә?! Юҡтыр...
Үҙем Аҡ бабайҙың һөйләгәнен тыңлайым, ә саратский шөлдөрҙәренең зыңынан, әбей менән бабайҙың ипле йырҙарынан иләҫләнгән, иҫергән, ҡайҙалыр талпынған күңел, ҡара таҡтаташты күргәс, әллә нишләп китте: барыр юлдарың, ҡылаһы ғәмәлдәрҙең нөктәһе булып ниҙер иҫкәртәлер кеүек ул.
Ә көләс йөҙлө Аҡ бабай ҡасандыр күкрәп йәшәгән, ә хәҙер инде таратылған, туҙҙырылған һөйөклө ил-ерен тарих кендегенә беркетергә теләгәндәй баҫып торалыр кеүек.


Вернуться назад