Мәшһүр әҙип ял иткән урында13.07.2018
Мәшһүр әҙип ял иткән урындаРеспублика етәкселеге балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлә, быйыл да ял һәм һауыҡтырыу лагерҙары бала-саға тауышына күмелде. Мәҫәлән, Чехов исемендәге шифаханала уҡыу алдынғылары өсөн Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү йүнәлешендә “Йәйләү” лагеры асылды.

Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева ҡыҙ һәм малайҙарҙы ҡыйыуыраҡ булырға саҡырҙы, ялдарының файҙалы үтеүен теләне. Әлшәй районы хаки­миәте мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Рәмзиә Яҡупова һөйләүенсә, төп маҡсат – балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү, һәләттәрен асыуға айырыуса көслө иғтибар бүлеү.
– Һәр балаға айырым шәхес итеп ҡарау уларҙы һәр йәһәттән дә үҫтереү өсөн шул тиклем отошло алым, – ти смена етәксеһе Гүзәл Фазылова. – Юғиһә, ситтә ҡайһы берәүҙәр үҙенә үҙе бикләнеүсән. Маҡтау һәм хуплау һәр береһенең иңенә ҡанат ҡуя, фекер-тәҡдимдәрен еткерергә лә булышлыҡ итә. Иғтибарҙы арттырған хәлдә иһә уларҙың лидерлыҡ сифаттары тойомлана.
Быйыл 80 урын бүленгән, әлбиттә, республика райондарынан йыйылғандар, милләттәш­тәребеҙ күпләп ғүмер иткән Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкә­ләренән, Мәскәү ҡалаһынан да саҡырылғандар.
Дим буйының хозур тәбиғәте­нә кем һоҡланмаған!? Ысынлап та, һулап туйғыһыҙ саф һауа, Дим йылғаһы – барыһы ла малай һәм ҡыҙҙарға оҡшай. Нәҡ ошонда бөйөк яҙыусы Антон Чехов уҡымлы әҫәрҙәр ижад иткән, һаулығын нығытҡан.
Вожатый Әлиә Әбдрәшитова билдәләүенсә, спорт һәм зирәклекте һынау уйындары, республикабыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын тәрәндән өйрәнеүгә арналған саралар уҙғарыу күҙ уңында тотола. Әйткәндәй, бүтән лагерҙарҙан айырмалы, бында отрядтарға түгел, ә ырыуҙарға бүленгәндәр. Ырыуҙар үҙ-ара ярыша, “Йәйләү батыры” һәм “Йәйләү һылыуы” асыҡланасаҡ, “Алпамыша”, “Аҡ тирмә”, “Мин яратам һине, Йәйләү!” конкурстарын үткәреү эш планына ингән, һабантуй ойоштороласаҡ.


Вернуться назад