Кәкре суҡмар13.07.2018
Кәкре суҡмарМәскәүгә йөрөргә ярата Ғамир. Шыма, һикәлтәһеҙ баш ҡала юлы. Тап ул хәҙер көрәп аҡса эшләү мөмкинлеге бирә, шуға ла тормошонан ифрат ҡәнәғәт ир. Үҙенә үҙе хужа. Хәҙер бит уның шәхси автобусы бар! Элек шофер булып йөрөгән ойошмала айҙар буйы эш хаҡы түләнмәй башлағас, Өфөлә йәшәгән яңғыҙ әсәһе, районда көн иткән ҡайныһы менән ҡәйнәһе, йылдар буйы йыйған аҡсаларын ҡушып, һатырлыҡ нәмәләрен һатып, уға өр-яңы автобус алып бирҙе. Бик рәхмәтле үҙҙәренә Ғамир.

“Юлда абай бул!”

Шәхси автобусында эшҡыуарҙарҙы айына бер нисә тапҡыр баш ҡалаға алып барып, кире алып ҡайта. Халыҡ ундайҙарҙы “челноктар” тип атай. Төрлө тарафтан, хатта сит илдәрҙән әллә күпме тауар ташый Ғамирҙың юлдаштары. Күбеһе Мәскәүҙәге Черкизов баҙарында була. Унан арзан хаҡҡа Ҡытайҙа йә баш ҡала подвалдарында билдәле Европа фирмаларыныҡына оҡшатып тегелгән кейем-һалымды күмәртәләп һатып ала. Өфөгә ҡайтҡас, хаҡын күпкә арттырып, баҙарҙа берәмләп “осоралар”.
Ғамир менән хеҙмәттәшлек иткән, йәғни уның автобусын файҙаланған челнок­тарҙың бөтәһе лә юғары белемле, мәҙә­ниәтле ҡатын-ҡыҙ. Илдә үҙгәртеп ҡороу башланғанға тиклем уларҙың ҡайһыһылыр мәктәптә уҡытҡан, кемеһелер кешеләрҙе дауалаған, бәғзеләре театрҙа уйнаған, араларында шулай уҡ ғилми хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. “Челнок”ка әйләнергә уларҙы аяуһыҙ тормош үҙе мәжбүр иткән. Бала-сағаһын ашатыу, кейендереү, дауалау, уҡытыу өсөн кәрәкле аҡса етештерә алмай йонсоғанға тотонған улар был мәшәҡәтле кәсепкә.
Мәскәүгә барғанда, ғәҙәттә, автобус яртылаш буш була, кире ҡайтҡанда иһә шығырым тулы – тыңҡыслап тейәлгән шаҡмаҡлы клеенка сумкалар түшәмгә тиклем өйөлә.
Гүзәл зат отошлораҡ тауар эҙләгәндә, оҙон юлда арыған Ғамир йоҡо туйҙыра. Пассажирҙары уның тураһында хәстәрлек күреп тора.
– Ҡатыныңа килешер, моғайын, – тип бер “челнок” уға сағыу яулыҡ тоттора.
– Американыҡынан кәм булмаған джинсыларға юлыҡтым, һинең улыңа ла алдым, – тип икенсеһе шәп салбар һуҙа.
– Үҫмерҙәр яратып кейә, ҡыҙыңа бүләк итерһең, – тип өсөнсөһө зәңгәр сәскәләр төшөрөлгән матур күлдәк сығарып бирә.
Әле лә Өфө баҙарында һатырлыҡ тауар артынан баш ҡалаға китеп барыуҙары. Алдан килешеп, юлға төнгө сәғәт дүрт тулғас та сыҡтылар. Тәүлек әйләнәһенә йүнселлек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәре менән булышҡан ҡатындар шунда уҡ тәрән йоҡоға сумды. Бик йәлләй Ғамир уларҙы. Иңдәренә бәғзе ирҙәр күтәрмәҫтәй ауырлыҡ йөкмәгәндәр бит! Форсат барҙа ял итһендәр тип, шофер радиоһын да ҡабыҙмай. Ҡатыны хаҡында уйлана. Диләһе әллә ни сибәр түгел. Уның ҡарауы, аҡыллы, тәрбиәле, хәстәрлекле. Үҙенә тоғро ҡатын, балаларға яҡшы әсәй. Бәхетле көн итеү өсөн тағы нимә кәрәк?
Ун йыл самаһы элек дауаханала танышҡайнылар. Ғамир унда, Афғанстан­да алған контузиянан һуң үҙен ныҡ яфалаған баш ауыртыуын дауалап, йыл һайын яҙлы-көҙлө ятып сыға торғайны. Медицина институтын яңы ғына тамам­лаған йәш табип һөйкөмлө егеткә тәү күреүҙән үк ғашиҡ булды. Ярым шаяртып, өйләнешергә лә үҙе тәҡдим итте. Әсәһе лә: “Эргәңдә врач йәшәһә, бирешмәҫһең, өйлән”, – тигәс, Ғамир тәүәккәлләне лә ҡуйҙы. Гөрләтеп туй яһанылар. Аңлашып, матур йәшәп киттеләр. Дилә ире өсөн өҙгөләнеп тора. Алыҫ сәфәргә оҙатыр алдынан, ас йөрөмәһен тип, әллә күпме тәмле-татлы ризыҡ, эҫе сәй, компот әҙерләп, иренең сумкаһына һалып ебәрә.
– Абай бул, зинһар, юлда төрлө хәл булыуы ихтимал, – тип үтенә һәр саҡ. – Өфөлә генә эш эҙләштерһәңсе, юлба­ҫарҙар күбәйгән тип һөйләйҙәр бит.
– Хәҙерге заманда ниндәй юлбаҫарҙар булһын ти? Юҡҡа борсолма, – тип тыныс­ландыра хәләлен Ғамир.

Ығы-зығы...

Хәтирәләргә сумып, Башҡортостан менән Татарстандың сигенә яҡынла­шыуҙарын да һиҙмәгән Ғамир. Быны юл хәрәкәте хеҙмәтенең контроль-үткәреү пунктына яҡынлашҡас ҡына аңғарҙы. Ситтә баҫып торған яңғыҙ милиционер таяғын болғап туҡтарға ҡушҡас, тормозға баҫты. Документтарын әҙерләне. Ғәҙәттә, уларҙы автобустың тәҙрәһен асып ҡына күрһәтә. Әммә был юлы милиционер ҡәтғи рәүештә ишекте асыуын талап итте. Буйһонмай булмай – асырға тура килде. Шул мәлдә әллә ҡайҙан автобусҡа бер-бер артлы тағы өс милиционер килеп керҙе. Береһе шунда уҡ шоферҙың сикәһенә пистолет терәне... Йәшен тиҙлегендә “Кәкре суҡмар!” тигән уй үтте Ғамирҙың башынан.
...Ун йыл самаһы элек булған был ваҡиғаны хәтеренән бөтөнләй юйып ташларға теләгәйне ул. Онотҡайны ла тип әйтерлек. Урта Азиянан Рәсәйҙең үҙәгенә елгән поезда Афғанстандан, һалдат хеҙмәтенән ҡайтып барыуҙары. Һауа-десант ғәскәрендә иңгә-иң терәшеп утлы һуғыш эсендә ҡайнаған иптәштәре менән ниндәйҙер станцияла һатып алған араҡыны һемереп, рәхәтләнеп кәйеф-сафа ҡоралар. Ярым буш вагонда уларҙан башҡа һалдаттар ҙа бар. Үҙҙәрен ипле, тыйнаҡ тоталар: тыныс ҡына әңгәмәләшеп, сәй эсеп ултырыуҙары.
– Һеҙ ниндәй ғәскәрҙән? – тип төпсөндө уларҙан ярайһы уҡ һалмыш десантсылар­ҙың Сергей исемлеһе.
– Төҙөлөш батальонынан, – тип яуап­ланы күршеләр.
– Ҡайҙа хеҙмәт иттегеҙ?
– Монголияла.
– Нимә төҙөнөгөҙ һуң?
– Электр станцияһы.
– Беҙҙең дембель табынына ҡушы­лығыҙ, – тип тәҡдим итте Сергей яңы таныштарына.
– Беҙ араҡы эсмәйбеҙ, – тип дәррәү баш тартты төҙөүселәр.
Был десантсыға оҡшаманы.
– Беҙ Тыуған ил тип ҡан түккәндә, һеҙ кеҫә ҡалынайтып йөрөнөгөҙмө? – тип Сергей ҡапыл йәмһеҙ итеп аҡырып ебәрҙе. – Беҙ һаулығыбыҙҙы юғалттыҡ, ә һеҙ байып ҡайтып бараһығыҙмы?
Һүгенә-һүгенә кеҫәһенән пистолет килтереп сығарҙы ла теге һалдаттарҙың береһенең башына тоҫҡаны. Низағ сыҡҡан урынға башҡа десантсылар ҙа йыйылды. Ғамир: “Ҡоралдарҙы часта ҡалдырырға ҡушылғайны бит, тимәк, Сергей бойороҡто үтәмәгән!” – тип кенә уйлап өлгөрҙө. Үҙе лә һиҙмәҫтән, хеҙмәттәштәре эргәһенә барып баҫты. Десантсылар төҙөүселәрҙе ҡамап алды. Ығы-зығы китте.
– Аҡсаларығыҙҙы өҫтәлгә һалығыҙ! – Сергейға, ҡырағай хайуандай ажғырып, Григорий исемле тағы бер иҫерек десантсы ҡушылды.

Хилафлыҡ ҡылмау фарыз

Уның ҡулында фин бысағы ялтланы. Төҙөүселәр десантсыларға ҡаршы тора аламы һуң? Юҡ, әлбиттә. Ғәҙәттә бит төҙөлөш батальондарына башҡа төр ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итерлек физик мөмкинлеге булмаған егет-елән эләгә. Ә десантсылар иң ныҡлылар, иң көслөләр араһынан бөртөкләп һайлап алына. Монголиянан ҡайтып барыусылар өндәшмәй генә кеҫәләренән ике йыл буйы эшләп алған аҡсаларын сығарып һалды. Араларынан береһе генә, мосолман кешеһе икәнлеген төҫмөрләптер инде, Ғамирҙың күҙҙәренә тура ҡарап, башҡортсалап:
– Кәкре суҡмар ҡанунынан ҡурҡмай­һығыҙмы? – тип һорарға баҙнат итте.
– Беҙ үҙебеҙ – кәкре суҡмар! – тип яуапланы дөйөм ғауғала үҙен батыр тип иҫәпләй башлаған Ғамир. – Беҙ үҙебеҙ теләһә кемде ҡурҡытабыҙ!
Шулай ҙа ара-тирә ул: “Кәкре суҡмар тигәне нимә була икән һуң?” – тип уйланып йөрөнө. Был һүҙбәйләнештең асылын ҡатыны төшөндөрөп бирҙе:
– Ырғытып ебәрһәң, кире әйләнеп ҡайта торған кәкре суҡмар рәүешендәге ҡорал ул, бумеранг тип тә йөрөтәләр, – тип тәфсирләп аңлатты Дилә иренә. – Көнкүрештә күсмә мәғәнәлә ҡулланыла: башҡаларға ҡылған яҡшылығың үҙеңә ҡасан да булһа – яҡшылыҡ, яманлығың яманлыҡ булып әйләнеп ҡайта тигәнде аңлата.
...Сикәһенә терәлгән пистолет Ғамирға салонды күрергә ҡамасаулай. Ундағы хәлде көҙгө аша ғына күҙәтә ала. Төҫ-ҡиәфәттәренә, туҡтауһыҙ әшәке итеп һүгенеүҙәренә ҡарап, юлбаҫарҙарҙың ысын милиционер түгеллеген аңғара. Ҡап уртала ҡулына автомат тотҡан берәүһе тора. Икеһе сыр-сыу килгән ҡатын-ҡыҙҙы талай. Бәләкәй сумкаларын аҡтарып, кеҫә телефондарын, тауарға тәғәйенләнгән аҡсаһын таптыралар, өҫ кейемдәрен ҡапшайҙар, балдаҡтарын, һырғаларын, сылбырҙарын һалдырып алалар...
– Исмаһам, туй балдағына теймәгеҙ! – тип ялбара бер ҡатын.
Юлбаҫар, уғата ҡотороноп:
– Шым хәҙер үк! – тип уның яңағына һуғып ебәрә.
Үҙенә пистолет терәгән бандит Ғамир­ҙың да кеҫә телефонын, бар булған аҡсаһын тартып ала. Ниһайәт, “милицио­нерҙар” автобустан сыға башлай. Авто­матлыһы, ҡоралын автобусҡа төбәп, арты менән сигенә. Юл аша торған “Жигули”ға ултыралар ҙа Өфө яғына елдереп китеп тә баралар. Шаңҡып, илашып ултырған ҡатындарҙы нисектер йыуатырға теләп:
– Иң мөһиме – үҙебеҙ иҫән ҡалдыҡ, – тигән була Ғамир.
Милиция саҡырырға кәрәк, тип контроль-үткәреү пунктына йүнәлә. Барып керһә, унда аяҡ-ҡулдары ҡайыш-бау менән бәйләнгән, ауыҙҙарына сепрәк-сапраҡ тығылған ярым-яланғас дүрт ир-егет аунап ята.
– Беҙ ҡоралһыҙ бит, ә бандиттарҙың һәр кемендә пистолет, хатта автоматтары ла бар, – тип зарлана милиционерҙарҙың береһе, ауыҙынан сепрәкте тартып алғас та. – Кейемебеҙҙе сисеп бирергә тура килде инде.
Уларҙы ҡотҡарып, милицияға шылты­рат­ҡансы таң да атты. Ғамир юлдаштары менән ҡайтыу яғына боролдо. Кәкре суҡмарҙы иңендә татығас, артабан бер ҡасан да, бер кемгә лә, бер ниндәй ҙә хилафлыҡ ҡылмаҫҡа үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе...


Вернуться назад