Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ: “Барыр юлым – һеҙ бараһы юлдар, Йөрәгемдә – һеҙҙең ялҡындар...”10.07.2018
***

Эй, кешеләр, һеҙгә ашығамын,
Бармы икән миндә эшегеҙ?
Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә,
Мин бит кеше түгел кешеһеҙ.

Күҙҙәремдә – һеҙҙең ҡыуаныстар,
Хәсрәтегеҙ – минең алҡымда.
Барыр юлым – һеҙ бараһы юлдар,
Йөрәгемдә – һеҙҙең ялҡындар.

Бар шатлығым һеҙҙең менән бергә,
Бергә булһам – ҡайғым тарала.
Һәр саҡ сарсап осрашыуҙар көтәм,
Ҡалғым килә һеҙҙең арала,
Ҡалғым килә һеҙҙең арала.


Көндәлек доғамдан

Иртән, кисен ҡабатлайым
Доғам – изге теләкте.
Күрмәгәнен күрҙе халҡым,
Уға күпме эләкте.

Инде бер аҙ күҙ асылһа,
Ситтән сәйер бағалар,
Көн өҫтөндә тиктомалға
Нахаҡ бәлә яғалар.

Оятһыҙҙар һулышынан
Күңел тора һиҫкәнеп.
Хәрәм тимәй, ҡалъя көтөп,
Эттәр йөрөй еҫкәнеп.

Тик берҙәмлек ҡотҡарасаҡ –
Уйлағандар бер булһын.
Көмбәҙебеҙ һәр саҡ бейек,
Һис тетрәтмәҫ ер булһын.

Һәр мөрйәнән төтөн сыҡһын,
Һәр усаҡта ут булһын.
Һауа тулы дауа булып,
Тупраҡ тулы һут булһын.

Барсабыҙҙың күңелендә
Намыҫ, иман баш булһын,
Тапҡан малдар бәрәкәтле,
Алда хәләл аш булһын.

Туғай тулы өйөр аттар,
Умартала ҡорт булһын.
Бал ҡорттары һымаҡ берҙәм
Илем ҡотло йорт булһын.

Алдыбыҙҙа балҡып ятһын
Олатайҙар ҡыуған юл.
Ил таяныр терәк булһын
Ергә яңы тыуған ул.

Тотолмаһын ҡояшыбыҙ,
Көткән яҡты таң булһын.
Халҡым һәр саҡ уяу булһын,
Халҡым һәр саҡ аң булһын.

Мәңге аҡһын Ағиҙелем,
Сик булһа ла Ыҡ булһын.
Башҡортостан бөтөн булһын,
Башҡортостан ныҡ булһын.

Дауылдарҙан һаҡлап торған
Бөйөк Уралтау булһын.
Башҡортостан иҫән булһын,
Башҡортостан һау булһын.


Хәбәрсе

Хәбәр яҙам, төрлө хәлдәр яҙам:
Ярты быуат яҙам арымай.
Күргәнемде, кисергәнде яҙам,
Нимәләргә генә тарымай.
Ярты быуат яҙам арымай.

Яңылыҡты, яҡшылыҡты күреп,
Яманлыҡты күреп аптырап.
Тормош көн дә оло һорау ҡуя,
Тормош көн дә яуап таптыра,
Тик ҡалырға түгел аптырап.

Ҡайнап ятҡан тормош ағымында
Һәр һорауға яуап-өлгө бар.
Хәбәрсенең өлгөр ҡулдарында
Уны тотоп алыр һөлгө бар.
Һәр һорауға яуап-өлгө бар.

Ҡай ваҡытта бик ҡиммәткә төшһөн
Ғәҙел баһа, ғәҙел һүҙ хаҡы,
Хәбәрсенең йәне ҡанаһа ла,
Дөрөҫлөктөң белә үҙ хаҡын,
Бик ҡиммәткә төшһөн һүҙ хаҡы.

Дөрөҫ һүҙҙе кәрәк саҡта әйтә,
Булһын ҡай саҡ башы китерлек.
Ҡулдарынан эшен төшөрөрлөк,
Алдарынан ашы китерлек.
Булһын ҡай саҡ башы китерлек.
Ҙур кәбәндән энә эҙләгәндәй,
Эҙләп һүҙҙең иң-иң тапҡырын,
Һәр саҡ хаҡлыҡ һаҡлап, кеше яҡлап,
Юлдар үтә меңәр саҡ(ы)рым,
Эҙләп һүҙҙең иң-иң тапҡырын.

Гәзит уға ерҙә иң дөрөҫ юл,
Барһын заман имен ялғанып,
Иң ҙур маҡсат – ситкә тайпылмаҫҡа
Кәрәк юлдың дөрөҫ һалғаны,
Барһын заман имен ялғанып.

Ул күрәҙә һымаҡ күрә килә:
Хаҡлыҡ менән халҡы хаҡына,
Бар бәхете – тормош асылдарын
Аса бара алһа халҡына,
Хаҡлыҡ менән халҡы хаҡына.


Бағышлау

Тик мөхәббәт тотоп тора
Кешелекте ер йөҙөндә;
Асылы ла, булмышы ла,
Яҙмышы ла бер үҙендә.

Бер үҙендә – бөтә ҡөҙрәт,
Еремдәге – бар батырлыҡ.
Шунан донъя илһамлана,
Шунан тыуа бар матурлыҡ.

Ергә булған мөхәббәттән
Мәңге һүнмәҫ ҡояш ҡыҙған,
Ә ерҙәге тормош бара
Мөхәббәттән ҡатын-ҡыҙға.
Ҡатын-ҡыҙға мөхәббәттән –
Был тормоштоң бөтә йәме.
Бөтә йәме генәме һуң? –
Йәшәйештең бөтә йәне.

Йәшәп туймаҫлыҡ донъябыҙ
Мөхәббәттән нағышланһа,
Ир ғүмере – ысын ғүмер,
Ҡатын-ҡыҙға бағышланһа.


Ҡартаяммы икән...

Ҡартаяһың, тимен, ҡартаяһың,
Ҡартаямы икән Ирек тә...
Үткәндәрҙе һис ҡайтарып булмаҫ,
Барлыҡ мөлкәтеңде биреп тә!

Йылдар үтеп, төрлө юлдар һүтеп
Бирештеме икән Ирек тә...
Булмаҫ һымаҡ инде ҡыланып та,
Булмаҫ һымаҡ күкрәк киреп тә.

Урамдарҙан башым баҫып уҙам,
Гүйә, бөтәһе лә еләткән;
Минең өсөн сәскә атмай гөлдәр,
Минең өсөн бешмәй еләктәр.

Күрмәмеш тә булам матурҙарҙы,
Яҙыҡтыр ҙа үтеү ымһынып.
Мин үҙемә үҙем оҡшамайым,
Нимәгә һуң киләм буйһоноп?

Үҙем дөрләп тоҡанырға киләм
Эсемдәге һүнмәҫ ялҡынға.
Тормош мине күпме ултыртһа ла,
Ултырмайым ниңә аҡылға?

Бөтәһе лә шулай тиҙ үттеме,
Күҙҙе асып йомған арала.
Ә ниңә һуң ҡапыл йәмдәр күрһәм,
Барлы-юҡлы зиһен тарала?

Шулай ҙа ул, шулай түгел дә,
Шайтан белә – нимә күңелдә.


***

Мин үҙемде үҙем һаҡламаным,
Мине һәр саҡ Аллам һаҡланы;
Бөтә өмөт өҙөлгәндә лә бит,
Үҙем һиҙмәй, ҡалдым аҡланып.
Әллә ниндәй нахаҡ-ялғандарҙан
Бөттөм тиһәм, тамам тапланып,
Әллә нисек тағын көн асылды,
Үҙем түгел, Аллам һаҡланы.
Даръя кисеп, һыуҙа батмай
сыҡтым,
Янмай үттем янған утында;
Ҡарурмандар ныҡлап аҙаштырмай,
Йотмай сығарҙылар упҡындар.
Бер ҡараһам уҙған юлдарыма –
Гонаһым аҙ һымаҡ һауаптан.
Алла аңлар, тинем, аңламаһа –
Ҡасып йөрөмәнем яуаптан.
Был ғүмерҙең бөтә мәғәнәһе –
Меҫкенлек һәм ирлек араһы;
Һаман юлда һәр бер аҙымыма
Ғәҙел хөкөм тура ҡараһын.
Ирмен, тиеп бик ирәйеп китһәм,
Гонаһымды берүк аҡлама.
Ебеп ҡалып, меҫкенлеккә төшһәм,
Йәлләп торма, Аллам, һаҡлама.


Вернуться назад