Фәнил КҮЗБӘКОВ: Ҡаяларҙың күкрәгенә Шанлы тарих яҙылған…06.07.2018
Фәнил КҮЗБӘКОВ: Ҡаяларҙың күкрәгенә Шанлы тарих яҙылған…Быуын-быуын зат-ырыуым

Нисә быуын йәшәлгәндер, ―
Юллауы ҡыйын,
Әммә һаман ишетәмен
Уҡ һыҙғырыуын.

Аттар ҡарғый,
Урттарынан
Ал күбек тама.
Арттамы,
Әллә алдамы
Офоғом яна.

Ҡанбабамдың усаҡ көлө
Шүлгән эсендә.
Көл аҫтында
Һаҡланған ҡуҙ
Баҙрай еремдә.

Ҡартатамдың олатаһы —
Яуҙашым минең.
Уға осҡан
Ыулы уҡтан
Ҡанһырай иңем.

Карат ҡамсыһынан
Арҡам,
Күр, телгеләнгән.
Иңрәүҙәрем
Ҡая ташҡа,
Күр, билгеләнгән!

Сенала ат һуғаралар...
Унда ла бармын.
Берсә ярһыу йылға,
Берсә
Ҡаялы ярмын.

Мортазинсы олатамдың, ―
ГУЛАГ тотҡонон,
Еңеләйтеп булмаҫмы, тим,
Уттар йотоуын.

Атай менән йә табанлап,
Йә түштән шыуып,
Ярты Европаны үттек,
Ҡоҙғондо ҡыуып.

Әлегә мин —
Нисәмәлер
Быуын бәйләүсе.
Кисәгене иртәгәгә
Бөгөн әйҙәүсе.

Ата-баба
Аманаты
Уланға етһен.
Ейәндәрҙең йөрәге лә
Халҡым тип типһен.

Күпме ғүмер йәшәләсәк, ―
Ниңә юрарға?!
Ил улының
Йөрәге бар
Юлды һорарға.

Быуын-быуын
Зат-ырыуым
Таңды ҡаршылай.
Фатихалы ил ҡарттары
Сығып баҫырҙай.


Тауға аш һин

Тормош ығы-зығылары
Иҙһә йәнең-тәнеңде,
Тауҙарыңа күтәрел дә
Самала һин хәлеңде.

Ана йылғаң, таҫма булып,
Офоҡтарға тартыла.
Йәнәшәңдә бөркөт, саңҡып,
Йәнә күккә атыла.

Тегендә болот ҡуйыра:
Йәшендәрен уйнатыр…
Тауға аш һин, —
Был тауҙарың
Оло уйҙар уйлатыр.

Ҡаяларың береһенән-
Береһе бейегерәк.
Бейегерәк булған һайын,
Яҙмыштар бөйөгөрәк.

Тауға аш һин…
Ҡотолорһоң
Ығы-зығы ауынан.
Ҡаяларың күкрәгенә
Шанлы тарих яҙылған.


***

Көҙгө парк…
Алтын тәңкәләре
Аяҡ аҫтарына һибелгән…
Эй һин, һеперткеле!
Ни йән менән
Һеперәһең йәмде ереңдән?!

Туҡтал әле,
Һеперткеңде ҡалдыр,
Күтәрелеп күҙ һал ян-яҡҡа:
Ҡабатланмаҫ төҫтәр ағастарҙа,
Көҙ моңдары сыңлай япраҡта…
Көҙ һағышы һәр бер япраҡта.


* * *

Оса япраҡ,
Оса япраҡ,
Әйтерһең, яҙғы күбәләк.
Тик яҙ түгел –
Көҙ эргәлә:
Ағастар елдә тирбәлә.

Оса япраҡ…
Оса торғас,
Эләкте бит күләүеккә.
Инде башҡа оса алмаҫ:
Бер лыпашҡас түбәнлеккә.


* * *

Билкәйҙәрең тора өҙөлөп…
Китмәһен тип кинәт өҙөлөп,
Һинең өсөн торам өҙөлөп.

…Тик аралар бөткән өҙөлөп,
Өҙәрем юл ҡалған өҙөлөп,
Күңелдәрем китте өҙөлөп,
Һин дә илайһыңдыр, өҙөлөп…
Билкәйҙәрең тора өҙөлөп…


Һин алыҫһың…

Йондоҙҙар бөгөн һағышлы, —
Кисә шаяндар ине.
Эй, беҙҙең менән ҡыуышып,
Күлгә сумалар ине.

…Һин алыҫһың…
Һап-һары ай
Сайпыла һағышынан.
Йыһан иңрәп ҡуйыр төҫлө
Йөрәктең ҡағышынан.

Һин алыҫһың…
Яңғыҙлыҡта
Атырмы таң һыҙылып?
Тулышҡан да,
Һытылыуҙан
Йыһан тора тыйылып.

Һағышлы бөгөн йондоҙҙар,
Һағышлы бөгөн йыһан.
Һинһеҙ ҡалған минең донъям –
Һары һағышҡа тулған.

Бөгөн йондоҙҙар һағышлы,
Күл өҫтө лә тымыҙыҡ.
Һин алыҫһың…
Ай һарыһы
Күлгә аға һығылып…

… Һин алыҫһың…
Күк һағышлы
Һарғайған ай яҙмышлы.


Юлаусы

Һин, сибәркәй, бөгөн менән
Йәшәйһең,
Эйе,
Беләм!
Бөгөн менән йәшәгәнгә
Ап-аҡ бәхеттәр тейгән.

Ни эшләйһең?!.
Мин һинеңсә,
Кисер,
Йәшәй алманым…
“Иртәгә!..” тинем һәр ваҡыт,
“Киләсәк, – тип, – даланым!”

Юлаусымын…
Ғүмер буйы
Бөгөндә тотҡарланмай,
Таңдар менән юлға сығам
Яҙмышҡа һуҡ(ы)ранмай.

Юлаусымын…
Кисәгене
Иртәгә алып китәм.
Эңерҙәге йондоҙҙарҙы
Таңдарҙа һибеп үтәм.

Уларҙы, тим, кемдер табыр,
Кемелер тапап үтер…
Бөгөнөңдә булалманым, —
Һин юлаусыны кисер!..


* * *

Генрих Гейненан.

Һинең миңә ҡылғандарың
Таралмаһын донъяға:
Был хаҡта мин әйттем әле
Балыҡтар ҡолағына.

Һинең изге исемеңде
Бысрата алмаҫ һис бер кем!
Хыянатыңды сер итеп,
Океанға еткерҙем…


Таң ҡыҙара

Айгөл киленемә.

Еләк булып ҡыҙара таң,
Ағара төн ҡараһы.
Яҡтыра көн – тулы ғүмер:
Мәл-мәңгелек араһы.

Мәл-мәңгелек араһының
Ҡояшы бар, айы бар.
Көн эңергә ялғанһа ла,
Төндөң атыр таңы бар.

Өҙлөкһөҙ был әйләнештең
Ел-дауыллы мәле лә,
Һөйөү булһа, моңло йырҙай,
Яҙылыр йөрәгеңә.


Тоғролоҡ

Танылған әҙип Динис Бүләковтың
һоҡланғыс тормош юлдашы
Рәйлә апай Бүләкованың яҡты иҫтәлегенә.

Һөйөүҙә һин алиһәләй булдың, —
Ваҡламаның уны, ваҡланманың.
Һөйгәнеңдең гонаһтары булһа, ―
Аҡламаның уны, аҡланманың.

Һөйгән-һөйөлгәндәр генә матур, ―
Матур булдың, матур, ал сәскәләй.
Һөйгән-һөйөлгәндәр генә батыр, ―
Батыр булдың, батыр, ханбикәләй.

Тышҡы матурлыҡтар ғына нимә?!
Эйә инең эске матурлыҡҡа.
Яу ҡупҡанда батырлыҡтар нимә?
Тормошта тиң инең батырлыҡҡа.

Ил инәһе булып йәшәй алдың, ―
Ил оҙатҡас, иңрәп, ил ағаһын.
“Уф!..” ― тигәндә һауа дөрләр саҡта, ―
Нисек таптың икән дауаларын?!.

Ҡатын-ҡыҙҙың нисек булыуҙарын
Һин аңғарта алдың аңлыларға.
Йыйындарҙа телмәр тотмай ғына
Ғүмер һөргән ҡояш-айлыларға.

Апай, тиеп, уң яғыңа сыҡһам,
Еңгә, тинем, һулға сыҡҡанымда.
Һиндәйҙәр бик һирәк!..
Ни тиәйек?!.
Һуңғы юлдарыңа сыҡҡаныңда.

Тоғролоҡҡа һәйкәл ҡойҙоң, апай!
Ҡатын булып янып-көйөүеңдән.
Тегендә лә, тимен, айырмаһын
Мәңгелеккә күскән һөйөүеңдән.


Атай-әсәйле сағым

Атай-әсәй ҡуйынында
Болондағы ҡолондай,
Елеп үтте сабый мәлем,
Ел уйнатҡан ҡойондай.

Ал ҡояшлы, сыуаҡ көнлө
Атай-әсәйле сағым.
Ғүмерҙәрем көҙөндә лә
Мәңге наҙ тулы яҙым.

Юл сығабыҙ…
Әсәй – ҡояш,
Атай – сатнамаҫ ҡалҡан!
Беҙ етәһе офоҡтарға
Сағыу йәйғорҙар ҡалҡҡан.

Кем онотор йылылығын
Ғаилә усағының?!
Ҡояшҡа ғына тиңләшер
Әсәйҙәр ҡосағының,
Атайҙар ҡосағының!

Һул ҡулымдан әсәй тота,
Уң ҡулымдан — атайым…
Әле лә ус йылыларын
Йөрәгемдә һаҡлайым.

Атай-әсәй булғанда ла,
Бала булып ҡалабыҙ.
Атай-әсәйле булғанға,
Бөтөн икән донъябыҙ.


Йөрәк һүҙем

“Әсәй!” – тиеп, телем асылһа ла,
Йөрәгемдә, Әсәй, булһаң да,
Ир-егеткә хас бер ҡырыҫлыҡтан
Айбандым шул…
Йөрәгеңә етер йөрәк һүҙем
Уҙалмайса ҡалды тупһаңда.

…Йәшлек иле – алһыу таңдар иле:
Һөйөп-һөйөлөрҙәй мәл генә.
Йөрәк һүҙен әйттем һөйгәнемә,
Берҙән-берем булыр йәнемә.

Йөрәк һүҙен әйттем йөрәгемә –
Һис бүҫкәрмәҫ серле һандығым.
Иң кәрәкле мәлдә асылһын да,
Иң кәрәкле мәлдә ябылһын!

Йөрәк һүҙен әйттем Илаһыма:
“Алып барсы мине хаҡ юлдан!..”
Минең эҙҙән уландарым уҙыр,
Ейәндәрем ҡалҡыр артымдан.

“Әсәй!” – тиеп асылған был телем
Йөрәк һүҙен әйтеп бөтмәгән.
Туған телем әле көрмәлмәгән,
Күҙ алмамда йәштәр кипмәгән.

Йөрәк һүҙем, Әсәй, һинең рухҡа –
Эйәр һалам ярһыу атыма.
Йөрәк һүҙем етһә Илаһыма,
Йөрәк һүҙем етер халҡыма!


Вернуться назад