Үҙгәртеп ҡороуҙар осоро, йәки “Урам балалары”29.06.2018
Айгиз Баймөхәмәтовтың сираттағы китабын халыҡ нисек ҡабул итер?

Үҙгәртеп ҡороуҙар осоро, йәки  “Урам балалары”Йәш ҡәләмдәшем Айгиз Баймөхәмәтовтың донъяны шаулатҡан китабы – “Ҡалдырма, әсәй!” 2013 йылда донъя күргәйне, унан һуң “Әкиәтһеҙ бала саҡ” сыҡты һәм бына “Урам балалары”. Тәүге ике китап хаҡында ваҡытлы матбуғатта күп яҙылды. Әҫәрҙәр, дөрөҫөн әйткәндә, телдән дә, ҡулдан да төшмәне. Йәш ижадсының хеҙмәтен Хөкүмәтебеҙ ҙә юғары баһаланы: “Ҡалдырма, әсәй!” Башҡортостандың Дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Әҫәр буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма һәм Бүрәт академия драма театрҙары спектаклдәр ҙә ҡуйҙы. Унан тыш, был повесть рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, монгол, ҡырғыҙ, азербайжан телдәренә тәржемә ителде, Ҡаҙағстанда ҙур-ҙур тираждар менән нәшер ителеп, авторға Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзының М. Шолохов исемендәге халыҡ-ара миҙалы ла тапшырылды. Афарин, Айгиз!





Болоттар ниңә ҡуйыра?

Ошоларҙы яҙғанда:
Миҙгелдәрҙе ялдарынан тоттом –
Ите менән ҡупты миҙгелдәр.
Миҙгел ҡаҙаҡтары ҡаҙалыуҙан
Теткеләнеп бөттө күңелдәр, –
тигән шиғыр юлдары иҫкә төштө. Кемдең-кемдең, мәгәр Айгиз күңеленең тетмәкәйе тетелде генә: уның тәүге китабын бүтән кеше яҙған тигән ғәйбәт таралып та өлгөр­мәне, икенсеһен мин фәҡирегеҙ, ошо юл­дарҙың авторы, яҙған булып сыҡты. Уларға әҫәрҙәге прототиптар яҙмышының бәхәсле яҡтары ла ҡушылды. Ш. Бабич исемендәге премияға тәҡдим ителгәс, Айгиздең баш осонда ҡара болоттар уғата ҡуйырҙы, алғас – бигерәк тә. Китаптарын үҙе сығара башлағас, был болоттар әҙәбиәттә тәүге аҙымдарын яһаған ижадсы түбәһенә ҡурғаш булып яуҙы. Яңылыҡ юҡ кеүек тә, таныш күренештәр, ләкин ҡәләмгә тотоноп, уңышлы әҫәр яҙған һәр йәш кеше уны беренсе тапҡыр кисерә. Был теге тәүге һөйөү бәхетенән башың әйләнеп, түбәң күккә тейеп йөрөгән бер саҡта тәүге хыянатҡа, мәкергә дусар булғанға бәрәбәр.
Рәшит ағай, ошо донъяларҙа
Шағир – Диоген һин, ахыры.
Минең дә бит башым ваҡлыҡтарҙан,
Ғәйбәттәрҙән шундай арыны, – тип яҙғайны бит мәрхүм Түләк тә. Әгәр ҙә ки йәш ижадсыны “дөмбәҫләүселәр” үҙе кеүек тай-тулаҡ булһа, аҡлап булмаһа ла, аңлар­ға тырышылыр ине, мәгәр Айгизгә ҡаршы ябырылғандар араһында йәштәре буйынса уға өләсәй, олатай булырлыҡтары бар. Шул аптыратты. Ә ҡыуандырғаны – Айгиз, бер нигә ҡарамайынса, ижадын дауам итте. Көсөн һүҙ артынан йөрөүгә сарыф итмәне. Әлбиттә, шөкөр, әҙәбиәтебеҙ сәлә­мәт, көслө рухлы, үҙенән алда үҫеп килгән йәш ҡурпыһын ҡайғыртыусыларға мәхрүм түгел. Ҡ. Аралбай, С. Әбүзәр, Р. Аҙнағолов (мәрхүм), Х. Назар, Г. Ситдыҡова, Н. Мусин, И. Кинйәбулатов (мәрхүм), Р. Миңнул­лин һәм башҡа күп кенә яҙыусылар йәш ҡәләмдәштәренең дебютын хуплап, күтәр­мәләп, сәләмләп ҡаршы алды, матбуғатта үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Де­бютантҡа хуш күңеллелек күрһәтеү ул беҙҙең ҡап хәтеребеҙҙән, йола-ҡанун­дарыбыҙҙан да килә торғандыр. Ана бит, тәү ҡарамаҡҡа үтә лә ябай күренгән таҡмаҡта күпме мәғәнә бар:
Бейеүсенең итәгенә
Алма биҙәге төшкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ:
Яңы бейергә төшкән!
Бына шулай. Дөрөҫө шул. Ошоға өҫтәп тағы ни әйтмәк?!

Кемдең итәгенә ут төшһә, шул яна

Башлыса ижадсының тәүге ике китабы уның ошоғаса булған тормош багажынан килә. Нигеҙендә ни күрә әҙәм балаһы – осҡанында шул, тиҙәр. Айгиздең “нигеҙен­дә күргәне” һәр ҡайһыбыҙға билдәле – етемлек. Балалар йорто. Белгәнен, кисер­гән-күргәнен яҙҙы егет. Һуғыш тыуҙырған етемдәр менән замана үкһеҙҙәре үҙҙәре лә, уларға булған ҡараш-мөнәсәбәт тә, әлбиттә, төрлөсә. Шуға күрә лә һуңғыла­рынан яҙыусы йә журналист һөнәрен һайлаусылар юҡ кимәлдә: бөгөнгө балалар йорттары тәрбиәләнеүселәргә бары тик тулы булмаған урта белем бирә. Әсәйҙән дә, атайҙан да иртә ҡалып, балалар йортонда үҙен һаҡлау һәм яҡлау өсөн даими көрәш шарттарында сыныҡҡан Айгиз был дөйөм ҡағиҙәгә буйһонорға теләмәй – тулы урта белемле булыуын раҫлап, өлгөргәнлек аттестаты алыу өсөн тырыша. Тырышлыҡ маҡсатҡа еткерә – ул БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә! Әгәр ҙә бының киреһе булһа, бөгөн рес­публиканың тиҫтәләрсә халҡы ҡулынан төшөрмәй уҡыған “Ҡалдырма, әсәй!” ҙә, “Әкиәтһеҙ бала саҡ” та булмаҫ ине… Эйе, авторҙың тәүге ике китабының яҙылыу тарихы аңлашыла. Ошо аңлайышлы хәлгә тағы бер генә асыҡлыҡ өҫтәлә: был китаптарҙы Айгиздән башҡа бер кем дә яҙа алмай. Кемдең итәгенә ут төшһә, шул яна, тигәндәй.
“Әкиәтһеҙ бала саҡ”тағы анау һөйәк мөнйөү күренешен генә алайыҡ. Кем өсөндөр һөйәк мөнйөү ҙә оло ҡыуаныс икән?!. Мин был хикәйәне Белорет ра­йонының Абҙаҡ урта мәктәбе уҡыусылары сәхнәләштереүендә лә ҡараным. Уйландыра. Улай ғына түгел – тетрәндерә. Был балаларҙың ҡыуанысы кәнфит-печеньенан бүккән ҡыҙ һәм малайҙарҙың бәхетенән ни тиклем алыҫ!..

Кем ул Данил? Айгиз үҙеме, әллә...

Йәшермәйем: Айгиз “Урам балалары”­ның ҡулъяҙмаһын тотоп килгәс, эстәге шик-ҡорт ҡымырҙап ҡуйҙы: беренсенән, тиҙ арала – өсөнсө китап; икенсенән, тағы бәхетһеҙ, йәғни әкиәтһеҙ бала саҡ; өсөн­сөнән, был – өсөнсө китап, хәл-ваҡиғалар үҙеңде уратып алған мөхиттән, ә геройҙар дөйөмләштерелгән, типик­лаш­тырылған булырға тейеш. Һәр хәлдә, өсөнсө китап – яҙыусыны асыҡ диңгеҙгә сығарған етди тамға. Бына ошо күҙлектән сығып уҡыным мин. Айгиздең тәүге китабына рецензия яҙып, үҙ фекеремде еткерһәм дә, тағы ҡулға ҡәләм алып, уның өсөнсө китабы хаҡында ла уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсы булдым.
Башта уҡ шуға иғтибар иттем: әҫәрҙә формациялар алмашынған ваҡыт, үҙебеҙ­сә әйткәндә, “үҙгәртеп ҡороуҙар” осоро һүрәтләнә. Союз тарҡалды, тотош бер йәнле организм булып ойошҡан дәүләт, оло бер ҡаҙан шартлап ярылғандағы кеүек тойолдо. Иң-һушты йыйып, барлыҡ көстө барлап йәшәп киткәнсе йыл артынан йыл үтте. Пионерҙан комсомолға инергә “өлгөрмәй” ҡалған балалар бәлиғ булды. Беҙ инанған тормош ҡанундары юҡҡа сыҡты. Ары сапты халыҡ, бире… Союз эсендә ҡәрҙәшлек ептәре менән бәйләнгән яҙмыштар сайраны. Илдән иман, ҡот, тәр­тип китте. Тамаҡ йүнләүҙе генә ҡайғыр­тырға дусар булған халыҡ шул мәхшәр заманда үҙенең йәш ҡурпыһын – бала­ларҙы – иҫтән сығарҙы. Эйәһе төшөнкө­лөккә бирелһә, ат сапмай, ти мәҡәл. Бына ошондай төшөнкөлөккә бирелгән ғаиләлә “Ҡайҙа барырға?”, “Артабан нисек йәшәр­гә?” тигән һорауҙар солғанышында ҡала Данил да. Данил – ҡала ситендәге ағас өйҙә йәшәгән ун өс йәшлек малай. Атай юҡ. Әсәй эсә. Етмәһә, көндәрҙең бере­һендә ул үҙенә ир эйәртеп ҡайта…
Башта Данил был ирҙең уны рәнйе­теүенең сәбәбен аңлай алмай хитлана. Әйтергә кәрәк, әҫәр уҡыусыны тиҙ генә эсенә алып инеп китә һәм үҙең дә был тупаҫ кешенең баланы ситләтеүен, күрә алмауын, уңайы сыҡҡанда бәргесләүен үгәй атайҙың үгәй улға ҡарата мөнәсәбәте ахыры тигән кеүек ҡабул ҡылаһың. Тик… сәбәп төптәрәк булып сыға: уны сисеүҙе, баҡһаң, автор әҫәр аҙағынараҡ ҡалдырған һәм дөрөҫ эшләгән: көтөлмәгән боролоштары булмаһа, повесть тоҙһоҙ икмәк кеүек булыр ине. Мин быны йәш авторҙың уңы­шы тип билдәләнем. Әйткәндәй, өйөнән сығып киткәс, Данилдың яңы дуҫтар табыу ваҡиғаһы ла һәүетемсә, тәбиғи килеп сыҡҡан. Ул йылдарҙағы статистика буйынса, илдә биш миллион ҡарауһыҙ ҡалған балалар теркәлһә, мин бер радио тыңла­ғанда был һандың ете миллионға еткәнен ишеттем. Ошо һандарҙан сығып ҡараған­да, Данилдың өйөнән ҡасыуы менән тиерлек үҙе кеүек ҡасарбаҡтарҙы, Цыган менән Орехты, табыуы бик тә тәби­ғи. Аслыҡтан интеккән, һыуыҡтан өшөгән малай өсөн был ике яңы дуҫтың йәшә­йеше, әлбиттә, бик яйлы күренә.
Әммә тамаҡты алдап булмай. “Голод – не тетка” ти урыҫ әйтеме. Цыган менән Орех тамаҡ туйҙырыу хаҡына күптән тормошҡа яраҡлашҡан. Кеҫәгә төшөү, магазиндан йә баҙарҙан берәй нәмә сәлдереү улар өсөн ят шөғөл түгел. Ә бына ғүме­рендә бер ҙә урлашып ҡарамаған, ата­ының “кешенең энәһенә лә теймә” тигә­нен мейеһенә һеңдереп үҫкән үҫмергә артабан йәшәү ауырға төшә. Шешә йыйыу ваҡиғаһы ла бәндәләрҙең миһырбанһыҙ­лығы ҡоршауына бәрелеп селпәрәмә килә. Уңышһыҙлыҡтар йәнде ҡурыштыра, билдәһеҙлек – өмөтһөҙлөккә, өмөтһөҙлөк сараһыҙлыҡҡа килтерә һәм Данил әкрен­ләп яңы дуҫтары ҡулланған сараға мөрә­жә­ғәт итә: араҡы эсә, елем еҫкәй. Үҫмер­ҙәрҙең рецидивист Илдар ҡулына төшөү­ҙәре лә шулай уҡ автор тарафынан йыйнаҡ һәм ышандырырлыҡ итеп һүрәтләнә. Башта Илдарҙың уларҙы күҙәтеп йөрөүе, үҙенә эйәләштереүе мауыҡтырғыс та, ҡурҡыныс та. Уның малайҙарҙан “ысын бур” яһау күренештәре лә зиһенгә бәрә. Шул уҡ ваҡытта Илдар уларҙы тәртипкә, таҙалыҡ­ҡа ла өйрәтә. Ғүмеренең яртыһынан күбен төрмәлә үткәргән кеше, үҙен ҡарамаһа, гигиена ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаһа, бәлки, тере лә булмаҫ ине… Данилға Илдар, бер яҡтан, ҡотҡарыусы кеүек: ул хәҙер йылы өйҙә, таҙа түшәктә йоҡлай. Икенсе яҡтан, туҡ тормош хаҡына үҙҙәренең һаман енә­йәт донъяһына нығыраҡ сума, бата бары­уы һыҙландыра. Ана, атаһы ла инде төшө­нә. Ҡала ситендәге аҡ мейесле ағас өйө лә һағындыра, мәктәпкә лә барғыһы, үҙенә йылы ҡараған ҡара муйыл күҙле ҡыҙыҡай­ҙы ла күргеһе килә, ләкин оялдыра ла. Данил ғына түгел, Цыган да һағына үткә­нен. Уның да әҙәмсә йәшәгеһе килә, тик ҡабат ҡайтҡыһы, туҡмалғыһы, иркен юғалт­ҡыһы килмәй. Орех инде улар менән түгел. Елем еҫкәгәндә тонсоғоп, теге йылы подвалда уҡ йән бирә уныһы.
Әҫәр, шөкөр, төп герой Данил өсөн уңышлы бөтә: уның яҙмышында Хызыр Ильяс кеүек ҡатын осрай. Автор, күрәһең, әҫәрен ҡараңғы нотала тамамларға телә­мәгән. Әсәһен дә осрата ул, тик һуңлап: өйөн һөйәре һатҡанлыҡтан ҡасарбаҡ хәлендә тороп ҡалған Асия-Асяның көндәре һанаулы булып сыға…

Бүренән ҡурҡҡан урманға бармай

Нисек кенә булмаһын, Айгиз Баймөхә­мәтов, йәш ҡәләмдәшебеҙ, ошондай сетерекле, еңелдән булмаған темаға тотоноп, әҙәбиәттә тағы бер ваҡиға булырҙай китап ижад иткән. Рәсәй күләмендә иһә темаһы менән ошоға оҡшашыраҡ китапты (ул документаль әҫәр) Геннадий Мохненко яҙғайны (Рәсәй тиһәм дә, автор үҙе Украинанан буғай). Мин бының менән, ул йылдар ауазын бөгөнгө уҡыусыға еткерергә тырышыусылар бөтөнләй юҡ түгел, тип әйт­мәк­семен. Әлбиттә, һәр ваҡыттағыса, авторға йәнә төрлө фекер, төрлө мөнә­сәбәт солғанышында ҡалырға ла тура килер. Ләкин бүренән ҡурҡҡан урманға бармай. Урман да бит төрлөсә: еләҫ күләгәһе лә, шырлығы ла бар уның. Айгиздең иһә урманға күләгәлә ятып хозурланып сығыр өсөн генә инмәгәне, бәлки, шырлығына үтеп, кеше күрмәгәнде күрергә, бәндә тоймағанды тойорға тырышыуы мөһим. Мин дә уның ижадын тап бына шуның өсөн ихтирам итәм. Бөгөн уның донъя күргән китаптарының һаны 50 меңгә еткән, ә электрон вариантын уҡыусылар 100 меңдән артыҡ. Тимәк, минең кеүек уйлаусылар аҙ түгел.
Тағы шуныһы: ваҡиғалар, персонаждар шырлығы ла аҙаштырмаған авторҙы: композиция йыйнаҡ, образдар ярайһы сағыу, сюжет уҡымлы, тилбер үҫешә. Тел бөгөнгө ҡала балаларыныҡы ниндәй – ул шундай. Һәр хәлдә, әҫәр телендә урынһыҙ ҡул­ланылған афоризмдарға, һүҙбәйләнеш­тәргә юлыҡманым. Ә иң мөһиме, үрҙә әйт­кәнемсә, Айгиз Баймөхәмәтов, ижа­дының башындағы кеүек үк, күп яҡлы, мең ҡырлы йәшәйешебеҙ шырлығына, төпкөлөнә ҡараш ташларға йөрьәт иткән.
Һәр ижадсы үҙ заманы өсөн яҙа. Тимәк, заман йәш ҡәләмдәшебеҙҙе тәүге әҫәр­ҙәренән үк ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Йәмғиәттә яҙыусының буйы етмәҫлек, аҡылы буйламаҫлыҡ, зиһене ҡабул итмәҫ­лек өлкә лә, тема ла юҡ. Шуның өсөн дә, яҙыусы – кеше күңеленең инженеры, тиҙәрҙер ул. Артабан да Айгиздең атҡан бер уғы сәпкә тейеп торһон! Амин.

Таңсулпан ҒАРИПОВА,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.


Вернуться назад