Башдрам сәләмәт тормош яҡлы!26.06.2018
Башдрам сәләмәт тормош яҡлы!Тап ошо лозунг менән күптән түгел М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ғаилә йылына арналған “Әсәйҙәр өсөн күнекмә” акцияһы башланды.

Проектты билдәле шоумен Искәндәр Урманцев менән театр актрисаһы Гөлмира Исмәғилева дәртле нотала алып барҙы. Са­раның мәртәбәле ҡунағы Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Европа, донъя, Паралимпия уйындары чемпионкаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, дәүләт наградалары кавалеры Оксана Савченко ла барыһы менән бергә күнекмәләр яһаны.
Сәләмәтлек акцияһы ярты сәғәт дауам итте, унда тамашасыларҙан тыш театр актерҙары, эстрада һәм кино йондоҙҙары, телевидение хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.
Юғары кәйеф, күңел асыуҙан тыш, бағыусылар иҫтәлекле бү­ләктәр әҙерләне. Бары тик ошо акцияла ғына театрға билетты ҙур ташлама менән һатып алыу мөмкинлеге булдырылды.
Әйткәндәй, күнекмәләр һәр кесе йома һайын уҙғарыласаҡ.


Вернуться назад