“Йәштәр кәрәк театр донъяһына”26.06.2018
“Йәштәр кәрәк театр донъяһына”Драматургия. Театр сәнғәте хаҡында төптән һүҙ йөрөткәндә, әҙәбиәттәге ошо жанр хаҡында ла әйтмәү мөмкин түгел. Тап ошо жанрҙа ижад иткән ҡәләм әһелдәре беҙгә, театр һөйөүселәргә, һоҡланғыс, мауыҡтырғыс сәхнә әҫәрҙәре бүләк итә.
Башҡорт драматургияһының бөгөнгө хәле нисек? Яңы һәләттәр, яңы пьесалар бармы? Киләсәктә ни ҡыйратырға йыйыналар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу өсөн 2014 йылда үҙ эшен башлаған Башҡортостан Республикаһының драматургия һәм режиссура үҙәгенең художество етәксеһе, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Зиннур СӨЛӘЙМӘНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.



– Драматург һәм режиссер булырға теләгән һәр кем ҡушыла аламы үҙәккә? Йәки майҙансыҡ һөнәриҙәр өсөн генә эшләйме?
– Теләге булған һәр кем ҡушыла ала.

– Үҙәктең төп эшмәкәрлеге нимәнән ғибәрәт?
– Театрҙы үҫтереү, заман менән бергә булыу, башҡорт сәнғәтен популярлаштырыу, яңы драматург, режиссерҙар табып уларға ярҙам итеү. Образлы итеп әйткәндә, беҙ ерҙе һөрөп, уға ашлама һибәбеҙ, инде үҫемлектәр, иген шытып сығыр тип өмөт итәбеҙ, уға ыңғай шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ.

– Тәғәйен театрҙар менән хеҙмәттәшлек тә итәһегеҙме?
– Әлбиттә, бар театрҙар менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, саҡырабыҙ, өндәйбеҙ.

– Дүрт йыл эсендә ниндәй уңыштарға, ҡаҙаныштарға өлгәшергә насип булды?
– Егерме биштән ашыу проект булдырылды, драматургтарҙың уңыштары, премьералары ла бихисап. Беҙҙең драматургтар Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып еңеүгә өлгәшә, мәҫәлән, күптән түгел Ш. Шәкүрова ике-өс кон­курстың исемлегенә (шорт-лист) инде. Һуңғы премьералар: “Нур” татар театрында Мөнир Ҡуна­финдың “Изи-пизи, лимон сквизи” (“Ҡояшлы яҡҡа сыҡ”), Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрында, Яр Саллы, Екатеринбург ҡалаларында Ангиза Ишбул­динаның “Баллы, тирәкле Бал­тирәк”, Финляндияның Хельсинки ҡалаһында Игорь Яковлевтың “Айҙа” пьесалары сәхнәләш­терелде. “Ремарка” халыҡ-ара драматургтар конкурсының финалы беҙҙә үтте. Әле бына Рәсәй Федерацияһының театр эшмәкәр­леге үҙәге грантын отоп, кескәй­ҙәр өсөн “Әкиәттәр оҫтаханаһы” драматургик семинар-лаборатория, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, балалар йорттары менән берлектә “Драмквадратик” исемле проекттар өҫтөндә эш алып барабыҙ.

– Бынан бер нисә йыл элек кенә “башҡорт драматур­гия­һының хәле бик мөшкөл, яңы, йәш көстәр етмәй” тигән фе­керҙе йыш ишетергә тура килә ине. Хәҙер килеп, һеҙҙең үҙәк ярҙамында был хәл яҡшыр­ҙы тип әйтергә буламы?
– Тырышабыҙ, эҙләйбеҙ. Башҡорт телендә ижад иткән драматургтар бөгөн дә күп түгел.

– Күп түгел, әммә бар, эйе­ме? Исемдәрен телгә алһағыҙ ине...
– Мөнир Ҡунафин, Шәүрә Шәкүрова, Зөһрә Бураҡаева, Марат Мөхлисов, Баныу Ҡаһар­манова, Ангиза Ишбулдина, Сәрүәр Сурина, Әминә Яхина...
– Үҙәктәге драматургтар әҫәр яҙа. Һеҙ шул әҫәрҙе те­атр­ҙарға тәҡдим итәһегеҙме?
– Беҙ улар менән семи­нар­ҙарҙа эш алып барабыҙ, тәнҡит­селәр саҡырабыҙ, әҫәрҙәрен анализлайбыҙ. Педагогтар улар менән бөтөн пьесаға тентеү үткәрә. Унан тыш, мастер-кластар күрһәтелә, лекция уҡыла һәм башҡалар. Әҫәрҙәрен театрҙарға тәҡдим итеү – драматургтарҙың эше.

– Драматургия һәм режиссура үҙәге булғас, шулай уҡ театр режиссерҙары ла әҙер­ләй­һегеҙме?
– Әлбиттә! Был осраҡта күберәк йәштәр менән эшләйбеҙ.

– Мәҫәлән, минең режиссер булғым килә икән, ти. Берен­сенән, үҙәккә мөрәжәғәт итәм. Икенсенән, мастер-кластар, се­минар, лекцияларҙа ҡатна­шыу ҡаралғанмы?
– Юҡ, беҙ һөнәргә өйрәтә алмайбыҙ. Был осраҡта юғары йәки махсус белемегеҙ булырға тейеш, диплом һорамайбыҙ, әммә был осраҡта кеше театр донъяһының ҡап уртаһында әйләнергә бурыслы.

– Тимәк, үҙәк һөнәрҙе ка­мил­лаштырырға, оҫталыҡты арттырырға ярҙам итә инде?
– Режиссер өсөн, әлбиттә, шул уҡ мастер-кластар, семинар-лекциялар ҡаралған, әммә уның менән генә режиссер булып ки­теүе мөмкин түгел бит. Дра­ма­тургияға прозанан йәки шиғриәт­тән күсеп була, ә режиссер ҡайҙандыр ситтән килеп өйрәнә алмай. Эйе, беҙ һөнәри сифат­тарҙы камиллаштырырға, уны заман талаптарына ҡулайлаш­тырырға ярҙам итәбеҙ.

– Милли театр сәнғәтендә һеҙҙең үҙәктән сыҡҡан ниндәй спектаклдәр ҡуйылды?
– Өҫтә билдәләнгәндәрҙән тыш, Салауат драма театрында Дамир Йосоповтың “Ҡырмыҫҡа иләүе”, Шәүрә Шәкүрованың “Гөлкәйҙең бәхете”, Стәрлетамаҡ драма театрында Мөнир Ҡуна­финдың “Люксембургка барып ҡайтҡансы”, М. Ғафури исемен­дәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ангиза Ишбул­динаның инсценировкаһы, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ташлама, әсәй!” әҫәре буйынса “Хыялға ҡаршы”, Татарстандың Быуа ҡалаһында Таврис Хәки­мовтың “Адвокат” спектаклдәре, шулай уҡ төрлө әкиәттәр ҙә сәхнәләштерелде.

– Башҡортостан Яҙыусы­лар союзында драматургия секцияһы асыу идеяһы кемдеке?
– Был секцияны беҙ Мөнир Ҡунафин менән бергә уйланыҡ.

– Драматургия өлкәһенә яңы быуынды йәлеп итеү маҡсатынандыр, эйеме?
– Әлбиттә. Театр донъяһына йәштәр кәрәк.


Вернуться назад