Салауаттың һуңғы төйәгенән сәләм22.06.2018
Салауаттың һуңғы төйәгенән сәләмӨфөгә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенән — Эстониялағы Палдиски ҡалаһынан (элекке Рогервик ҡәлғәһе) таш алып ҡайттылар.

“Салауат юлдары буйлап” кино­экспедицияһы Өфөгә ҡайтты. Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов етәкселегендәге ижади төркөмдө дуҫтары, туғандары һәм журналистар ҡаршы алды.
Экспедицияла ҡатнашыусылар был ташты Салауат һөргөндә таш сығарған урындан алыуҙары хаҡында һөйләне. Эстония еренән символик сәләмде Башҡортостандың баш ҡалаһындағы һәйкәл нигеҙенә һалдылар.
– Салауат Юлаев образы халыҡ хә­терендә йәшәй. Президент гранттары фондының проектты ғәмәлгә ашырыуға аҡса бүлеүе күпте һөй­ләй, — тине Фәрит Ғәби­тов. — Беҙҙе ҡабул иткән һәр ҡалаға рәхмәт. Әммә сә­фәрҙән күңелдә ҡалған төп тәьҫо­раттарҙан Эстония халҡына ҡарата ихтирам тойғоһон атар инем.
11 кешенән торған киноэкспедиция 22 көндә Өфө­нән Палдис­киға тиклем бөтә Рә­сәй­ҙең һәм Эсто­ния­ның бер өлөшө буйлап үтте. Салауат Юлаевтың тыуған көнөн ижади төркөм батырҙың ғүмере­нең яртыһын уҙғарған урындарҙа ҡаршыланы.
Юлда интернациональ кино төркөмө 12 ҡалала булып, башҡорт режис­серҙарының, шул иҫәптән Азамат Хужахмәтовтың “Оран” документаль фильмын, Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән”, балалар фильмдарын күрһәтте, тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән осрашты, Салауаттың эҙҙәрен эҙләне, архивтар менән танышты.
– Һәр ҡалала улар үткән урындарҙы табырға тырыштыҡ. Күп кенә ерҙәрҙә уңышҡа осраныҡ, беҙгә урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр ярҙам итте. Беҙ тотҡондар тотолған биналар, оҙа­тыу хаттары тапшырылған канцеля­рия биналары менән ҡыҙыҡһын­дыҡ, — тип һөйләне Мирас Иҙелбаев. — Тарту ҡала­һында Эстония республикаһының бөтә архивы һаҡлана. Унда “бүгәсәү­селәр” тураһында ла мәғлүмәт бар. Беҙ­ҙең килеүгә Салауат Юлаев тура­һында ике күләмле мәғлүмәт әҙерлә­гәйнеләр. Мин күп йылдар ошо тема өҫтөндә эшләйем һәм был документ­тарҙағы һәр хәрефте беләм, әммә төп нөхсәләрен ҡулға алыу айырыуса тулҡын­ландырҙы.
Экспедиция мәғлүмәттәре нигеҙендә төшөрөлгән фильм режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның документаль картина­һына инә. Фильмды Салауат Юлаев вафат булған көндө, 26 сентябрҙә, “Родина” кинотеатрында күрһәтеү күҙал­лана.


Вернуться назад