Башҡорт балаһы йыр менән үҫә. Борондан был тәбиғи күренеш булған. Юҡҡа ғына башҡорт халыҡ йырын башҡара алған кеше башҡа халыҡтарҙың әҫәрҙәрен дә, юғары сәнғәт өлгөһө һаналған операны ла еңеллек менән йырлай, тип әйтмәйҙәр, cөнки тәбиғи рәүештә башҡорт халҡының боронғо йырҙары иң юғары ноталарҙы ала, киң диапазонды ла барлай. Бының, баҡтиһәң, бер ниндәй ҙә ҡатмарлылығы юҡ – бары тик тәбиғи моң, боронғо тамырҙар ҡеүәте. Бына ошолар хаҡында ла уйландым мин Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Фәрзәнә Сәғитованың юбилейы уңайынан ойошторолған “Моң менән донъяны тултырғанда” ижад кисәһенән һуң. Байрам Шәүрә Сәғитованың “Ҡоштар ни хаҡында моңлана?” концерт-әкиәтенең прологына яҙылған көй менән башланып китте: Башҡортостандың Милли музыка ҡоралдары оркестры (художество етәксеһе — Линар Дәүләтбаев) башҡарҙы. Йәш кенә ҡыҙ бала бар тирә-яғынан, Йыһандан килгән моңдарҙы тыңлап, был донъяға килеүенән тәрән ҡыуаныс тойғоһон кисерә, шул уҡ ваҡытта ошо хистәр уның күңеленән йыр булып урғыла.
Концерт тулыһынса Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙының уҡыусыларының сығышынан төҙөлгәйне. Башҡортостандың халыҡ артистары Римма Амангилдина, Миңзифа Исҡужина, Йәмил Әбделмәнов, Татарстандың халыҡ артистары Зөлфиә менән Жәүит Шакировтар, популяр йырсы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Лилиә Букеева сығышы тамашасы тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Йәшерәк быуын йырсыларынан Искәндәр Ғәзизов, Лилиә Биктимерова, Гөлназ Асаева, Ришат Төхвәтуллин, Айгиз Ханов, Рифат Шәрәфетдинов, Рәфис Сирусин, “Премьер” вокаль төркөмө кисәлә һәр береһе үҙ тауышы менән килеп инеп, сағыу бер гөлләмә тыуҙырҙы. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Алена Завьялова, Алина Вәлишина, Әлфиә Сәйетова тамашасыларҙы ҡеүәтле тауыштары менән арбаны. Ә бына Алмас Сирусин, Алмас Хөсәйенов кеүек егеттәрҙе мин үҙем өсөн астым. Ҡайҙан килә был йәш кенә егеттәрҙә тауыштары менән оҫта идара итә белеү, моң көмбәҙҙәрен байҡау һәләте?! Иҫ китмәле йәштәр үҫкән бит!
Ф. Сәғитованың ейәндәре Шәүрәнең, Буранбайҙың, Зәлифәнең сығыштары музыка сәнғәтенә, һүҙ сәнғәтенә булған ғаилә традицияларын һәр быуын үҙ ижадында дауам итеүен күрһәтте. Уҡыусыларың менән бергә балаларың да быуындан быуынға күсеп килгән профессиональ сәнғәткә үҙ өлөшөн индереүе үҙе үк йәшәү бәхете түгелме ни?! Буранбай Ф. Туғыҙбаеваның “Алма йыя ҡатын” шиғырын ана нисек оҫта ятланы! Апалы-һеңлеле Шәүрә менән Зәлифәнең М. Лермонтовтың “Маскарад” драмаһының вальсын фортепианола башҡарыуы музыка сәнғәте Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙының вариҫтарына төрлө жанрҙа балҡыуын күрһәтте лә инде.
Элегерәк башҡорт халыҡ йырынан һуң операның нимәһен тыңлайһың инде уның, тип уйлаған саҡтарым булды. Был да үҙенә күрә донъя йыр сәнғәтен аңлауҙағы үҙемсә бер юлым булған, тип анализлайым хәҙер. Операны яратыр өсөн ысын оҫта башҡарыусыны тыңларға кәрәк. Опера жанрын миңә Дмитрий Хворостовский асты. Бынан 20 самаһы йыл ғүмер уҙҙы уны тыңлай башлауыма. Өфөлә концертын ҡарағандан һуң операға мөнәсәбәтем дә үҙгәрҙе. Үҙебеҙҙә лә бит бынамын тигән опера йырсылары бар. Юбилей кисәһенең икенсе өлөшөндәге опера артистарының сәхнәләге виртуоз сығышын ҡарап, күңелдә аңлатып бөткөһөҙ тантана урынлашты. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Вәлиев – “Алтын битлек” премияһы эйәһе. Был кистә ул сәхнә хужаһы булыуын иҫбатланы. Халыҡ-ара конкурс лауреаттары Лилиә Халиҡова, Регина Звегинцева, Руслан Сәйфетдинов, Гөлнара Вәлиева, студенттар Гөлшат Ғирфанова, Динар Фәйзуллин хәҙер инде опера сәнғәтендә үҙҙәрен ана нисек ышаныслы тота. Башҡортостандың халыҡ артистары Йәмил Әбделмәнов, Фәнәүи Сәлихов кеүек мәшһүр сәхнә артистарына ышаныслы алмаш үҫеп килә.
Е. Евтушенконың “Ашыҡма” шиғыры халыҡ күңелендә урын алған. Заманында ошо шиғырға А. Бабаджанян яҙған йырҙы Анна Герман башҡара торғайны. Руслан Сәйфетдинов был әҫәргә үҙ моңон һалды: ниндәй нескәлек, ниндәй тәрәнлек! Авторҙарҙың йөрәк үтенесен үҙ теле менән еткерҙе йырсы!
Эдуардо ди Капуаның “О, sole mio” әҫәренән егеттәр йыр тажы ҡойҙо. Уны Фәнәүи Сәлихов, Илһам Вәлиев, Руслан Сәйфетдинов, Рәфис Сирусин, Айгиз Уйылданов, Азамат Дауытов, Алмас Сирусин, Алмас Хөсәйенов башҡарҙы. Кисәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов уҡыған М. Лермонтовтың “Демон” поэмаһынан өҙөк тә үрелеп кенә инеп китте. Татарстандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Асаев башҡарған Р. Рождественский шиғырына А. Бабаджанян яҙған “Рәхмәтлемен” йыры барлыҡ уҡыусыларҙың остазына рәхмәт һүҙе лә булып яңғыраны. Йырсы үҙ моңо менән бар кисерештәрен, мөнәсәбәтен еткерҙе.
Дж. Вердиҙың “Травиата” операһынан табын йырын башҡарған Илһам Вәлиевте, Лилиә Халиҡованы, Гөлнара Вәлиеваны был миҙгелдә күрергә генә түгел, тойорға ла кәрәк ине. Ниндәй тамаша ҡорҙо улар сәхнәлә! Афарин, сәнғәт оҫталары! Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының оркестры (баш дирижеры — Артем Макаров) менән берлектә был сығыш тамашаның бәҫен, юғары кимәлен күрһәтте. Я. Ҡолмой һүҙҙәренә З. Исмәғилев яҙған “Былбылым” йыры хаҡында ла ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп була. Илһам Вәлиев, Лилиә Халиҡова, Ришат Төхвәтуллин, Гөлнара Вәлиева сағыу ҡиммәтле йыр тажының аҫылташтары кеүек балҡыны.
Кисәнең башына әйләнеп ҡайтам (режиссеры – А. Зөбәйҙуллин, сценарий авторы – С. Асҡарова). Унда уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Фәрзәнә Сәғитова башҡарған йыр яңғыраны. Был моңдо ишетеп, дөрөҫөн әйткәндә, сара башланған саҡта йөрәк һыҡрап ҡуйғайны, нишләп кенә йырламаны икән Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы тип. Концерт аҙағына ошо һыҙланыу баҫыла төштө, ул бөгөн дә йырлай – балалары, уҡыусылары йөҙөндә, уның йыры дауам итә! Уның менән эшләгән әңгәмәне ҡабатлау кеүек булһа ла, ошо фекерҙе яңынан әйтмәй булдыра алманым!..
ЙЫРЛАНҒАН ЙЫР
Профессор Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитоваға.
Күкрәгеңде ярып йыр сыҡҡанда,
Түҙеп була микән йырламай?
Ул урғыла бөтә булмышыңдан,
Һис нимәгә ерҙә ҡарамай.
Өнөңдә лә боронғо моң сыңлай,
Төштәрҙә лә шул йыр ауазы.
Әйтерһең дә, күңел баҡсаһына
Килеп оялаған ҡыр ҡаҙы.
Моңландыра, бейеклеккә әйҙәй,
Йыр сөңгөлө көйләй үҙенә.
Күкрәгеңде ярып моң килгәндә,
Йырламайса ҡара, түҙ генә!..
Тәбиғилек үҙенекен итә,
Асылыңдан булмай ул ҡасып.
Бәхетлеһе итеп тамғалай Күк,
Моңло бер йән итеп яралтып.
Бәхетлеләр генә шул моң аша
Ере, Һыуы менән бер бөтөн.
Йырың тулҡын булып ҡайтһын өсөн
Йөрәгеңдә уны йөрөттөң.
Ҡан тамыры аша күскәнгәме
Ҡеүәт бирә был йыр кешегә.
Йөҙәр ауаз булып ҡайтҡанлыҡтан,
Шатлығынан илһам йәш түгә!
Заман рухы булып килә бер йыр –
Һеҙҙең тауыш бит ул, Алиһә!..
Йырланмаған йырҙар
һис булмай ул,
Ул йыр булмаҫ ине, юғиһә.
Лариса АБДУЛЛИНА.