Тамара ИСКӘНДӘРИӘ: “Мөғжизәләр ҡуна усыңа...”13.06.2018
Мәл

Рерих үҙе, йомортҡаға һытып,
Яһап алғандыр был буяуҙы...
Ҡасып барған ҡояш, ҡыҙыл күкте,
Өнһөҙ моңға тулған күк тауҙы
Һүрәтләгән саҡта ниндәй ҡөҙрәт
Буйһондора ҡулын рәссамдың?!
Нескә тойғо, үткер зиһенендә
Һынландыра
Мәлен
Асмандың.

Ә бына был алһыу тубырсыҡтан,
Мамыҡ һымаҡ йомшаҡ ылыҫтан –
Быуын-быуын һөйәлдәрҙән үҫеп,
Тумалған бер һөйөү-ырыҫтан
Бөркөлмәйме һиңә тормош йыры,
Тамырҙарың аша тулышып?
Эй һин, сабый мәле йәшәйештең!
Эй, самими рәссам һулышы!

Ә шулай ҙа теләгән бер кеше
Күрә һалып бармай ул мәлде —
Объективты күпме төбәһә лә,
Тоталмаһа дөрөҫ кимәлде,
Диафрагма яҡты-ҡараңғыны
Тейеш нисбәтендә алмаһа,
Теүәллектең бизмәнендә ҡапыл
Хис дауылы уны ялмаһа?!

Эй, ижадсы!
Һине, тылсымсыны,
Сал тәбиғәт һанай дуҫына.
Һиҙгер күңелеңә яуап итеп
Мөғжизәләр ҡуна усыңа.

Ҡош юлының саңы

Һәр ҡайтыуың миңә бер дәүергә торош.
Яңғыҙ ярты-яры үтте инде тормош.

Һин минеке генә, ә мин тик һинеке...
Була алманы шул икең генә ике.

Күңел етемлеге, йөрәк буйҙаҡлығы,
Әллә ҡайҙа тартҡан йәндең яйҙаҡлығы...

Һыбай осабыҙ беҙ һалҡын тарафтарға.
Йыһан яңғыҙлығы – беҙҙең ҡараштарҙа.

Диңгеҙҙәрҙең шауы, аҡсарлаҡтың сыңы,
Йөҙгә һырҙар һалыр Мәңгелектең тыны.

Йөрәктәрҙе яһап миһырбанлы, оло,
Йәнгә нурҙар һыҙыр Мәңгелектең боло...

Осрашҡанда ҡапыл, дуҫым, шунан таны:
Яурынымдан ҡойолор
Ҡош юлының саңы!

* * *

Ҡайһы берҙә шиғыр яҙыла ла
Онотола.
Эҙһеҙ юғала.
Гүйә, йөрәгемдә сағыла ла —
Ғаләмдәргә табан юл ала...

Йәшәй шиғыр —
Һинән, минән башҡа,
Үҙ яҙмышы уның, үҙ заңы.
Инәлмәй ул, мине аңлағыҙ, тип,
Ҡыҙыҡтырмай уны мал, даны.

Ләүкеп кенә ятҡан осҡон кеүек,
Мәлен көтә Йыһан көлөндә,
Йәки — томбойоҡтай ойоп ҡына
Тамырлана
Йыһан күлендә...

Эй, шиғырым!
Һине танып алам
Күкте иңләп ялтлар йәшендән
Һәм, халҡымдың үткән юлын уйлап,
Күҙҙәремә тулған йәшемдән...

* * *

Сәбәләнмә. Сәхнә түгел донъя.
Кәрәк түгел бында уйнарға.
Артыҡ килештереп ебәрҙеңме
Сәйәсәт тә тигән һунарҙа —

Ихласһыҙлыҡ шунда уҡ күренә ул,
Ялтыр буяуҙарға тарыма.
Һынташ яһама һин үҙ-үҙеңдән,
Үҙең булыуҙарҙан арыма.

Халҡың өсөн хаҡ юл эҙләгәндә
Әүрәтмәһен һине дан, шөһрәт.
Исемеңде түгел,
Хеҙмәтеңде
Ил алдында иң тәү һин күрһәт.

Башҡорт шағирәһе

Шиғырҙарың байраҡ елберләтә,
Шиғырҙарың ҡылыс сыңлата,
Шиғырҙарың тып-тып мәмерйәлә
Боронғолоҡ тынын тыңлата.

Шиғырҙарың илгә оран һала,
Шиғырҙарың ҡора сымылдыҡ.
Бер ярһыныҡ даулы тауышыңдан,
Бер тын ҡалдыҡ, йәнә шым булдыҡ…

Һин һөйләнең…
Һин күрһәттең беҙгә
Йөрәк түребеҙҙе шар асып.
Упҡындарға берсә уйылдыҡ та
Күктәргә лә ҡайттыҡ бер ашып…

Һинең менән бөтә был донъялар
Янды, туңды, тынды, тулғаны…
Шул мәл ине –
Урал ҡуйынында
Башҡорт шағирәһе тыуғаны.


Альбом

Бик ҡәҙерләп кенә ҡулға алам
Атайымдың һуғыш альбомын.
Яу ҡырҙарын, фронт һыҙығын үткән,
Һеңдергән ул төтөн, юл саңын...

Был альбом бит румын, поляк, венгр
Ерҙәренән бергә атлаған.
Самолеттар, танкыларҙың шауын,
Еңеү салюттарын һаҡлаған.

Бухареста, Дунай ярҙарында,
Еңеү килгәндән һуң бер таңда,
Атайымдың нисә дуҫы ҡалған –
Йәшәй улар ошо альбомда.

Ебәк ептәр менән нағышланған,
Араһында – селтәр аҡ һөлгө...
Был альбомдан, гүйә, тере фильмдан –
Кисәгенән тыуа бөгөнгө.

Ҡәҙер менән ҡулда тотам да ул,
Нимә эҙләйем мин альбомдан?
Заман һис тә тынмай.
Һаман, атай,
Һуғыш тыны ала алҡымдан.


* * *

Ябай ғына уйҙан, хистән тыуған
Ябай ғына һүҙҙәр – телемдә.
Талап итмәй улар аңлау өсөн
Әллә ни ҙур, тәрән ғилем дә.

Һуғарылған йөрәк көстәремә,
Күңел нурҙарыма үрелгән,
Көҙгө һыуыҡтарҙа балан һымаҡ
Мәле еткәс кенә тирелгән

Был һүҙҙәрҙә – бөрө ҡыуанысы,
Ыуыҙ япраҡ еҫе, гөл хисе,
Көҙгө ҡыуан елдә емештәрен
Ергә ҡойған ҡыуаҡтар төҫө...
Фламенко

Ҡайта-ҡайта килеп, йөрәгемә
Һулҡылдатып, әйҙә, һағыш, тул!
Үксәләрҙән осҡон сәс(е)рәтеп
Тыпырлаған ниндәй тауыш был?

Ҡапыл шымып ҡала,
Шунан, шашып,
Ярһып үрһәләнә был моң-көй...
Үксәләрҙән осҡон сәс(е)рәтеп
Ялмап ала бейеү —
Фламенко!

Үкһеҙ күңелеңдең биктәрен ас —
Үкенерлек хистәр ҡалмаһын!
Үксәләрҙән осҡон сәс(е)рәтеп,
Тыпырлатып аяҡ талмаһын!

Аяҡ ҡынамы һуң?
Һәр быуының,
Һәр ишараң менән һин моң ҡой,
Үксәләрҙән осҡон сәс(е)рәтеп,
Үҙәк өҙгөс йырға —
Фламенко!..

Һулҡылдай бит шулай Йыһан үҙе...
Был моңда бар башҡорт көйө лә —
Үксәләрҙән осҡон сәс(е)рәтеп
Илемдә бит шулай бейелә.

Испан ере, эй, Андалуз иле —
Әйҙә, тағы мавр көйөн ҡуй.
Үксәләрҙән осҡон сәс(е)рәтеп
Үкһеп-ярһый тағы Фламенко!

Тауға артылыу

Фуникулер осто тау үренә,
Ҡоштар һымаҡ беҙ ҙә осабыҙ.
Мәңгелектең серен һаҡлап торған
Ап-аҡ ҡаяларҙы ҡосабыҙ.

Үргә,
Үргә!
Үргә талпынабыҙ!
Тау сәскәһе ҡала сәләмләп.
Үтә күренмәле кабинабыҙ
Яҡынайған һымаҡ ғаләмгә.

Бына бер саҡ,
Тауҙың иң үренә
Алып менгән саҡта арбалар,
Шар асылып китә күҙ алдында
Меңәр-меңәр саҡрым аралар.

Ап-аҡ болот – аяҡ аҫтарында.
Зәңгәр үркәс тауҙар теҙеме.
Йәшәйештең сере асылған мәл,
Әллә, тимен, ошо үҙеме?

Кавказ, Кавказ!
Ер һөтөнә ҡапҡас,
Гүйә, асылған да сүлмәге,
Түгелеп киткән ап-аҡ болот булып...
Монарлана тауҙар күкрәге.

Иҫкә төшә шул саҡ
Уралымда
Менгән мәлдәр тауҙар үренә.
...Ҡарауыл тауҙан нисә саҡырымдарға
Күлдәр иле шулай күренә.

Ағинәйҙәр милли кейемдәрҙә
Ҡымыҙ һоноп ихлас ҡаршылай,
Ҡурай моңо, ҡумыҙ сыңлауҙары,
Шаян уйын-көлкө – барыһы ла

Күңелемдә ҡапыл яҡтырҙылар...
Бәләкәйерәк унда түбәләр...
Ләкин Уралҡайым түбәләре
Тыуған яҡтың күген үбәләр...

Тауҙар, тауҙар!
Ниндәй серҙәр-ауҙар
Йәшерелгән һеҙҙең үрҙәрҙә?
Һуҡмаҡтары текә,
Шырлыҡтары
Кеше аяғы баҫмаҫ ерҙәрҙә...

Тормош та шул.
Өнһөҙ, аяуһыҙ ҙа...
Матурлығы – үҙе тамаша.
Оҡшаһа ла шул тауҙарға тормош,
Алға барһа ла гел дау аша –

Фуникулер менән осоп ҡына
Менмәйбеҙ шул уның үренә...
Тауҙар иле,
Көс бир төшөнөргә
Йәшәйештең арбау серенә.

Оҙон көй

Моң тигәнең нимә —
оҙон көймө —
ҡылғандарҙың туҙғып сайҡалышы,
болоттарҙың бөтмәҫ сыуалышы,
күктең тәрәнлеге, айҡалышы?

Нимә ул моң —
тәрән йылғаларҙың
йондоҙ ғына күренер сөңгөлөмө?
Яңы япраҡ ярған бөрөмө ул,
ҡаяла ғына үҫкән төн гөлөмө?

Бәлки, дала,
бәлки, ҡом бураны,
ә, бәлки, дүрт яҡты тарафымдыр?
Юҡ, юҡ!
Моң ул —
бөтәһенә тиңдәш
мөхәббәтле һинең ҡарашыңдыр...

* * *

Ос, йөрәгем, ос сәскәгә,
Сәскә ғүмере ҡыҫҡа.
Хәҙер күкрәп атҡан була,
Хәҙер ҡойола усҡа...

Ос, ғүмерем, ос сәскәгә,
Үтмә, ғүмерем, зая!
Ҡибла тапмаған бер йәндәй
Булмайым, мине ая.

Хуш еҫтәрен бөркөп көтә,
Илертә балҡыу төҫө.
Бал ҡортон тарта сәскәләр,
Мине – хыялым көсө.

Булайымсы бал ҡортондай,
Егәрле лә, зирәк тә.
Мәл ҡәҙерен беләйемсе,
Белеүселәр һирәктә.

Гөл йомолор, мәле еткәс,
Ҡойор балҡышлы тажын.
Бал ҡорто бал алып ҡалыр,
Ә йөрәгем ҡылып ҡалыр
Сәскәгә нурлы хажын!


Вернуться назад