Спектаклде ҡарап сыҡҡас, мейене тик бер уй быраулай ине: әйләнеп ҡайттымы Прометей? “Ҡайтам” тип вәғәҙә биргәйне лә... Уты ла, үҙе лә берҙәй кәрәк бит кешелеккә. Ҡараңғылыҡ сөңгөлөнә сумған заманда йәшәр сағыбыҙ үтһә лә кәрәк...
Авангард рухлы, заманса ҡарашлы театр әҫәрҙәре күбәйә бөгөн. Шулар араһында күптән түгел М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасы хөкөмөнә сығарған “Прометей” спектакле сағыу урынды биләп тора. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһы театр сәхнәләре өсөн ят әҫәр түгел: 1977 йылда ул Рифҡәт Исрафилов тарафынан ҡуйылып, күренекле театр әһелдәре Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Олег Ханов тарафынан уйналып, тамашасының оло һөйөүен генә яулап ҡалмай, ә төрлө юғары ҡаҙаныштарға ла лайыҡ була.
Заман башҡа – заң башҡа, тип ҡабатларға яратабыҙ. Был әйтем бөгөнгө “Прометей”ға ҡарата сәпкә тейгән кеүек: ҡуйыусы режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев трагедияның төп фекерен боҙмай, шул уҡ ваҡытта, башта яҙып үтелгәнсә, әҫәрҙе заманлаштырып, ғәҙәтилектән, ҡалыптарҙан өҫтөн итеп сәхнәләштерә алған. 90-сы йылдар башында бик популяр булған “Комбинация” төркөмөнөң “American boy” йыры аҫтында бейеүҙәр, Афродитаның (Милена Ишаева) вейптан (электрон тәмәке) борлатып төтөн осороуы, Урал Әминевтең бейек үксәләрҙә, ҡыҫҡа күлдәктә Эрида ролен башҡарыуы – былар барыһы ла тамашасы иғтибарынан ситтә ҡалманы, әлбиттә. Кемдер хупланы, кемдер, киреһенсә, ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Йәш быуын вәкиле булғанғамы, әллә әлеге лә баяғы ҡалыптарҙан азат асылым йоғонтоһомо, мин хуплаусылар рәтендә, сөнки бынан дүрт йыл элек Рус дәүләт драма театрында И. Тургеневтың билдәле романы буйынса ҡуйылған “Отцы и дети” спектаклен ҡарап сыҡҡас, оҙаҡ ҡына ни өсөн беҙҙекеләр ҙә шундайыраҡ заманса, ғәҙәти булмаған, “аһ” итерлек сәхнә әҫәрҙәре ҡуймай икән, тип оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәйнем. Сәнғәт – төрлөлөгө, батырлыҡтарға бай булыуы менән үҙенә әсир итеүсе донъя. Театр сәнғәте бигерәк тә. “Театрҙа күңелһеҙлектән һәм оятһыҙлыҡтан башҡа бөтәһе лә мөмкин”, – тиҙәр бит.
“Прометей”ҙы ҡарағанда күңелһеҙ ҙә булманы, әҙәпһеҙлек тә күҙәтелмәне. Тик бына беренсе күренештән үк төп геройҙың әсенеү-һыҙланыуҙарына ҡарап, йөрәкте нимәлер ҡыҫып алды. Ҡыҫты ла, спектакль бөтөп, театрҙан сыҡҡас та оҙаҡ ебәрмәй торҙо.
Илебеҙ тарихы, уның үткәне генә түгел, бөгөнгөһө лә күҙ алдынан үткәндәй булды тамаша мәлендә. Мәңге емерелмәҫ система, мәңге идара итерҙәй тойолған башлыҡ... Йөҙәр йылдар буйы шул уҡ Зевс тәхеткә ултыра, башҡа аллалары Олимп түбәһендә күңел аса ла күңел аса, аҫта кемдең нисек йәшәгәндәрендә эштәре лә юҡ. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу уларҙың төп бурысылыр ҙа, әммә бөтәһе лә быға төкөрөп ҡарай, шикелле.
Прометейҙан башҡа. Бар һыҙланыуҙары, тынғы бирмәгән уйланыуҙары йөрәгенә ҡан булып һауа, “дөрөҫ эшләйемме мин барыһын?” тигән һорау мейеһен көн-төн сүкей. Дөм-ҡараңғылыҡта ғүмер һөргән кешеләрҙе ҡотҡарыу, уларға ут илтеү теләге нығынғандан-нығына. Һөҙөмтәлә, үҙ иркен, һөйгәне Агазияның ғүмерен ҡорбан итеп, барыбер уйлағанын эшләй.
М. Кәримдең трагедияһы менән китап биттәре аша таныш һәр кем беләлер, күп һорауҙар менән бер ҡатар “кешеләрҙең үҙҙәренә кәрәкме ул ут?” тигән һорау ҙа күтәрелеп сыға әҫәрҙә, сөнки йәмғиәт, ғәҙәттә, үҙгәрештәргә ҡарағанда, тыныс, өйрәнелгән тормошто өҫтөн ҡуя, бында яуаплылыҡтан ҡасыу ҙа, үҙ яҙмыштары өсөн ҡурҡыу ҙа ярылып ята. Грек мифтарында ғына тороп ҡалмай был күренеш, ә кисә, бөгөн, хатта иртәгә лә кешелек йәмғиәтендә йәшәйәсәк. Шуға ла “Прометей” спектаклендәге ваҡиғалар тап беҙҙең илебеҙҙең сәйәси һәм ижтимағи тормошон сағылдыра, дөйөм йәмғиәттең дә, айырым кешенең дә күңел торошон бик оҫта һәм тәрән итеп һүрәтләй.
Юҡ, әҫәрҙәге хәл-ваҡиғалар тәғәйен Рәсәйҙә булған теге йәки был мәлдәр хаҡында, тип туранан-тура ла әйтелмәй, унда һәр нәмә үҙ урынында: аллалар ҙа, Олимп та, ҡараңғылыҡҡа сумған кешелек донъяһы ла. Әммә режиссер барыһын да бик оҫта итеп костюмдар, проектор аша яҡтыртылған СССР, 90-сы йылдарҙағы ҡоролош ваҡытындағы видеояҙмалар ярҙамында асып бирә алған. Видеояҙма, тигәндәй, спектакль дауамында видеокамералар эшләне, улар сәхнәнең иң алыҫ мөйөшөндә барған мөһим мәлдәрҙе лә, сәхнә геройҙары тамашасыға ҡарата арты менән боролоп торғанда уларҙың йөҙҙәрен дә асыҡ итеп күрһәтеп, һәр кемдә лә ваҡиғалар уртаһында ҡайнау, шуларҙы яҡшыраҡ аңлау мөмкинлеген тыуҙырҙы. Шулай уҡ яҡындан Прометейҙың өнһөҙ генә эстән яныуҙары, уйланыу-бошоноуҙарына ҡарап хайран ҡалаһың, ирекһеҙҙән төп ролде үтә оҫта, бирелеп башҡарған Азат Вәлитовтан бик шәп кино актеры ла сығасаҡ тип уйлап ҡуяһың.
Күп кенә спектаклдәрҙә, ғәҙәттә, халыҡ үҙе лә актер. “Прометей”ҙа иһә тамашасыларға тап Олимптан аҫтағы ҡараңғылыҡҡа сумып йәшәгән кешеләр роле бирелгәйне. Прометей утты алып ҡасҡас, Зевс әмере буйынса аҫҡа, әлегә бер ни ҙә белмәгән һәм аңламаған халыҡ араһына Эрида менән Гермес төшә. Урал Әминев менән Артур Кәбировтың кешеләр араһында “ҡотҡо таратҡан” тамашаның был өлөшө спектаклдәге иң сағыу мәлдәрҙең береһе булғандыр: улар юғары актерлыҡ оҫталыҡтары менән алдырыуҙан тыш, тамашасыларға “Прометей – хыянатсы, Зевс – беҙҙең киләсәк!” тип яҙылған һайлау алды листовкаларын хәтерләткән ҡағыҙҙар һәм хатта ашамлыҡтар һалынған бәләкәй тоҡтар ҙа таратты.
Агазия роле хаҡында айырым һүҙ әйтеп китмәү, һис шикһеҙ, яҙыҡ булыр. Гөлнара Ҡаҙаҡбаева тыуҙырған образ тамашасы хәтерендә тәрән уйылып ҡалғандыр: был спектаклдә Агазия – көскә хәрәкәтләнгән һәм ҡыйынлыҡ менән һөйләшкән, таяҡҡа таянған зәғиф йән эйәһе. Әммә күңеле зәғиф түгел уның. Прометейҙы шашып яратһа ла, уның ут урлау ҡылығын хуплай, бының өсөн ниндәй яза көткәнен дә яҡшы белә, әммә ғүмеренең һуңғы минуттарында ла йән әсенерлек итеп “Ташлама утты, Прометей!” тип ҡысҡыра. Тап ошо Агазия роле менән тағы ла юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелде актриса, уның уйнау оҫталығына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр.
Аҡыл, намыҫ һәм выждан. Совет заманында тыуып үҫкән йәки шул заман тарихын яҡшы белгән һәр кемгә был һүҙҙәр яҡшы таныш. Тап ошо өс һүҙ биҙәне сәхнәне. Үҙ ваҡытында В. И. Ленин мәҡәләһендә большевиктар фирҡәһен был һүҙҙәр менән ҡылыҡһырламаған хәлдә лә улар тап ошо трагедияла бик урынлы булыр ине. Алла сүрәтендә бейек үрҙән башҡалар яҙмышына, бөтә ғаләмгә тиерлек хужа булаһың, яуаплылыҡ тотаһың икән, һине ғүмер баҡый ошо өс төшөнсә оҙатып йөрөргә тейеш. Шунда ғына барыһы ла ғәҙел буласаҡ.
Эйе, һүҙемдең башында әйткәнсә, спектакль бөтөп, сәхнәлә ут һүнгәс, Прометей бейек ҡая битләүенә өс йөҙ мең йылға тотҡонлоҡҡа бығауланғас, башта бары тик бер һорау өйрөлә ине: ҡайттымы ул, Прометей? Ҡайтырмын, тине бит, бар кешелеккә вәғәҙә итте. Тап шул ут, шул яҡты сыраҡ беҙгә әле лә кәрәк.