Һуғым алғанда08.06.2018
Айтуған йыл да һуғымды тыуған ауылынан ала. Шулай ҙа бығаса көн ныҡлап һыуытмағас, мал һуйып бармайҙар ине. Кисә ауылдашы Нәзиф:
– Иртәгә башмаҡты тәгәрәтәбеҙ, – тигәс, ауылға ҡайтырға әҙерләнде.
Класташы ул. Бына бер нисә йыл рәттән итте уларҙан һатып ала.


– Беҙҙекенә етәме, бигерәк тәмле бит ул, – тип ҡабатларға ярата был яҡ халҡы.
Ысынлап та, иркенлектә һутлы үлән утлап ҡына үҫә бында малҡайҙар. Ялан яҡтарыныҡы һаламды ла әллә нимәләй күреп һоғонһа, бындағылар ул нәмәгә әйләнеп тә ҡарамай, бесәнде лә һайлап ҡына ашай.
Уларҙың тыуған ауылы тауҙар араһында урынлашҡан. Колхоз бөткәс, тау битләүҙәрендәге ашъяулыҡ ҙурлығындағы баҫыуҙар бушап ҡалды, кәртәләр алып ташланды. Хөрриәт хәҙер!
– Әлдә колхоз бөттө, яман рәхәткә сыҡтыҡ бит ә, – тип ҡыуаналар.
– Әйтмә лә! Бер бөртөк һыйырға ҡарап торҙоҡ бит. Шуның менән алты-ете баланы туйындыр әле. Ауыл халҡының ҡарап торғаны шул һәүкәш булды бит инде. Колхоздың эше бөтмәһә лә, кинәндереп аҡсаһын түләмәнеләр.
– Ҡуй инде! Тамам толландыҡ бит. Хәҙер уйлайым-уйлайым да, шул бер һыйырҙың ағын-итен нисек еткерҙек икән, тим.
– Иҫләйһеңме, уныһына ла бесән әҙерләү оло ҡара бәләгә әүерелә торғайны. Колхоздыҡы бөтмәйенсә бер аҙым атларға ярамай. Баҫыуҙан арба аҫтына ҡыҫтырып ҡайтыр әмәл юҡ, тентеп кенә йөрөйҙәр.
– Үҙебеҙ калхуз эшенән бушамайбыҙ, үҙебеҙгә ашарға икмәк юҡ. Ул ҡайҙа булды икән? Хәҙер сәселгән баҫыу юҡ, магазин тулы икмәк.
...Ысынлап та, таң атыр-атмаҫтан атына атланған бригадир өйҙән-өйгә йөрөп, тәҙрә аша һөрән һала.
– Бөгөн баҫыуға таш йыйырға сығырға!
– Борсаҡ сабырға!
Уҡыусыларға ал-ял юҡ, сөгөлдөрөн бер ҡат утауға, япраҡ бәйләргә, сенаж сабырға ваҡыт етә.
Колхоз эшенә ыжлап бирмәгәндәр ҙә бар ине. Балта оҫталары ҡара яҙҙан ялан яҡтарына, үҙҙәре әйтмешләй, шабашкаға сығып китә. Өй бурайҙар, мунса төҙөйҙәр. Бер заман ҡайтып киләләр. Дөрөҫ, улар колхозсы йыл буйына һеперелеп йөрөп алған аҡсаны бер-ике айҙа эшләй.
– Нимә генә тимә, ҡәҙерен белгән кешегә хөрриәт бит!
Ауыл халҡы, берҙән, колхоз юҡҡа сыҡҡанға ҡыуанһа, икенсенән, өр-яңы келәт, фермаларҙы һүтеп алып бөтөүҙәренә йәне көйә.
– Йә, кем-кем, колхоз баҫыуын күрмәгән кешеләр ташып бөттө бит әле. Анау ферманың һыу башняһы, биналары күптән бөтһә лә, һерәйеп тора ине әле. Бер көн сабынлыҡҡа барһам, уныһы ла юҡҡа сыҡҡан. Аҙаҡ улымдан һорашһам, силсәүит булып эшләгән Кәрим йығып тимер-томорға тапшырған, ти.
– Ыстағафирулла, тәүбә! Шул тиме. Бына һиңә уҡытыусы балаһы. Бына һиңә коммунист! Кит, оятһыҙ!
Айтуғандың уйын телефон тауышы бүлде. Ауылдан Мостафа ағай шылтырата ине. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул ниәтен белдерҙе:
– Ҡустым, иртәгә мал һуйырға торабыҙ. Әле генә әллә күпме кеше беҙгә ҡалдыр тип шылтыратты. Мин әйтәм, туҡта әле, тәүҙә ҡустыма шылтыратайым. Бүтәндәргә таратып бөтөп, үҙемдең туғанымды күрәләтә мәхрүм итеү килешмәҫ тип, бына һиңә хәбәр итеүем. Ит алаһыңдыр бит? Йылҡылдап торған башмаҡ, һимеҙ бына. Алһаң үкенмәҫһең, ҡыш буйы миңә рәхмәт уҡый-уҡый майлы ит һоғонорһоң.
– Беҙ Нәзифтән алырға тип тора инек, – тип яуапланы Айтуған.
– Нәзифтән? – Ҡабатлап һораны ағаһы. – Бәй, уларҙың ниндәй һуғымы булһын! Былтыр берәүҙәрҙең килеп кергән башмағын бикләп ҡуйып, аҙаҡ шуны һатып ебәргәндәр, тип һөйләйҙәр ине. Быйыл да шулай итмәһәләр тағы. Булыр ул. Бит йыуған әҙәм түгел бит улар.
– Башмаҡтары бар ине, берәү түгел өсәү, яңыраҡ ҡайтып киткәндә күрҙем.
– Булһа ла шул урландыҡ малдыр инде. Белмәйем, белмәйем, ҡустым. Минең һиңә былай ғына әйтеүем, кеше яманлағандан түгел. Урландыҡ малдың ите насар була торған. Гонаһына инмәһәң ине, тип кенә әйтеүем.
Мостафа ағай үҙенекен һөйләне, Айтуған уны үҙ алдына йылмайып, ғәжәп инде был ауыл халҡы тип уйлап, тыңлай бирҙе. Һаубуллашҡас та, ул:
– Ҡустым, был Мостафа ағай юҡты һөйләй тип уйлай күрмә, мин һине яҡын күргәндән генә әйтеүем инде, – тип ҡуйҙы.
Йоҡларға ятыр алдынан йәнә телефон шылтыраны. Был юлы ауылдан Гөләйфә апай ине. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул да үҙенең ни сәбәпле борсоуын белдерҙе.
– Ҡустым, өсөнсө йыл һин ит һорап килгәндә, һатып бөтөп өлгөргәс, шул тиклем ҡыйын булғайны. Быйыл иң тәүҙә туғаныма хәбәр итәйем, тип шылтыратыуым. Былай итте һата алмағандан түгел ул. Әле генә әллә күпме кеше шылтыратты. Итегеҙ бигерәк тәмле, ҡалдырығыҙ, тип һорайҙар. Һин ит алаһыңдыр ул?
– Беҙ быйыл Нәзифтән алырға тип торабыҙ.
– Нәзифтән тиһеңме? – Апай ҙа ҡабатлап һораны. – Кит, башында әҙерәк аҡылы булған кеше уларҙан ит аламы! Мал ҡарай белмәй бит улар. Үҙҙәрен һылап-һыйпап, ҡунаҡтан ҡайтып керә белмәйҙәр. Былтыр башмаҡтары күтәртеп үлде. Быйыл да шыр һөйәк бер нәмәләре йөрөй ине. Шуны һуйырға уйлайҙармы икән? Тәүбә! Йә, Хоҙай, һеҙ шуны алырға булдығыҙмы? Тапҡандар икән иҫәр кешеләрҙе.
...Бер нисә сәғәттән Айтуған ауылдаштарының ғәжәп ҡыланышына йылмая-йылмая тыуған яғына ҡарай елдерә ине.


Вернуться назад