“Йәшәгән, ти”, “Левушка”08.06.2018
Июнь айында Башҡортостан Республикаһының М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе һәм балаларҙы үҙенең иң яҡшы тамашалары менән ҡыуандыра. Балаларҙы яҡлау көнөндә Гөлшат Ғайсина етәкселегендәге Балалар мюзиклы студияһы премьераға йыйҙы – Софья Прокофьеваның әкиәте буйынса “Лоскутик и облако” тигән мюзикл күрһәтелде. Лоскутик исемле ҡыйыу ҡыҙыҡай дуҫтары менән бергә батшалыҡты ҡомһоҙ һәм ҡурҡаҡ Фонтаниус исемле батшанан ҡотҡара. Был тамашаға театрҙың кассаһында бушлай керә торған билетты алып була.

Йәш тамашасыларҙы әкиәт донъя­һына сумырға саҡырабыҙ һәм ошо тамашаларҙы ҡарарға тәҡдим итәбеҙ: “Аладдин”, “Золушка”, “Пеппи Длинный чулок”, “Пес Барбос һәм фантастик кросс”, “Приключения Тома Сойера”, “Приключения обезьянки Бьянки”, “Сказка летнего леса”, “Царевна-лягушка”, “Щелкунчик”, “У ковчега в восемь”, “Цирк на поляне” һәм башҡалар.
21 июндә башҡорт труппаһы миҙгел­де “Йәшәгән, ти” (“Очень простая история” тигән Мария Ладоның пьесаһы буйынса, режиссеры — Р. Хәкимов) спектакле менән ябасаҡ. Әҫәр нигеҙендә – бөгөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп барған ваҡиға: ҡыҙ һөйгән егетенән бала көтә. Буласаҡ әсә хәлле ғаиләнән, егет – күрше байғоштоң улы. Ҡыҙҙың ата-әсәһе ниндәй ҡарарға килер? Был хәлгә бер кем дә битараф ҡалмай, хатта... йорттағы ҡош-ҡорт та зыҡ ҡуба.
Спектакль премьераһы апрель айында булды, тамашасы бик йылы ҡабул итте, хатта “Фейсбук” социаль селтәрендәге “Өфө” төркөмөндә байтаҡ ҡына телгә алынды.
Рус труппаһы миҙгелде 28 һәм 29 июндә премьера – “Лёвушка” лирик комедияһы менән тамамлай (режиссеры — М. Күлбаев). Был тамаша Анатолий Крымдың шул уҡ исемле повесы буйынса ҡуйылған. Бала саҡтың бәхетле мәлдәре тураһында мауыҡтырғыс мажаралар тамашасыны үткәндәргә алып китәсәк: бәләкәй ихаталар оло бер донъя кеүек тойолған, ә егерме тинлек туңдырма иң тәмлеһе булған саҡ... Хатта ике өләсәйҙең дошманлашыуы ла әллә ни ҡурҡыныс түгел, сөнки уларҙың икһеҙ-сикһеҙ мөхәббәте бәләкәс малайҙы бәхетле итәсәк.
Ҡәҙерле тамашасыларыбыҙҙы М. Кә­рим исемендәге Милли йәштәр театрында көтәбеҙ.


Вернуться назад