Һыуығы ла яраған…06.06.2018
Наполеон һәр көн иртәнге ашҡа ҡыҙҙырылған себеш килтереүҙәрен талап иткән. Иртәнге аш төрлө ваҡытҡа тура килгәнгә, бешереүе бик ауыр булған. Император иртәнге 8-ҙә, 9-ҙа, хатта 10-да ашаған. Нисек кенә булмаһын, себеш һәр саҡ ҡыҙҙырылған булырға тейеш.
Көндәрҙең береһендә, Наполеон генералдарының береһе менән иртәнге аш ашағанда, ашнаҡсыһын маҡтай икән. “Ҡасан ғына ашаһам да, себеш тәмле һәм яңы ғына ҡыҙҙырылған була”, – ти. “Эйе, ул бит ысын сихырсы, себеште йылытҡас, бер ҙә тәмле булмай, тиҙ ҙә бешмәй”, – тип яуап биргән генерал.
Наполеон иһә был турала бер ҡасан да уйлағаны булмаған. Ысынлап та, ашнаҡсы нисек итеп тиҙ арала әҙерләй ала икән?
– Нисек һин себеште ваҡытында әҙерләп өлгөрәһең? – тип һораған ул оҫтанан.
– Бынан да ябайыраҡ бер ни юҡ, хужам. Мин иртән унлаған себеш әҙерләп ҡуям. Сәғәт һигеҙгә табан уларҙы берәмләп һала барам. Һәр егерме минут һайын, яңы себеш ҡуям. Һеҙ ҡасан ғына торһағыҙ ҙа, яңы ғына ҡыҙҙырылған себеш ашай алаһығыҙ.
Наполеон бындай яуап көтмәгән – аптырап ҡалған: әҙерләнгән аш ун тапҡырға ҡиммәт була бит! Ә император һис тә аҡсаны юҡҡа сарыф итмәгән. Һарайҙа бер йыл буйына эселгән ҡәһүә 55 мең франкка төшөүен белгәс, бушлай күмәк эсеүҙе тыйып, хеҙмәткәрҙәренә айырым “ҡәһүә” аҡсаһы түләгән. Шулай итеп, һәр йыл 35 мең франк янға ҡалған, 20 меңе генә киткән. Себеште лә көнөнә берҙе генә ҡыҙҙырырға ҡушҡан. Һуңға ҡалып торған сағында һыуынғаны ла яраған.

“Көмөшкә ҡайнатма”

Воронеж өлкәһенең Серебрянка ауылында йәшәгән мейессе Яков Землянскихтың даны алыҫҡа таралған. Ул сығарған мейескә утын күп кәрәкмәй, ә йылылыҡты күпләп бирә.
Бешерелгән икмәкте ашап туя алмайһың. Ә бына көмөшкә ҡыуған ҡатынды Яков Ахрипович ҡыҙыҡ иткән: уның мейес торбаһы эсенә шешә муйыны ҡуйып ҡалдырған. Хәҙер мейесе әллә ниндәй ҡурҡыныс тауыштар сығара, имеш. Хужабикә күп тапҡыр үтенһә лә, оҫта уның мейесен төҙәтмәй. “Иң тәү кеше ағыулауыңды туҡтат, шунан мейесеңде бер тигән итеп һалып бирермен”, – ти икән. Теге ҡатын башҡанан эшләтер ине лә, тирә-йүндә оҫталар юҡ.

Донъяла иң “ҡарты”

Липецк өлкәһенең Ключ ауылында йәшәгән Ирина Заустайлова паспорты буйынса донъя­ла “иң ҡарт” кеше булып иҫәпләнгән. Документтарында ул “1047 йылда тыуған” тип күрһәтелгән.
Район эске эштәр бүлегенең паспорт-виза хеҙмәтендә документын алмаштырғанда “бәләкәй хата” ебәргәндәр – туғыҙ урынына нуль ҡуйғандар. Ирина үҙе лә был хәлгә көлөп кенә ҡараған. Район эске эштәр идараһында хатаны ҡатын иҫәбенә төҙәтмәксе булғандар. Етмәһә, тиҙерәк түләргә ҡушып, документты тикшергәндә ҡыйын буласағын да иҫкәрткәндәр, ти.


Вернуться назад