Йырҙар илтер юлдар06.06.2018
Бөгөн һәр ерҙә йәшәү йәме, тормош матурлығы. Кеше тәбиғәттең үҙе менән бергә айырылғыһыҙ рәүештә үҙгәрә, хистәр шауҡымына инә.
Изге хыялдар күңел донъяһының киңлегенә һыя алмай, ирекһеҙҙән йыр-моң булып тышҡа урғылып сыға, бар ғаләмгә тарала.

Ҡояшлы иртәләрҙең береһендә, беҙ, ижадташ дуҫтар, йыйылышып, бәрәкәтле һәм гүзәл Ейәнсура яҡтарына юл алдыҡ. Алда беҙҙе ике көнлөк сәфәр, йыр-моң кисәһе, ғүмерлеккә онотолмаҫ яҡты хәтирәләргә бай осрашыуҙар көтә.
Ейәнсура районының Абҙан ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән, Әселе һыуҙары­ның тәмен тойоп, уратып алған мәғрур тауҙарҙан үҙенә рухи көс алған сибәр Зинфира Бикмөхәмәтова һәм уны үҙенә ғүмерлек тормош юлдашы итеп һайлап алған йәмле Дим буйы ир-уҙаманы, ваҡытында сәхнәләрҙе дер һелкетеп, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында оҙаҡ йылдар актер булып эшләгән, бик күп ролдәрҙе башҡарған Илшат Әбделмәновтың ижад кисәһенә ашҡынып килеп еттек.
Йырҙар йырлап һин ҡайтарҙың,
Йәшлегем таңдарына,
Йәшлегем дәрте өҫтәнең
Ойоған ҡандарыма.
Был матур шиғри юлдар авторы –донъяға үҙ һүҙе, ҡарашы булған, тәрән фекер йөрөткән, бик етди, яғымлы, ихтирамлы Илшат Әбделмәнов. Янындағы пар ҡанаты, таянысы, уң ҡулы Зинфира апай уға илһамланып янып эшләргә ярҙам итә. Ул ҡәҙерле кешеһенең шиғри юлдарына көйҙәр һалып, йырсыларға бүләк итеп, халыҡ күңеленә еткерә.
Яҡты кисәлә бик матур йырҙар яңғыраны, улар Тыуған ил, атай-әсәй, мөхәббәт темаларына арналғайны. Бик күп йырҙар авторы, йыр-моң кисәһенең төп хужабикәһе Зинфира Әбделмәнова үҙе лә яҡташтарын моңо менән ифрат ҡыуандырҙы.
Баланың киләсәге һәм бар булмышы ғаиләһенән килә. Ниндәй нәҫелдән һин, Зинфира? Оҫта итеп өҙҙөрөп баянда, скрипкала һәм мандолинала уйнаған, башҡорт йырҙарын еренә еткереп башҡарған, башҡорт халҡының данын күтәргән, оҙаҡ йылдар Абҙан, Юлдаш ауылдарында директор вазифаһын башҡарған Шәйхислам Мөхәммәт улы Бикмөхәмәтов менән егәрле­ле­ге, һылыулығы, аҡылы менән айырылып торған Рәйсә Әхмәт ҡыҙының биш бала араһынан икенсеһе булып донъяға тыуа Зинфира апай.
Сағыу йондоҙҙар сәхнәлә балҡый. Һәр талантлы йырсының күкрәгенән сихри моң тарала. Әйтерһең дә, тамашасы менән улар араһында мөғжизәле күпер барлыҡҡа килгән. Халыҡ тын да алмай яратып тыңлай, ихлас алҡышлай, һәр сығышты көтөп ала. Шуның өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Үтәғол һәм Абҙан ауылдары халҡы. Беҙ ҙә ихласлығығыҙҙан илһам, рухи көс алдыҡ.
Ижади кисәлә халыҡ күңеленә хуш килгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрлө конкурстар лауреаты Рауил Харрасов, үҙешмәкәр композитор, автор-башҡарыусы Флёра Шәрипова, Балтас районынан оҫта йырсы, композитор, автор-башҡарыусы Илһам Шәймөхәмәтов, Хәйбулла һылыуы, күп яҡлы талант эйәһе Гөлфиә Хәләфетдинова, Баймаҡ сибәре, режиссер, күп концерттар авторы, клиптар төшөрөүсе йырсы ҡыҙыбыҙ Дилә Мөхәмәтйәрова, данлыҡлы Мәләүез еренән “Дарман” телепроекты еңеүсеһе, моңло йырҙарын үҙ халҡына еткергән Гүзәлиә Әмирханова, яңы ҡалҡып килгән сулпан йондоҙо кеүек, ҙур өмөт уятҡан Ейәнсура һылыуы Айгөл Вәхитова матур-матур йырҙары менән тамашасыны ҡыуандырҙы. Йырлы-моңло тамаша Үтәғол һәм Абҙан халҡына илһам бирҙе. Кисәлә Флёра Шәрипованың һәм Илшат Әбделмәновтың шиғырҙар шәлкеме лә һәр кемде ҡанатландырҙы.
Тыуған яғын, ғәзиз халҡын һағынып ҡайтҡан, зәңгәр күлдәге пар аҡҡоштарҙы хәтерләткән матур ижади пар Зинфира менән Илшат Әбделмәновтар һәр кемде һоҡландырҙы, рухландырҙы, ябай ғына көндө лә ҙур байрамға әйләндерҙе.

Мәләүез ҡалаhы.


Вернуться назад