Туймазы районында гәзит уҡыусылар менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ, сөнки бай мәҙәни тормош менән йәшәгән төбәктә матбуғат аша әйтелгән һүҙҙең баһаһын да, бәҫен дә яҡшы беләләр.
Әлбиттә, беҙ уҡыусыларыбыҙ менән фекер алышыу өсөн күберәк мәктәптәрҙә булырға тырыштыҡ. Ни тиһәң дә, милли матбуғатҡа һөйөү нәҡ белем усаҡтарында тәрбиәләнә. Икенсенән, гәзитте пропагандалау өсөн киң ҡарашлы һәм рухи донъяһы бай булған мәғариф хеҙмәткәрҙәре, милли интеллигенциябыҙ вәкилдәре менән бәйләнеште артабан да нығытырға тейешбеҙ.
Туймазыла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән осрашыу, ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшеү өсөн форсаты ла табылды. Был көндө улар уҡыусыларын “Аҡмулла вариҫтары” тигән район конкурсына алып килгәйне. Матур бәйгелә 30-ҙан ашыу йәш сәсән ҡатнашты. Сығыштарҙан шатлыҡлы тәьҫораттар кисергән уҡытыусылар менән беҙҙең осрашыу баштан уҡ эшлекле төҫ алды.
Киләһе йылда 95 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйынған “Башҡортостан”дың бөгөн икенсе һулыш кисереүе, халыҡ гәзите булып ҡаласағы, педагогик коллективтарҙың эшмәкәрлеген яҡтыртыуға ла урын бирелеүе тураһында һөйләшеү булды.
Сығышы менән Ейәнсура ҡыҙы Гөлмирә Бикбулатова, Туймазының 2-се урта мәктәбенән Лилиә Иҙрисова, Серафимовка ҡасабаһындағы 1-се мәктәптә башҡорт телен уҡытҡан Гүзәл Әсәҙуллина, Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбенән Илүсә Ҡунафина, Сәйрән урта мәктәбенән Ирина Сафина гәзит тураһында фекерҙәрен әйтте.
— Мин йәштәр проблемаһына ҡағылып үтергә теләйем, — тине Ҡандра-Ҡотой дөйөм белем биреү мәктәбенән Зәйтүнә Кәримова. — Улар ауылда ҡалмай, аҡсалы эш булмағанлыҡтан, ҡалаға китә. Шул сәбәпле мәктәбебеҙҙә уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмей. Һеҙгә ошо хаҡта ҡыйыу яҙырға кәрәк. Күптәр субсидия, ташламалы кредит алыу тураһында закондарҙы белеп етмәй. Беҙҙең ауылда күмәк хужалыҡ йәш белгестәр өсөн торлаҡ та төҙөй. Тик башҡа тармаҡтарҙа эшләгән йәштәргә был мәсьәләне нисек хәл итергә? Уларҙы ла торлаҡлы итеүҙә ярҙам күрһәтергә кәрәк.
Ҡандракүл ауылында былтыр бик күркәм яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу сәйәсәте уларҙы ла урап үтмәгән, белем усағы 9 йыллыҡҡа тороп ҡалған.
Эйе, уҡытыусылар бөгөн дә ижтимағи тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй. Шуға матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында ла беҙ уларҙың әүҙемлегенә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Туймазы ерендәге йылы осрашыуҙар эҙһеҙ үтмәҫ, тормоштоң төрлө өлкәләрендә алға киткән был төбәктә “Башҡортостан” гәзитенең тиражы кәмемәҫ, уның ысын дуҫтары һәм уҡыусылары тағы ла артыр тигән ышаныс нығынды беҙҙең күңелдә.
Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Туймазы районы.