Бәхеткә һуҡмаҡ ҡайҙа?03.05.2012
Бәхеткә һуҡмаҡ ҡайҙа?Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Хәлисә Мөҙәрисованың пьесаһы буйынса “Бәхет хаҡы” спектакленең премьераһы булды. Төп ролде башҡарыусы — Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров.
Нимә хаҡында һуң был спектакль? Бәхеткә юл тураһында. Уға һәр кем үҙ һуҡмағы менән килә. Кемдер уны таба, кемдер — юҡ. Ахыр килеп, өлгәшелгән уңыштарыңдың, яулаған бейеклектәреңдең ошо мәңгелек төшөнсә алдында бер мәл төҫһөҙләнеп ҡалыуы ла ихтимал.
Төп герой Зариф ғүмер буйы үрҙәр яуларға ынтыла. Өлгәшкән уңыштары ла байтаҡ уның. Ләкин ғүмер ахырында былар барыһы ла төҫһөҙләнә, үҙ баһаһын юғалта, сөнки уның эргәһендә өҙөлөп торған яҡын кешеһе булмай сыға...
“Тағы ла шул уҡ төш... Бәйге... Аттар... Ә мин еләм дә еләм... Алдымдағы ҡояшҡа табан. Мин еләм, ә ул алыҫлаша бара... Шулай бик-бик оҙаҡ”, — ти Зариф, дан-шөһрәттең бөтә булған ҡыуаныс-шатлыҡтарын татыған атаҡлы композитор, ә хәҙер иһә сирҙән көндән-көн бөгөлә барған оло йәштәге кеше.
Эйе, ысынлап та, бәйгенең асылы нимәлә? Тормош үҙе үк бәйге түгелме ни? Унда ла һәр кем алға сығырға ынтыла. Донъя шулай ҡоролған. Алдан килеүсе бәйге аттарын алҡыштарға күмәләр. Ә артта ҡалыусы?
Юҡҡамы ни Зарифтың йәшлек дуҫы Булат ҡасандыр уға: “Бәйгелә янған ярыш аттарын йә аталар, йә салалар”, — ти. Хаҡ һүҙҙәр. Ләкин йәшлек ярһыуы менән үрҙәргә ынтылған йырсы егет уларға үҙ ваҡытында илтифат итмәй. Уға алдан “сабыу” мөһим. Һуңынан, оҙон-оҙаҡ йылдар уҙғас ҡына ул: “Мин был бәйгелә яндым...” — тип әйтәсәк.
Фидан Ғафаровтың тап шундай ролдә сығыуын тамашасы күптән көтә ине. Был роль хатта тап уның өсөн генә яҙылған кеүек. Хәлисә Мөҙәрисованың тәүҙә повесть рәүешендә донъя күргән әҫәрендәге идея һәм ижади мөмкинлектәр режиссер Айрат Абушахмановҡа уны пьеса рәүешендә эшләп ҡарау теләген барлыҡҡа килтергән дә инде.
Ғөмүмән алғанда, спектакль идея тәрәнлеге менән әсир итә. Хәҙерге заман өсөн бик тә характерлы яҙмыштар сағыла. Замандашыбыҙ эш тип күп осраҡта үҙен тамсы ла йәлләмәй. Хеҙмәт һәм ижад уның йәшәүенең төп мәғәнәһенә әүерелә. Төп герой Зариф та әйләнгән һайын: “Сәхнә — ул минең һулар һауам, унан башҡа миңә тормош юҡ”, — тип әйтәсәк. Тик Әминә (Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева): “Һәр нәмәлә лә сама кәрәк”, — тип иҫкәртә түгелме?
Ысынлап та, сама кәрәк икән шул. Тик Зариф быны бик һуңлап ҡына аңлаясаҡ. Үҙе әйтмешләй, “мин ҡағылған һәр нәмәнән көл-күмер генә ҡала...” тигән һығымтаға килер мәл һуҡҡансы оҙон-оҙаҡ йылдар уҙа. Зарифтың эштән ҡайтыуын һәр саҡ зарығып көтөп ултырған ҡатыны Әминәнең йөҙөнә юйылмаҫ һағыш ята. Ә улы Азат иһә атай иғтибарының ҡасан да булһа уға тәтейәсәгенән төңөлөп, ахыр килеп наркоманға әйләнә. Улының үлеме өсөн ирен кисерә алмаған Әминә лә Зарифты ҡалдырып китә.
Һәм бына күренекле композитор үлем түшәгендә. Бәйгеләрҙә янған саптар ат кеүек. Ябай ғына шатлыҡтарын да ҙур күреп, татыу ғына йәшәгән дуҫтары Булат (Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитов) менән Гөлфиназға (Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илһөйәр Ғизетдинова, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Суфия Ҡорбанғәлиева) әйләнгән һайын: “Матур йәшәйһегеҙ!” — тип һоҡланып та, ҡыҙығып та ҡарай ул.
Әҙәм балаһына әллә ни күп тә кәрәкмәй. Эргәһендә яҡын кешеһенең булыуы мөһим. Тап ана шул үлем түшәгендә ятҡан саҡта Зарифтың беренсе мөхәббәтенән тыуған ҡыҙы Зөһрә (Ирада Фазлаева) уның эргәһендә булып сыға.
“Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк”, — ти Зөһрә. Тик был ябай һөйләм генә түгел. Медальонға уйылған тылсымлы һүҙҙәр ул. Тап ана шул медальон әҫәрҙең туҡымаһын бер бөтөн итеп тотоп тороусы образ да инде. Уға бик ҙур идея көсөргәнешлеге һалынған. Бәхет хаҡының ниҙә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу өсөн ул бик урынлы деталь.
Спектаклдең биҙәлеше үтә үҙенсәлекле. Әйләнеп торған сәхнә, йә сылт аҡҡа, эш кабинетына, йә йорт йыһазына әүерелеүсе ишектәр — рәссам Варвара Чувинаның ҙур уңышы, йәғни тормош үҙе үк бер ишектән сығып икенсеһенә үтергә тырышыу түгелме ни?
Фәниҙә ИСХАҠОВА.


Вернуться назад