Балаҡайым
Ошо һүҙҙе өҙөлөп юҡһыныуым:
Әйләнәм дә йәнә ҡабатлайым,
Әсәкәйем, бары тик һин генә
Өндәшкәнһең икән: “Балаҡайым!”
Ошо һүҙҙе өҙөлөп һағынғанда,
Нарыҡлайҙар мине төрлөсә:
Апайҙарым миңә: “Туғаным!” – ти,
Ҡәйнәм: “Килен!”, Ирем: “Эй, бисә!”
Һинһеҙ генә, әсәй, көҙгә индем,
Баландарҙы тирҙем: эй әсе!
Яңылыштан ғына кемдер берәү
“Балаҡайым!” – тиеп әйтһәсе...
...Мин ул һүҙҙе хәҙер төштә күрәм,
Ә өнөмдә өҙөлөп ҡабатлайым,
Тап һинеңсә мин улыма әйтәм,
Ҡыҙҙарыма әйтәм: “Балаҡайым!”
Килен булып әйткәнем
Абынһам да, һөрөнһәм дә,
Килермен ипкә.
Мин үҙ балаң булмаһам да,
Тибәрмә ситкә.
Ризалыҡтарыңдан яҙһам,
Һүнер өйҙә йәм.
Ғәйептәрем булһа, кисер,
Рәнйемә, ҡәйнәм!
Күңелемдең тулған сағы:
Мин шундай илаҡ!
Ярат әле берҙе генә
Әсәйем һымаҡ!
Әсәйем һымаҡ...
Ил өҫтөндә иң яманы…
Ил өҫтөндә иң яманы:
Эскән бисә,
Ирҙән-иргә, ҡулдан-ҡулға
Күскән бисә.
Ил өҫтөндә иң яманы:
Эскән ирҙәр,
Ҡатын-ҡыҙҙың фиғеленә
Күскән ирҙәр.
Ил өҫтөндә иң яманы:
Эскән бала,
Беләгенә ағыу ҡаҙап
Үҫкән бала.
Эсһә бисә, эсһә ирҙәр,
Эсһә бала,
Был донъяла ҡыуанырлыҡ
Ниҙәр ҡала?!
Ә шулай ҙа...
Аһ, тәнемде тикшерәләр:
“Тәне ни ҡара инде!”
Бөтәһенә аҡ тимәгән,
Ҡара ла бара инде!
Ҡай берәүҙәр: “Йыуан!” – тиҙәр,
Йыуан булһа, ни булған?!
Мине бал-майҙа йөҙҙөргән
Хәләлем, тимәк, уңған!
Аһ, йөҙөмдө тикшерәләр:
“Юҡ унда ҡуйы керпек!”
Керпеге ҡуйы түгел тип,
Ҡасмайҙар әле өркөп!
Күҙҙәрем бәләкәй, тиҙәр,
Хурлайҙар, бөлдөрәләр.
Күҙҙәр бәләкәй булһа ла,
Кәрәккәнен күрәләр...
Ҡаштар ҙа йолҡонмаған шул,
Ептәй нәҙек ҡалдырып,
Сәстәрҙе лә бөтмәгәнмен
Көйҙөрөп тә яндырып.
Тырнаҡтар ҙа оҙон түгел,
Шүрәлеләр көнләшкән!
Ә шулай ҙа бар ул миңә:
“Матурым!” – тип өндәшкән...
Һеҙгә ямаҡ күренһәм дә,
Ултырам әле эре:
Мин кемдеңдер ҡараҡайы,
Мин кемдеңдер йомшаҡҡайы,
Кемдеңдер – берҙән-бере!