Бында белем юллап киләләр03.05.2012
Берәй районға барғанда, форсаттан файҙаланып, мотлаҡ китапханаға инеп сығам. Фондтары баймы, күпме гәзит һәм журнал алдыралар, матбуғаттың ҡайһыныһына өҫтөнлөк бирәләр? Ошо һорауҙар күңелгә тынғылыҡ бирмәй. Китапханасылар менән әңгәмә бигерәк йәнле бара. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала республикабыҙҙың район һәм ҡала китапханаларында эшләгән комплектлаусылар өсөн уҙғарылған семинар-кәңәшмәлә лә шул мәсьәлә буйынса әүҙем һөйләшеү булды.
Китапхана директоры урынбаҫары Рәзил Бикбулатов билдәләүенсә, гәзит-журнал, шул уҡ китап уҡыу юҡ икән – тәрбиәсе менән тәрбиәләнеүсе араһында берлек юҡ. Китапханасының эше, ғәҙәттә, күләгәлә ҡалыусан, уның ҡарауы, һәр береһе иҫ киткес ҙур хеҙмәт башҡара. Был урынға кеше мәғлүмәт туплау, белем эстәү өсөн юллана, уның тәрбиәүи әһәмиәте тураһында һөйләп тораһы ла түгел.
Бөгөн кешеләрҙең, айырыуса йәштәрҙең нимә уҡыуы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр. Фәһемле, фекерле һәм файҙалы булмаған, үҙ сиратында боҙоҡлоҡҡа юл ярған, аҙғынлыҡҡа этәргән гәзит-журналдарҙы алдырыу киң йәмәғәтселек өсөн хәүефле, әлбиттә. Ошо турала "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Фәрит Әхмәҙиев, республикабыҙҙың Журналистар союзы рәйесе, "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков һәм башҡа ҡәләмдәштәр һөйләне.
Китапханасылар урындарҙа халыҡтың ҡайһы гәзит һәм журналды үҙ итеүен биш бармағылай белә. Шуға күрә улар алдан барыһын да белеп торорға, дөрөҫ йүнәлеш бирергә тейеш.
И. АҠЪЮЛОВ.


Вернуться назад