Сәхнәлә бөркөттәй талпынған ир-егетте, күбәләктәй елпенгән ҡатын-ҡыҙҙы күреп нисек һоҡланмайһың! Һәр бейеү үҙенә генә хас матурлыҡҡа, кеше күңеленә тәьҫир итеү көсөнә эйә. Шуларҙы тамашасыға бөтә нескәлегендә еткерә белеүсе һәүәҫкәр бейеүселәребеҙ бихисап.
Шундайҙарҙың береһе — “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе Нияз Әҙип улы Бәшәров. Ул бөтә яҡтан да килгән, Хоҙай уға матурлыҡ та, буй ҙа, талант та биргән. Ниндәй генә бейеүҙе башҡармаһын, бөтәһе лә иҫ киткес күркәм килеп сыға. Кескәй саҡтан уҡ бейеүселәргә “Ҡайһылай бәхетле кешеләр!” тип ифрат ҙур хөрмәт, һоҡланыу менән ҡарай ине. Үрге Йәркәйҙәге 86-сы һөнәрселек лицейына уҡырға ингәс, “Йәйғор” халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнә башлай. Етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғилмулла Ғабдуллин, бар тырышлығын һалып, бейеү серҙәренә төшөндөрә. Был ансамблдә Ниязға, Башҡортостандан тыш, Португалия, Испания сәхнәләрендә сығыш яһарға тура килә. “Йәйғор” ансамблендә бейеү уның өсөн үҙе бер оҫталыҡ мәктәбе була, унда күп нәмәгә өйрәнә, бейеү сәнғәтенең яңынан-яңы серҙәрен аса. Сәнғәткә тартылыуы көслө була уның: лицейҙы тамамлағас, егет Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумының хореография бүлегенә уҡырға инә. Ә диплом алғас, тыуған яғына — Үрге Йәркәй район мәҙәниәт йортона эшкә ҡайта һәм “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамблендә бейей башлай.
Уға бер нисә йыл тыуған яғынан айырылып торорға тура килә, Себер яҡтарына эшкә китә. Сәнғәткә ғашиҡ егет унда ла сәхнәне ташламай. Эштән һуң башҡорт-татар бейеү коллективын етәкләй, уның солисы була. Артистар төрлө өлкәләрҙә, республикаларҙа сығыш яһап, тамашасы күңелен яулай.
Тыуған яғына һөйөүе көслө була Нияздың, һағыныуына түҙә алмайынса, ҡабат Үрге Йәркәйгә ҡайта, һәм уны “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбленең етәксеһе итеп ҡуялар, бар һәләтен биреп яратҡан эшен дауам итә.
Нияз Әҙип улы ҡуйған бейеүҙәр шул тиклем дәртле һәм рухлы. Һәр бейеүҙең тарихын, йөкмәткеһен һөйләп, әхлаҡи әһәмиәтен асып, ҙур теләк менән өйрәтә. Шуғалыр ҙа, ахыры, “Йәшлек”тәр сәхнәгә сыҡһа, сығыштарынан халыҡ рухы бөркөлөп тора. Бейеүҙең асылын аңлап, уны яратып башҡарғас, тамашасы ла битараф ҡала алмай — көслө ҡул сабып алҡыштарға күмә, тағы-тағы һорай. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, “Йәшлек”тәрҙе һәр саҡ яратып, ихлас ҡабул итә тамашасы. Репертуарға тамашасылар күңеленән һис юйылмаҫ “Өс дуҫ”, “Рекруттар”, “Ҡурай һәм ҡылыс”, “Һаҡмар һылыуы”, “Гөлнәзирә”, шулай уҡ урыҫ, татар, мари, молдаван, мордва, һинд һәм башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәре ингән.
Күп еңеүҙәр яулаған ул. Былтыр Екатеринбург ҡалаһында үткән “МIХ-ART” балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн ойошторолған халыҡ-ара фестиваль-конкурста ҡатнашып, “Халыҡ бейеүе” номинацияһында I урынды яулайҙар. Еңеүселәр “Мир на ладони” мәҙәниәт һәм мәғарифты үҫтереү һәм ярҙам итеү халыҡ-ара хәйриә фондының, “Пилигрим” фирмаһының I дәрәжә дипломы менән бүләкләнә.
Быйыл иһә “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамбле, “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, икенсе турға үтте. Нияз Бәшәров хәҙер ошо йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эшләй, яңы бейеүҙәр һалыу менән мәшғүл.
Лира ГӘРӘЕВА.
Илеш районы.