Салауат театры күптән түгел төрөк халҡы алдында башҡортса спектакль ҡуйып, тамашасы һөйөүен яуланы. Ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтыуы артистарҙың йөҙҙәренән үк күренә ине.
– Иҫегеҙҙә булһа, былтыр декабрҙә төрөк драматургы Тунджер Джюдженоглуның “Көтөлмәгән ҡунаҡ” спектаклен ҡуйғайныҡ. Премьераны автор үҙе ҡараны, бик ҡәнәғәт ҡалды.
Шунда ул беҙҙең фестивалдә ҡатнашыуыбыҙҙы теләгәйне. Һәм, бына, Трабзон ҡалаһында уҙасаҡ 19-сы Халыҡ-ара Ҡара диңгеҙ театрҙар фестиваленә саҡырыу алыу менән юлға сыҡтыҡ. Бөтәһе туғыҙ кеше барҙыҡ, улар иҫәбендә театр директоры Илдар Маннапов һәм спектакль режиссеры Олег Ханов та бар ине, – тип һөйләй театрҙың ижади коллективына идара итеүсе Рөстәм Фазылов.
Фестивалдә ете ил – Рәсәй, Бөйөк Британия, Румыния, Бразилия, Грузия, Англия, Төркиә ҡатнаша. Салауат театры Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәй исеменән дә сығыш яһай. Беҙҙекеләр ике көн “Көтөлмәгән ҡунаҡ” спектаклен ҡуя. Был әҫәр төрөк халҡына яҡшы таныш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Салауат коллективын төрөктәр бик йылы ҡабул итә, билеттар аҙна дауамында һатылып бөтә. Залдан бер туҡтауһыҙ “Афарин!” тип ҡысҡырыуҙар, көслө алҡыштар актерҙарға тағы ла ҡыйыулыҡ, дәрт өҫтәй. Салауат артистарының уйнауы тамашасыларҙы ғына түгел, хатта уларҙың актерҙарын да аптырашта ҡалдыра. Театр етәксеһе уларҙы йыйып, “Башҡорт дуҫтарығыҙҙан нисек уйнарға өйрәнегеҙ. Улар бөтә күңелен һалып башҡара”, – тип бер аҙ шелтәләп тә ҡуя. Ә салауаттар үҙҙәре Төркиәнең фестивалде юғары кимәлдә уҙғарыуын билдәләй.
Бындай сараларҙа ҡатнашыу артистарҙың, шулай уҡ театрҙың ижади үҫеше өсөн бик мөһим, тип иҫәпләй актерҙар.
– Беҙ үҙебеҙҙе лә күрһәттек, башҡаларҙы ла ҡараныҡ. Төркиә тамашасыһы юғары мәҙәниәтле, театрға мөкиббән киткән кешеләр, ҡунаҡсылдар. Тәжрибә уртаҡлашыу, башҡа илдәрҙең һәм халыҡтарҙың театр сәнғәте менән танышыу, кесе ҡалалар театрҙарын пропагандалау милли мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итә, – тигән фекерҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәтих Ҡолһарин.
Фестиваль Төркиәлә ниндәйҙер ярыш тип иҫәпләнмәй, шуға күрә еңеүселәр һәм еңелеүселәр юҡ. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла махсус приздар һәм дипломдар менән бүләкләнгән.
Уҙған йома 85-се театр миҙгеле ябылыу тантанаһы уҙҙы. Салауаттар тамашасы иғтибарына “Люстра” лирик комедияһын тәҡдим итте. Һуңынан “Йыл актеры-2017” билдәләнде. Уны беренсе тапҡыр тамашасы үҙе һайланы. Миҙгел буйы улар яратҡан актеры өсөн тауыш бирҙе. Быйыл юбилейлы 25-се тапҡыр тапшырылған театр премияһы йәш актер Рафаэль Ғәйнуллинға бирелде. Театр коллективы яратҡан тамашасыһы менән һаубуллашманы, киләһе осрашҡанға тиклем, тип хушлашты.