Һәйкәлгә сәскә һалынды28.04.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Александр баҡсаһындағы Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә сәскә һалды.
Сарала шулай уҡ Мәскәү башлығы урынбаҫары Александр Горбенко, Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, төбәк министрҙары, ветерандар, йәмәғәт ойошмалары һәм йәштәрҙең патриотик берекмәләре вәкилдәре, студенттар ҡатнашты.
Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре дауам итә. Уға ярашлы Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһында республиканың инвестиция һәм сәнәғәт ҡеүәте менән таныштырыу сараһы уҙғарылды, шулай уҡ күргәҙмәләр экспозицияһы эшләй.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад