Президент лекция уҡыны28.04.2012
26 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында булды.
Университеттың Фундаменталь китапханаһында Рөстәм Хәмитов уҡыу йорто ректоры Виктор Садовничий менән осрашты һәм студенттар алдында лекция менән сығыш яһаны.
Былтыр декабрҙә Башҡортостан менән университет араһында ғилми-тикшеренеү эштәре үткәреүҙә, республиканың социаль иҡтисади үҫешенә ҡағылған белем биреү, фәнни-ғәмәли проекттар һәм программалар эшләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Уның төп йүнәлештәре — уҡыу йортонда республика өсөн юғары квалификациялы белгестәрҙе маҡсатҡа ярашлы әҙерләүҙе ойоштороу, инновация инфраструктураһын үҫтереү, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу.
Килешеүгә ярашлы быйыл Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ун йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләүгә заявка бирҙе.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад