Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың (Мар. Сәлим) ижад кисәһе үтте. Журналистар йортона уның ижадын үҙ иткән дуҫтары – татар яҙыусылары һәм шағирҙары, республика баҫмалары мөхәррирҙәре һәм журналистары килде.
Күңелле осрашыуҙы асып, күренекле татар ғалимы һәм яҙыусыһы, оҙаҡ йылдар Татарстан Яҙыусылар союзын етәкләгән академик Фоат Ғәлимуллин: “Күптәнге дуҫыбыҙ Марсель Сәлимовты беҙҙә яҡшы беләләр. – тине. – Уның сатирик әҫәрҙәре гәзит-журналдарыбыҙҙа даими баҫыла. Ҡазанда татар, башҡорт һәм рус телдәрендә Мар. Сәлимдең биш китабы донъя күрҙе. Бөгөнгө осрашыуға беҙ бик шатбыҙ, сатира оҫтаһының тапҡыр һүҙен һәр саҡ көтөп алабыҙ”.
Туғандаш республиканан килгән ҡәҙерле ҡунаҡ үҙенең Ҡазанға тәүге сәфәре хаҡында хәтергә төшөрҙө: “Ул ярты быуат элек, 1968 йылдың 26 апрелендә, булды. Шул замандың талантлы йәш шағирҙары Рауил Фәйзуллин, Зөлфәт, Шәһинур Мостафиндар менән бергәләп Ғабдулла Туҡай һәйкәле янында шиғыр уҡығаныбыҙ иҫтә, һаман да иҫтә...”
Кисәлә сығыш яһаған Рәсәй дәүләт премияһы лауреаты, Татарстандың халыҡ шағиры Ренат Харис, Рәсәйҙең Михаил Ломоносов исемендәге премияһы лауреаты, яҙыусы һәм публицист Шәһинур Мостафин, “Чаян” сатира журналының баш мөхәррире Рафаэль Хәлилуллов, “Ватаным Татарстан” һәм “Казанские ведомости” гәзиттәре баш мөхәррирҙәре Миңнәзим Сәфәров менән Венера Яҡупова Марсель Сәлимовтың ижади һәм ижтимағи әүҙемлеген юғары баһаланы, дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыуға индергән ҙур өлөш өсөн рәхмәт әйтте.
Мәртәбәле ҡунаҡ матбуғат ветерандары менән генә түгел, йәш коллегалары менән дә ихлас һөйләшеү алып барҙы, уларҙы Башҡортостандың әҙәби һәм мәҙәни тормошондағы яңылыҡтар менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе, шиғырҙарын һәм юморескаларын уҡып ишеттерҙе. Кисәлә ҡатнашыусыларға махсус әҙерләнгән фотогалерея күрһәтелде, улар иғтибарына ҡыҙыҡлы һүрәттәр һәм тарихи документтар тәҡдим ителде. Кисә аҙағында ҡазандар бүләккә күренекле башҡорт сатиригының ҡултамғаһы ҡуйылған яңы китаптарын алды.
Өфө – Ҡазан.