Йырҙың йыртығы юҡ тиһәләр ҙә...22.05.2018
Үҙәге Учалыла булған “Урал йәшмәләре” әҙәби берекмәһе “Өлкәр” тип аталған альманах сығара ине. 1995 йылда баҫылған 1-се һанда минең дә мәрәкәләрем инеп киткән. “Йырҙарҙан сәлдермештәр” тип аталғайны ул шәлкем. Бына шунан ҡайһы бер яҙмалар:

“Таң атҡанда һалҡын шишмә буйында”
Бер рэкетир алды минең муйындан.
* * *
“Күл буйына килһәң ине”,
Химсоставын белһәң ине.
* * *
“Сәләм һиңә, әсәйем”,
Күстәнәсең көҫәйем.
* * *
“Яҙ етерен һиңә ҡарап беләм”,
Һипкелдәрең ҡалҡып сыға гелән.
* * *
“Керпектәрең һинең ниңә ҡара”,
Сәсең кеүек аҡҡа буяп ҡара.
* * *
“Күпме күҙҙәр күреп онотолған”,
Алиментсы әммә бер тотолған.
* * *
“Йондоҙҙарҙың серле осҡондары”
Сәсрәп китте, күҙгә тондорғайны.
* * *
“Иртәнсәккәй тороп бер ҡараһам”,
Ҡояш уже төшлөгөнән ауған.
* * *
“Айҡай ҙа ғына сайҡай керҙәр йыуа”,
Керҙәренән бысранды шул быуа.
* * *
“Ҡара ла ғына урман, ҡараңғы төн”,
Урларҙайын лесник урлап бөттө.
* * *
“Баҫылмай йөрәктә моң-һағыш”,
Баҙарҙарҙа үтмәй көнбағыш.
* * *
“Таң атҡанда, һаубуллашҡан саҡта”,
Һин на всякий кеҫәләрен ҡапша.
Хәҙер, дуҫҡай, брачный аферистар,
Мулдан элә ҡолаҡтарға лапша.
* * *
“Һайра-һайра, һары һандуғасым”,
Һаҡмар булмаһа ла Иҙел башы.
* * *
“Етегән шишмәләргә
йөҙөк һалдым”,
Дивидендын көтөп,
ҡоро ҡалдым.

Рубриканы Гүзәл СИТДЫҠОВА алып бара.


Вернуться назад