Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең, ғөмүмән, милли баҫмаларҙың хәленә битараф булмаған һәр кешенең иғтибарын Дамир Шәрәфетдиновтың “Түр башындамы, әллә гүр ҡашындамы?” тигән мәҡәләһе (2018 йыл, 9 февраль) йәлеп иткәндер. Телсе ғалимдар, әҙәбиәт өлкәһендә өҙлөкһөҙ эҙләнеп, яңы нәшер ителгән әҫәрҙәргә үҙ ҡарашын белдереп ултырыусы әҙәбиәтселәрҙән айырмалы рәүештә, был мәҡәләгә ҡарата фекерҙәремде ябай китап уҡыусы, гәзит-журналдарҙа баҫылған әҙәби өлгөләрҙе, көнүҙәк мәсьәләләр яҡтыртылған мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып, күҙәтеп барыусы күҙлегенән сығып белдерергә кәрәк тип таптым. Ниндәй генә ҡоролошта ла яҙыусы, журналист үҙе йәшәгән дәүләттең эске һәм тышҡы сәйәсәтен тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе төп көскә әйләндерелә. “Дүртенсе власть” вәкилдәре алдына ҡуйылған талаптар завод конвейерҙары артында торған эшселәргә йәки баҫыуҙарҙа иген үҫтергән крәҫтиәндәргә ҡарағанда ла күпкә ҡатыраҡтыр. Дәүләт уларға үҙенең сәйәсәтенең иң мөһим тип һаналған өлкәһен – йәмғиәттә йәшәгән граждандарының аңын тейешенсә формалаштырыуҙы, уға ярашлы тәрбиәләүҙе ышанып тапшыра. Советтар Союзында быны тормошҡа ашырыу тоталь системаның ҡаты ҡалыбына – “соцреализм” йүнәлешенә таянылһа, бөгөнгө демократияға ынтылыш осоронда әҙиптәребеҙ арҡа терәрлек, бик булмағанда, һөйәлерлек йүнле “реализм” таба алмайынса ыҙалана төҫлө...
“Партия идеологтары, “соцреализм” тигән ҡаты талап ҡалыптары уйлап сығарып, тотош өлкәне шуның ҡанундарына ярашлы ҡора башлағас, илебеҙҙә әҙәбиәттең юҡҡа сыға барыуын танымай булмай...” тип яҙа Дамир Шәрәфетдинов. Айыҡ аҡыл менән артыбыҙға тағы бер әйләнеп бағайыҡ әле: совет әҙәбиәтенең, шул иҫәптән башҡорт әҙәбиәтенең, иң ныҡ үҫешкән осоро ошо “диктатура ваҡытына, теләһә ниндәй кәртәләр ижад тигән асылды бикләгән” заманға тура килмәйме ни?
Ошо осорҙа беҙҙең майҙаны менән бик ҙур булмаған Ҡырмыҫҡалы районы ғына ла әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалын – Ғайса Хөсәйенов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов кеүек исемдәре бөтә республикаға билдәле булған телсе-ғалимдарҙы, тиҫтәнән ашыу күренекле яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы биргән. Тыуған иле менән сикһеҙ ғорурланған, намыҫлы, яҡты уйлы, халҡына тоғро хеҙмәт иткән, ғаилә ҡиммәттәрен тәүге урынға ҡуйған, тормошонан, башҡарған эшенән ҡәнәғәт булып, киләсәгенең тағы ла бәхетлерәк булырына инанған төрлө яҙмыштар тураһындағы әҫәрҙәр беҙҙең ысынбарлыҡты сағылдырмай тип кем әйтер?
“Соцреализм” ҡалыптарында ижад ителгән әҫәрҙәргә һәр китап һөйөүсе бөгөн дә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта. Юҡ, быны үткәндәрҙе һағыныу, социализм ҡоролошона ностальгия тип кенә ҡабул итеү һис дөрөҫ булмаҫ. Был әҫәрҙәрҙә – тормошто һөйөү, күңел матурлығы, мөхәббәт сафлығы, әҙәм балалары араһындағы әҙәплелек, ғәҙеллек, кешелеклелек кеүек матур сифаттар, аяғында ныҡлы баҫып торған кешеләрҙең иртәгәһе атасаҡ таңына оло ышанысы. Китап менән дуҫ булыусылар өсөн совет осоро әҙәбиәте, Ризаитдин Фәхретдинов һүҙҙәре менән әйтһәк, “күңелде сафландырмаҡ үә нәфис тәрбиә итмәк иң әҫәрле булған дарыуҙыр”.
Һуңғы йылдарҙа әҙәбиәтебеҙҙә тарихыбыҙға ынтылыш күбәйҙе. Бик мәслихәт! Шәжәрәләрҙе өйрәнеп, ата-бабаларыбыҙҙың үткәнен барлау, ауыл, район тарихы тураһында китаптар, энциклопедиялар сығарыу, радио һәм телевидение эфирҙарын быуаттар хәҡиҡәтен яҡтыртҡан тапшырыуҙар, кинофильмдар менән биҙәү һис тә яҙыҡ эш булмаҫ. Тарихи романға тотонған яҙыусы ла ошо хәҡиҡәтте дөрөҫ яҡтыртыу өҫтөндә арымай-талмай эшләргә бурыслы.
Сенсациялар артынан ҡыуып, китап уҡыусыны шаҡ ҡатырырлыҡ хәлдәр, ғәрәп, фарсы һәм башҡа төрки телдәрҙән алынған аңлайышһыҙ, иғтибарҙы көсөргәнешле тоторға мәжбүр иткән һүҙҙәр, тарихи дөрөҫлөккә тап килмәгән өҙөктәр менән арбарға тырышып яҙылған әҫәрҙәрҙе китап уҡыусыларҙың бик һирәктәре генә ҡабул итә. Бер тапҡыр уҡылып бөтөр-бөтмәҫтән бындай әҫәрҙәрҙең ғүмере, үкенескә ҡаршы, саңлы китап кәштәләрендә мәңгелеккә өҙөлә. Илебеҙҙә тарихи дөрөҫлөккә ҡыйыш көҙгө аша ҡараусы әҙиптәрҙең рәте арта бара. Мәҫәлән, күптәребеҙ яҡшы таныш булған, әле беҙҙән ҡул һуҙымы аралығында ғына артта ҡалған совет ҡоролошоноң яман яҡтарын күпертеп-фәстереп күрһәтергә тырышыу үҫеп килеүсе быуындың аңында был осорға ҡарата кире ҡараштар тыуҙырыуҙа “ыңғай” һөҙөмтәләрен бирә башланы ла инде. Арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың “Тарихты ниндәйҙер изге идея хаҡына боҙоу үҙ-үҙеңде алдау һәм һинең әҫәрҙәреңә ышанған уҡыусыларыңды алдау менән бер” тигән һүҙҙәре һәр тарихи әҫәргә тотоноусыны иҫкәртеп, ғәҙел ижади эҙләнеүҙәргә юл асырға булышлыҡ итһә ине.
Беҙгә, әҙәбиәт һөйөүселәргә, теге йәки был яҙыусының китабы ниндәй аҡсаға нәшер ителеүе һис кенә лә мөһим түгел. Есеме менән танышҡандан һуң исеме тураһында фекер йөрөтөү – һәр китап уҡыусының үҙ ихтыярында.
Яҙыусыларыбыҙҙың юбилейҙарын үткәреү тураһында ла бер кәлимә һүҙ әйтеп китеү урынлы булыр. Әйтегеҙ әле, бер һаплам еп ҡәҙәре генә ғүмеребеҙҙә күңелдәребеҙҙең боҙон иретерлек йылы һүҙҙе, маҡтау-хуплауҙы һәр ҡайһыбыҙ йыш ишетәме? Бесәй ҙә бит арҡаһынан һыпырып, иркәләп торғанды ярата. Әҙәм балаһының һәр саҡ йылы һүҙгә, наҙлы ҡарашҡа мохтаж булған күңеле тыуған көнөн, юбилейын уҙғарғанда әйтелгән һүҙҙәрҙән (уларҙың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ысын күңелдән ул әйтелгәнме, әллә яһалмамы) нурға күмелә. Эт күңеле – бер һөйәк, тигәндәй, йән аҙығы булған матур һүҙҙәр, теләктәр артабан йәшәүгә, ижад итеүгә ынтылышты арттырғандай була. “Дәүләт тарафынан аҡса бүленеп ойошторолған һәм рәсми юбилейҙар практикаһын бөтөрөү” кәрәклеге тураһындағы фекерҙе ниндәй күңел менән ҡабул итмәк кәрәк? Былай ҙа бит, халыҡ аҡсаһын һаҡсыл тотоноу маҡсатында, билебеҙҙе биштән быуып, милли матбуғатҡа яҙылыу, китап сығарыу, туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы уҡытыу өлкәләрендә лә бармаҡтарыбыҙ аша һығылып сыҡҡан тиндәребеҙҙе генә тотонабыҙ түгелме?
Уйлап ҡараһаң, яҙыусының юбилейын йәки яңы сыҡҡан китабының исем туйын уҙғарыу өсөн колхоздың аҫау айғырын тәгәрәтеп һуйыу кәрәкмәй. Әҙиптең әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыу, скетчтар күрһәтеү, шиғырҙарын ятлау уҡыусы балалар ҡатнашлығында алып барылһа, бигерәк тә һәйбәт. Ошондай сараларҙа бала күңелендә нәфис әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уяна, бәлки, киләсәктә уларҙың кемеһелер бар һәләтен эшкә ҡушып, ғүмерен ошо өлкәлә хеҙмәт итеүгә бағышлар.
Дамир Шәрәфетдиновтың “тәнҡит реализмы”, цензура тураһындағы буталсыҡ фекерҙәренә яуап бирер өсөн теүәл бер фәлсәфәүи диссертация яҙырға кәрәк булыр ине. Гәзит битенең самалы булыуын иҫәпкә алып, һүҙҙе ҡыҫҡараҡ тотайыҡ. Тәнҡит реализмы стилендә ижад иткән һәр әҙип, ниндәй генә ҡоролошта, ҡайһы ғына дәүләттә йәшәүенә ҡарамаҫтан, сәйәси цензураның ҡорбанына әйләнә. Системаға яраҡлаша белгән, ел йүнәлешенән тайпылмаған һығылмалы – бөгөлмәле, уңайлы кешеләр һәр йәмғиәттә лә үҙ урынын еңел таба. Тик яҙыусымын тигән яҙыусы күңел талабы буйынса, йөрәк өйкәгәнен ҡәләм аҫтына йәшереп булһа ла, йәмғиәттәге кәмселектәрҙе асып һалырға баҙнат итә. Совет диктатураһы заманында бындай әҙиптәр эҙәрлекләүҙәргә, репрессияларға, илдән ҡыуылыуҙарға дусар булды.
“Киләсәк быуындар әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгө осорон ниндәй тип баһалар: алтын, көмөш, баҡырмы, әллә серек ағасмы? Дан артынан уҙыш осоромо ул, әллә шөһрәтле исемдәр таратыу дәүереме?” тигән һорауҙы ҡуя автор. Һәйбәт һорау, урынлы һорау. Туған телебеҙгә ҡарата бөгөнгө мөнәсәбәтебеҙ күҙлегенән сығып баҡһаҡ, упҡын ситендә бейемәйбеҙме икән, йәмәғәт? Әсә телендә һөйләшмәгән йәки ары-бире һупалаған ейән-ейәнсәрҙәребеҙ киләсәктә башҡорт телендә ижад ителгән китаптарҙы уҡырлыҡ, әҙәбиәтебеҙҙе баһаларлыҡ хәлдә булырмы? Теле булмағандың иле лә, тарихы ла, мәҙәниәте лә, әҙәбиәте лә юҡ. Был әсе хәҡиҡәтте бөгөн танымаһаҡ, иртәгә һуң булыуы бар. Ә дан-шөһрәткә килгәндә инде, уны Әнғәм Атнабаев әйткәнсә: “Беҙҙән өҫтөн Тарих бар бит әле, баһалаһын, әйҙә, тиңенсә”.
Эйе, беҙ баҙар иҡтисады, капитализм йәмғиәте ҡанундарына ярашлы йәшәйбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙәге кеүек әҙәбиәт, матбуғат өлкәләре лә ҙур үҙгәрештәр кисерергә, ошо арҡала күп тетрәнеүҙәргә дусар булырға мәжбүр. Ошондай милли әҙәбиәтебеҙ, матбуғатыбыҙ өсөн һынылышлы осорҙа ла ваҡ күңелле булмайыҡ әле, ағайҙар! Юҡ-бар һүҙҙәр ташлап, бер-беребеҙҙең ҡанын ҡыҙҙырғансы, көсөбөҙҙө йәш хәбәрселәр әҙерләүгә, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәген хәстәрләүгә бағышлайыҡ. Гелән баллы перәник менән генә һыйламайынса, ижадсыларыбыҙҙы ғәҙел тәнҡит утында ҡыҙҙырып, арт һабаҡтарына әленән-әле елле ҡамсы төшөрөп тороу ҙа уларҙың хеҙмәт емештәрен татлыраҡ итер. Ике һүҙҙе ҡушып яҙа белмәгән аҡсалы байҙар ҙа, 60-70 йәшкә еткәндә ижад ҡомары асылған әбей-һәбей, бабайҙар ҙа, мөмкинлектәренә ҡарап (үҙ аҡсаһынамы, бағыусыларҙы табамы), үҙҙәре, яҡындары өсөн булһа ла сығарһын, әйҙә, башҡорт китабын.
Башҡорт телендә матур итеп яҙылған рекламалар ҙа теге йәки был китапты тиҙерәк ҡулға алып, уҡырға әйҙәп торһон. Иң мөһиме – күп төрлө тауыштарҙан йыйылған ҙур оркестр төҫлө, туған телебеҙҙә нәшер ителгән һутлы әҫәрҙәребеҙ күңелдәребеҙгә рухи ҡәнәғәтлек, илаһи моң, матур тәрбиә орлоҡтарын ғына һалһын.
Ҡырмыҫҡалы районы.