Ижад итәм матурлыҡтан Хыялымдан, күктән...11.05.2018
Ижад итәм матурлыҡтан Хыялымдан, күктән...Ҡурайҙарҙың тыңла моңдарын

Фәнил Фәйез улына бағышлайым.

Болоттарҙы ярып оса бөркөт,
Ҡанатына елдәр тотонған.
Үткер күҙе күҙләй тирә-яҡты,
Урап үтә тәрән упҡындан.

Тау күкрәген ярып сыҡҡан шишмә,
Иркәләптер йыуа ҡаяһын.
Мамыҡ ҡаурыйҙарҙан тау бөркөтө
Ҡаяларға ҡора ояһын.

Болоттарҙы ярып оса бөркөт,
Ел-дауылдар ҡала бер өнһөҙ.
Бөркөттәр бит тауһыҙ була алмаҫ,
Бейек тауҙар булмаҫ бөркөтһөҙ.

Түбәһендә ята төпһөҙ күлдәр,
Иңдәрендә үҫә киң урман.
Быуаттарҙан килә моң-зарҙары
Ҡурайҙарға төшөп һарылған.


Собханалла

Лариса Абдуллинаға.

Мәрйендәрең теҙеп ҡашмауыңа
Көмөш тәңкәләрең таҡҡанһың.
Күкрәксәң бик боронғо һинең,
Әйтсе, һылыу, ҡайһы яҡтан һин?

Был һыныңа килешеп тә тора
Оҙон күлдәк, бала итәгең.
Күн ситегең менән тыпырлатып,
Йөҙөп кенә бейеп китерһең.

Үҙ телеңде һөйөп һөйләшәһең,
Собханалла, күҙҙәр теймәһен.
Үҙең аҫыл, үҙең талантлыһың,
Һине әйтсе, кемдәр һөймәһен?!

Беләҙектәр беләгеңдә парлы,
Балдаҡтарың ҡара-көмөштән.
Толомдарың билдәреңдән түбән,
Йәшел бәрхәт камзул килешкән.

Асылына урап ҡайта, шөкөр,
Кейем биҙәй әҙәм балаһын.
Һаҡлап ҡалығыҙсы, аҫыл ҡыҙҙар,
Бабаларҙың изге йолаһын.


Суйынсы баҙарында...

Ҡырҡтартмасылар килгән,
Затлы тауарҙарын һатҡан.
Суйынсы баҙарҙарында
Кибеттәр булған таштан.

Һөйәк тараҡтар алдыңмы,
Мәйсәрәбаныу туташ?
Даръя һыуҙары аҡҡанда
Сәстәргә бәҫтәр япҡан.

Һыҙылып киткән ҡара ҡаш,
Мәйсәрәбаныу туташ.
Суйын, сүлмәктәре һанһыҙ,
Балсыҡ һыбыҙғылары,
Шәлъяулыҡ, һөлгөләре,
Беләҙек, көмөш алҡа,
Ҡашмау, ҡалпаҡ, таҫмалар,
Пар беләҙектәр унда.
Дебет еп, сәфәфтәре,
Гәрәбә, кершән, һөрмә
Ҡырҡтартмасыларҙа.
Кемдәрең булды юлдаш,
Мәйсәрәбаныу туташ?
Бәрхәт камзул, уймаҡ шәл,
Тула ойоҡтар, галоштар,
Киндер шаршау, тал бишек –
Йәнең ни теләй, шул бар.
Сауҙагәрҙәр, кибетселәр –
Барыһы ҡатнашалар.
Мосафирҙар, сәхәбәләр
Юлсылар, юлаусылар,
Бары ла, бары унда
Суйынсы баҙарында.
Йәкшәмбе көн төрлө яҡтан
Ҡырҡтартмасылар килгән.
Шаулап торған, гөрләп торған
Суйынсы баҙары гелән.
Ата-бабалар йолаһы
Юғалмаған, терелә...
Ҡалпаҡтан, оҙон күлдәктә
Аҫыл ҡыҙҙар күренә...
Даръя һыуҙары аҡҡанда,
Сәстәргә бәҫтәр япҡан.


Кесерткән


Йәш кесерткән үҫеп сыҡты яҙын,
Сағыуынан күптәр һаҡланды.
Янында үҫкән әрекмәнкәй:
“Мин саҡмайым”, — тиеп
маҡтанды.

Бейәләйҙәр кейеп, кесерткәнде
Тамырынан йолҡоп алдылар.
“Ул саға” тип әрләп, асыуланып,
Сүплеккә үк илтеп һалдылар.

Ә иркенләп үҫкән әрекмәнкәй
Төймәләнде көҙөн орлоҡҡа.
Ҡырмаҡығы әгәр күҙгә керһә,
Аҡ һалырын һис тә онотма.

...Кесерткәнгә йырҙар яҙылмаған,
Ашыҡмағыҙ сүпкә атырға.
Беҙҙең быуындарға ҡыуанышып,
Насип булды уны ашарға.

Ҡайтығыҙ


Бөгөлә, һығыла талдар ҙа
Ҡабатлай шишмәнең йырҙарын,
Ят ерҙә, ят илдә йөрөйһөң,
Белмәйһең илкәйҙә моң барын.

Сәфәрҙә булһаң да барыбер,
Йондоҙло вә айлы төндәрҙе.
Атайлы-әсәле, бишекле нигеҙҙе
Һағынмаҫ, әйтегеҙ, кемдәре?

Һыуҙарҙың тәме юҡ, күңелһеҙ,
Күңелдең баҡсаһы алмаһыҙ!
Аҙашҡан ҡаҙ кеүек ҡаңғылдап,
Ят яҡта тилмереп ҡалмағыҙ!

Бала саҡ – хыялдар төйәген
Юҡһынмай, һағынмай ҡайһығыҙ?
Тыуған ер ғәзиздер һеҙгә лә,
Әсәйле өйҙәргә ҡайтығыҙ!

Сабыйҙар гөлдәргә әйләнде...

Самолетта һәләк булған сабыйҙарға...

Күҙ асып, күҙ йомған арала
Белмәйбеҙ нимәләр булырын.
Тәҡдирҙәр ҡыҙғанмай, һыҙламай,
Өҙҙө лә сабыйҙар ғүмерен.

Аяуһыҙ ялманы ут-йәшен,
Береһе түгел танырлыҡ...
Балаһын юғалтҡан әсәгә
Бир, Хоҙай, сыҙамлыҡ, сабырлыҡ.

Эй, ерем! Юғалтыу, юҡһыныу,
Моң-зарҙан, һағыштан үткәнең...
Сабыйҙар кәүҙәһе — көл-күмер,
Нисектәр ҡайғыны күтәрҙең?
Йәндәре күбәләк. Баҫыуҙа
Тотоштан сәскәләр бәйләме.
Бер нәмә юғалмай бит эҙһеҙ —
Кәүҙәләр гөлдәргә әйләнде!

Ижад иттем һине

Ижад иттем һине
Өҫтәй, өҫтәй нурҙар.
Һинең өсөн йөрәгемдә
Тыуа яңы йырҙар.

Ижад итәм матурлыҡтан –
Хыялымдан, күктән.
Һине таныр, табыр өсөн
Йылдар һүтәм күптән...

Мин – Рәссам, хыялланам
Тәбиғәттән алам төҫөн.
Йәшнәйем, йәшәйем, бары һинең,
Бары һинең өсөн.

О, тәбиғәт — һин Рәссам,
Бирәһең һин көсөң.
Ижад итеп йәшәйем мин дә
Бары һинең өсөн.

***
Яраҡлашыу, баш эйеүҙәр,
Хәйлә, мәкер — дуҫ икән.
Ғәйбәт — түрҙә, ә ғәҙеллек
Ахирәттә генә микән?

Ялған менән дөрөҫлөк тә
Бергә йөрөй — аңланым бит.
Дөрөҫлөккә аяҡ салып,
Алдан бара ялғаны бит.

Дөрөҫлөктөң аҡ күлдәген
Билдәле бит, кем ҡаралтҡан.
Динһеҙҙәрҙең вәсвәстәре
Һүҙҙәре ул — ҡара яҡҡан!

Иманһыҙҙан тарала шул
Ғәйбәт менән ҡара ялған.
Таянырға әлдә, шөкөр,
Бар бит, бар бит ғәзиз Аллам.

Сабырлығым тәсбих тарта,
Бисмиллалы тупһа, ишек.
Ҡарлыҡҡансы тырнап өрә,
Ҡырмаулыҡлы меҫкен көсөк.
Эй, ғәйбәтсе...


Дуҫ-иштәрһеҙ нишләрһең?..

Туған кеүек яҡын булһын,
Ғәзиз булһын дуҫ-иштәрең.
Туғандарың юғалтҡанда,
Яңғыҙ ҡалһаң, һин нишләрһең?

Ризыҡтарҙы уртаҡ бүлеп,
Ғүмер һүтә ут күршең.
Сәләм биреп хәлен һораш,
Ике ҡуллап күрешеп һин.

Тупһаң аша кергәндәре
Яҡшы ниәт менән керһен!
Дуҫ-иштәрең килмәй торһа,
Бүләк алып, хәлен бел һин.

Тормош көтөү еңел булыр,
Тоғро булһа дуҫ-иштәрең.
Ҡайғы-шатлыҡ ҡосағында
Дуҫ-иштәрһеҙ һин нишләрһең?..


Нәнәйҙән ҡалған бүләк


Һөйәк тараҡ менән, әсәй,
Аҡ сәстәрең тараның.
Нәнәйемдән ҡалды микән —
Бик боронғо тарағың?

Бүләк булып, әсәйем, һиңә
Ҡалғандыр һөйәк тараҡ.
Сулпылы таҫма үрәйемме,
Оҙон сәсемде тарап.

Уймаҡ шәле башҡайында,
Ҡулында — һөйәк тараҡ.
Әсәйем йота күҙ йәштәрен,
Толомдарыма ҡарап...


Вернуться назад