Ғорурланам, ҡартатай һәм ҡартәсәй!11.05.2018
Бөгөн бөйөк көн – тыуған илебеҙ, беҙҙең өҫтөбөҙҙәге аяҙ күк һәм яҡты киләсәк өсөн йәнен биргән геройҙарҙы иҫкә алыу көнө. Минең ҡартатайым, ҡаһарман һалдат Зәйнәғәбдин Ҡотдосәләм улы Хужабиргәнов һуғыштың тәүге көндәренән аҙағынаса ҡатнашҡан. 2-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәре алып барған ҡаты һуғыштарҙа аяуһыҙ һуғышҡан. Белоруссияға еткәс, ҡаты яраланған һәм пленға төшкән. Ҡартатай һуғыштың михнәттәрен, ҡурҡыныстарын концлагерҙа ла күргән, әммә унан да ҡотолған, фашист тырнағынан ысҡынып һуғышыуын дауам иткән. Батыр һалдат күкрәге тулы орден-миҙалдар менән 1946 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан! Ауылдың иң һылыу ҡыҙы Рауза Ибраһим ҡыҙына өйләнеп, ете малайға һәм өс ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Тик һуғыш яраларынан мандымай, ҡартатай иртә донъя ҡуйған. Рауза Ибраһим ҡыҙы үҙе ун баланы аяҡҡа баҫтырған, ҡулынан һәр эш килер, егәрле, моңло, сәсән телле, йор һүҙле булған, уға “Әсәлек даны” ордены тапшырылған. Ҡартәсәй бәхетле ҡартлыҡта 1994 йылда баҡыйлыҡҡа күскән. Гәзит уҡыусылар иғтибарына уның шиғырҙарының береһен тәҡдим итәм.

Замандаштарыма

Сыр-сыу ҡубып илап ҡалдыҡ
Беҙ дәһшәтле көндәрҙә.
Ҡайыра тешләп икмәк ашаманыҡ,
Беҙ эшләнек ҡара көндәрҙә.

Бураҙналар ярып, һабан һөрөп,
Үтте беҙҙең йәшлек ғүмерҙәр.
Һаулашып та ҡаршы алыр инек,
Ҡайтып килгән булһа һөйгән йәрҙәр.

Ойоҡбаштар бәйләп беҙ ебәрҙек
Ҡайҙа һуғыш, ҡайҙа һыуыҡ ерҙәргә.
Ойоҡбашты кейҙе инде
Ниндәй генә ғәзиз ирҙәр ҙә.

Бик күп йәштәр ятып ҡалды инде,
Күҙ ҡараһылай күргән күҙ нурҙары.
Һәр йыл һайын Еңеү көнө етһә,
Асыла ла йөрәк яраһы!

Дошман ҡулын һуҙа алмаҫ инде,
Әгәр һуҙһа, бар батырҙар.
Беҙҙең кеүек моңһоу йырҙар
Йырламаһын инде балалар.

Данлы һуғышсының йөрәгендә,
Күңелендә ҡалған йәрәхәт.
Хәҙер инде мул тормошта
Әйҙә йәшәгеҙ (э)рәхәт.

Именлектәр теләй әсәң һеҙгә,
Изге төйәктәргә ҡайтырға.
Осҡан ҡоштар кеүек талпынышып
Ҡайтырһығыҙ тыуған яҡтарға!

Әбйәлил районы.


Вернуться назад