Тәрән аҡыл, уй-фекер сағылышы11.05.2018
Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы мәҙәниәт йортонда дүртенсе тапҡыр мөнәжәт башҡарыусыларҙың район конкурсы үтте. Сараға был йәһәттән оҫталығы менән билдәле ағинәйҙәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырылғайны.

Конкурс баштан уҡ йыр-моң тамашаһына әүерелде. Белорет районының Сосновка ҡасабаһынан ағинәйҙәр коллективы үҙ ижад һандығынан мөнәжәттәр тәҡдим итте. Нәфисә Заһретдинова Мәүлит Кәримовтың “Ике замана” шиғырын яңғыратты. Тамашасылар, Әсләм Юлышевтың оҫталығына һоҡланыуын белдереп, гармунсыны дәррәү алҡышланы...
Конкурста ҡатнашыусыларҙың маһирлығын ошо ауылда йәшәгән ижадсы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Ф. Биктимерова, “Ҡуңыр буға” ойошмаһы етәксеһе, шағир, прозаик, драматург М. Кәримов, райондың мәҙәниәт йорто директоры И. Мусин, ундағы методик берләшмә етәксеһе Э. Ноғоманова баһаланы. Конкурс сценарийы авторы – ижад ҡомары һүнмәҫ Фәнүзә Биктимерова.
Сараның шартына ярашлы, сығыштарҙа шағир Мәүлит Ямалетдиновтың аят-сүрәләргә шиғри аңлатма өлгөләре, өгөт-нәсихәттәре яңғырарға тейеш ине. Был талапты үтәү менән бер рәттән, конкурста ҡатнашыусылар үҙе ижад иткән әҫәрҙәрҙе лә башҡарҙы. Мәғлүм ки, мөнәжәттең көйөнә моңлолоҡ, һалмаҡлыҡ хас. Был жанрға тәрән аҡыл, уй-фекер һалынған. Сығыш яһаусылар ошо ҡағиҙәне бар тулылығында үтәргә тырышты. Мәҫәлән, Теләш ауылынан “Зарифа” фольклор ансамбле ағзалары гармун моңо оҙатыуында ғәрәп телендә яттан сүрәләр уҡып, көйләп ҡобайыр башҡарып, жанрға ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирҙе.
Балалар араһында еңеүселәр тип Асҡар музыка мәктәбенән Г. Ильясова, Рысҡужанан И. Мәһәҙиев, Ишҡолдан А. Һаҙыев табылһа, өлкәндәрҙән Ташбулат, Дәүләт, Таштимер, Геологоразведка, “Красная Башкирия” совхозы ауылдары ағинәйҙәре һәм Теләштән “Зарифа” фольклор ансамбле ағзалары алдынғылыҡты бирмәне. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Атауҙынан М. Ғәбитованың, Рысҡужанан З. Мәһәҙиеваның, Асҡарҙан З. Кашапованың, Г. Зәйнуллинаның сығыштары юғары баһаланды. Теремек, киң күңелле, йор һүҙле оло инәйҙәр менән рәттән биш йәшлек Фәтиха Назарованың майҙанға сығыуы байрамға мәртәбә өҫтәне, быуындар бәйләнешенең сағыу өлгөһө булды.


Вернуться назад