Һеҙгә булһынМине тормош сыныҡтырҙы,
Хеҙмәтемдә сәм таптым.
Кисен ултырып яҙырға
Етеле лә шәм таптым.
Миңә шуға ҡәҙерле лә
Ғүмерҙең һәр миҙгеле.
Эй, кешеләр! Һеҙгә булһын
Ҡылған һәр изгелегем.
Күпте кисергәнТамырҙарым Ярлыҡаптан,
Быуаттарға тоташҡан.
Тамъяндар — ҡәрҙәштәрем,
Ишкенәлә — ҡайнар ҡан.
Олатайҙар дәртле булған,
Хистәре ташып торған.
Изге уйлы маҡсаттары
Бойомға ашып торған.
Өләсәйҙәр сер һаҡлаған,
Кис әкиәт һөйләгән.
Табындарҙы моңға күмеп,
“Зөлхизә”не көйләгән.
Өйҙәрендә ҡот та булған,
Һүнмәгән усаҡ уты.
Йәшәгәндәр ғүмер буйы,
Халҡым йолаһын тотоп.
Ана шуға олатайҙар
Монгол-татар яуында,
Баҫҡынсыны илдән ҡыуып,
Тыуған ерҙе ҡурсып ҡалған,
Йылға, күлен, тауын да.
Беҙҙең нәҫел тарих яҙған,
Парижды алған саҡта.
Наполеонды теҙ сүктереп,
Әләмен һалған саҡта.
Бөтә донъя һуғышында
Улар һис һынатмаған.
Германдарҙы үҙ өңөндә
Еңмәйенсә ҡайтмаған.
Бөйөк Ватан һуғышында
Атай ҙа ҡанын түккән.
Сталинградта, Курскиҙа,
Данлы яу юлын үткән.
Ни күрмәгән минең халҡым,
Атай ҙа, олатай ҙа.
Шәғәле Шаҡман тоҡомдары
Һынатмағандар яуҙа.
Тамырҙарым Ярлыҡаптан,
Быуаттарға тоташҡан.
Тамъяндар — ҡәрҙәштәрем,
Ишкенәлә — ҡайнар ҡан.
Күпте күргән ғорур халҡым,
Мәңге йәшә, һиңә дан!
Күрше хаҡы —
Тәңре хаҡыКүрше хаҡы — Тәңре хаҡы,
Күрше хәлен күрше белмәй.
Түшәк тартып ләз ятһаң* да,
(Эсер һыуың бөтмәй тороп,
Тәҡдирҙәрең етмәй тороп),
Сир-зәхмәттән кеше үлмәй.
Ауылдарҙа инде хәҙер
Көпә-көндөҙ ҡапҡа бикле.
Ниңә әҙәм балалары
Үҙ-ара һис һыйышалмай,
Бикләнешеп йәшәй — шикле.
Күрше хаҡы — Тәңре хаҡы,
Беҙ шул хаҡта онотабыҙ:
Мәңгелеккә тыуған кеүек,
Хәл-әхүәл белешмәйбеҙ,
Уй-хистәрҙе бүлешмәйбеҙ.
Йөҙгә бәреп һүҙ әйтәбеҙ,
Бер-беребеҙҙе күҙәтәбеҙ,
Рәнйетәбеҙ, йөҙәтәбеҙ,
Һуңлап хата төҙәтәбеҙ.
Кемгә, ниңә үс тотабыҙ!
Күрше хаҡы — Тәңре хаҡы,
Йәшәйексе, дуҫтар, татыу!
Ике юллыҡтарЮл ырамлы юртаҡ менән,
Юлдаш булма ҡурҡаҡ менән.
***
Оҙон юл талсыҡтырыр,
Оҙон уй ялҡыттырыр.
***
Уңыш йыйыр эшсән ғаилә,
Михнәт тойор эскән ғаилә.
***
Аҡ булһа ла араҡы,
Ҡиммәткә төшә хаҡы.
***
Боҙоҡлоҡҡа бик юҡ,
Тиҫкәрегә ип юҡ.
***
Үткән ғүмер — янып һүнгән күмер.
***
Һалҡын ҡосаҡ — һүнгән усаҡ.
***
Эскән ғаилә — илгә бәлә.
***
Йүнһеҙ ата донъя вата.
***
Бысраҡ һыу — тәнгә ыу.
***
Ватанды һөйөү — атаңды һөйөү.
***
Әсә наҙы — йәнгә һары май.
***
Ата кәңәшен тотҡан — отҡан.
*Ләз ятыу — торалмай, ҡаты сирләп, хәлһеҙ ятыу, ауырыу.