Аманат09.05.2018
АманатБөйөк Ватан һуғышында һәләк
булған ауылдаштарымдың
яҡты иҫтәлегенә арнайым.


Мотаһар буй етеп егет ҡорона инеүгә хеҙмәткә алынды. Улы өсөн борсолған әсәһе:
— Улым, һуғыш йәрәхәте әле һаман төҙәлеп бөтмәгән. Атайың да, бер туған ҡустыһы ла яу ҡырында һәләк булды. Үҙеңде берүк һаҡла, һин – яугир улы, онотма! – тип ҡарағастай үҫеп киткән улының арҡаһынан һөйөп оҙатып ҡалды.
Мотаһар Белоруссияның Минск өлкәһен­дә хеҙмәт итте. Хәрби күнекмәләрҙе улар­ҙың подразделениеһы һәр саҡ бер ауылдан йыраҡ булмаған ерҙә, урман эсендә уҙғарҙы.
Ял ваҡытында һалдаттар эргәһенә йыш ҡына бер ҡарт килеп йөрөр булды. Һуңғы килгәнендә ул Мотаһарҙың янына килеп:
– Һин башҡорт егетеме? – тип һораны.
Был хәлгә, дөрөҫөрәге, көтөлмәгән һорауға аптырап ҡалған Мотаһар:
– Эйе, Башҡортостандан мин, – тип яуап бирҙе.
– Минең исемем – Стефан, милләтем буйынса белорус. Ошо ауылда тыуып үҫтем. – Ҡарт үҙе менән таныштырҙы.
Бер ни аңламаған Мотаһар күҙҙәрен ҙур асып Стефанға һораулы ҡарашын ташланы. Ғәфү итегеҙ, аңламайым, йәнәһе.
– Һуғыш ваҡытында күпте күрелде. Немецтың бомбаһын да, автомат утын да татыныҡ. Ана тегендә яландағы соҡорҙарҙы күрәһеңме? Фашистарҙың бомбаларынан ҡалған, уңалмаған тәрән ер яралары улар. – Стефан ҡарт һөйләүен дауам итте, әҙерәк ярһып та китте шикелле – тамам онотолдо. – Илбаҫарҙар байтаҡ ауылды халҡы менән бергә яндырҙы, эшкә яраҡлы кешеләрҙе ҡоллоҡҡа алды. Тотҡонлоҡтан күптәр әйләнеп ҡайта алманы. Ҡайтҡандары ла ауырыу, ғәрип булды. Минең изге аманатты үтәйһем бар. Улым, мин һине хәҙер бер башҡорт егетенең ҡәберенә алып барам, шунда барыһын да аңларһың. Тик тыуған яғыңа ҡайтҡас, ул ҡаһарман яугир тураһында башҡаларға ла һөйләрһең, – тип урынынан ҡуҙғалды.
Командирынан рөхсәт алып, Мотаһар Стефан ҡарт артынан эйәрҙе.

* * *
– Бөгөнгөләй хәтеремдә. Был һуғыш сыҡҡан йылдың икенсе көҙө ине, – тип хәтер төйөнөн систе ҡарт. – Фашистар Белоруссияға килеп ингәс, тып-тыныс йәшәп ятҡан ауыл халҡының өйҙәрен баҫып алып, үҙҙәренең ҡот осҡос тәртиптәрен урынлаштырып, хакимлыҡ итә башланы. Уларҙың ни ҡыланғандарын белһәң: кешелектең бер әхлаҡи нормаһына ла һыймаҫ! Эскесе, уғры һәм әллә нисә тапҡыр төрмәлә ултырып сыҡҡан Андрейҙы тәүге көндән үк ауылдың старостаһы итеп тәғәйенләнеләр. Уныһы, һатлыҡйән, түрәлекте күкрәген киреп, күркә кеүек ҡабарынып ҡабул итте: ең һыҙғанып фашистарға хеҙмәт итте. Кем коммунист йә алдынғы эшсе булған, кемдең ғаиләһенән партизандар отрядына киткәндәр – ул төҙөп фашистарға тотторған исемлеккә барыһы ла индерелде. Шуға таянып, кешеләрҙең яҡындарын берәмләп сүпләп, көн дә ана тегендә, мәктәп эргәһендә эшләп ҡуйылған дар ағасында аҫтылар. Хатта сабыйҙарҙы ла йәлләмә­неләр, мәлғүндәр. Мәйеттәр аҙналар буйы аҫылған көйө торҙо. Уларҙы алырға рөхсәт итмәнеләр. Берәй­һе: “Ерләргә кәрәк”, – тип һүҙ сығарһа, ундайҙарҙы үлем менән ҡурҡыттылар. Шундай көндәрҙең бере­һендә – төнөн, әлбиттә! – ауылға дүрт егет килде.
Ҡамауҙа ҡалып, партизан отрядына килеп ҡушыл­ған беҙҙең һалдаттар ине улар. Йыш ҡына аҙыҡ-түлек алып китеп йөрөнөләр... Ауылдағылар дошман тураһында шым ғына мәғлүмәт туплап, ошо егеттәр аша партизандарға еткереп торҙо. Шул дүртәүҙең араһында шоморт күҙле, киң мыйыҡлы, мыҡты кәүҙә­ле утыҙ йәштәр самаһындағы лейтенант та бар ине.
...Карателдәр бында киләһе көндә кискә табан, ауылдың эшкә яраҡлы кешеләрен йыйып, колхоз амбарына яптылар. Улар иртәгәһенә иртүк тотҡонлоҡҡа алып кителергә тейеш ине.
Был турала лейтенантҡа хәбәр иттем.
– Стефан, ауылда фрицтар күпме? – тип һораны ул минән, нимәлер тураһында уйлап һәм фекерен төйнәгәндәй итеп.
– Байтаҡ күренәләр, — тинем мин. – Ҡараңғы төшөр алдынан ғына алтмыш­лағаны ҡайҙандыр килеп мәктәпкә тулды. Келәтте лә ҡырмыҫҡа иләүе кеүек һырып алғандар. Ҡарауыллайҙар. Шөрләйҙәр, күрәһең, – тип өҫтәнем.
– Кешеләрҙе дүртебеҙ генә ҡотҡара алырбыҙмы икән?
– О-о, юҡ! Халыҡты ла, үҙегеҙҙе лә һәләк итерһегеҙ, һеҙгә бик яҡшы ҡорал­ланып, көс туплап, таң алдынан һөжүм итергә кәрәктер. Дошман да һеҙҙе был ваҡытта көтмәҫ, моғайын...
Һалдаттар, аҙыҡтарҙы алып, тиҙ генә өйҙән сыҡты. Йәшенеп баҡса буйлап артҡы юлға ыңғайлауға, лейтенант бер төркөм гитлерсыларҙың үҙҙәренә ҡаршы килеүен абайлап ҡалды. Улар араһында фриц һеперткеһе Андрей ҙа бар ине.
Лейтенант үҙен тиҙ ҡулға алды. Партизандарға ҡарап ҡәтғи тонда:
– Егеттәр! Һеҙ ауылдағы хәлде, нисек кенә булмаһын, отрядҡа хәбәр итегеҙ. Беҙ бәләгә тарыған кешеләргә мотлаҡ ярҙам итергә тейеш. Ишетегеҙ! Ҡотҡарырға тейешбеҙ! Ә хәҙер күрше баҡса аша юлға төшөгөҙ. Мин фашистарҙы тотҡарлайым. Был – приказ! – тип бойорҙо.
Яуҙаштары ҡараңғылыҡҡа инеп юғалыуға, лейтенантты шәйләп ҡалған фашистарҙың:
– Русь, сдавайсь! – тип һөрәнләгәне ишетелде. Быға яуап итеп лейтенант ут асты.
Иң беренселәрҙән булып һатлыҡйән Андрей тәкмәсләп китте. Уның эргәһенә, йәмһеҙ тауыштар сығарып, башҡаларҙың да кәүҙәләре ауҙы.
Тик фашистар барыбер күп ине шул: лейтенантты уратып алдылар.
– Тереләй ҡулға алырға! – тип бойорҙо уларҙың офицеры үҙенекеләргә.
— Тереләй? Алырһығыҙ, алмай ни! — Лейтенант билендәге гранатаһын ысҡын­дырҙы. Чекаһын тартып алды ла дош­мандарҙың үҙенә яҡынлашҡанын көттө.
Фриц һалдаты, гранатаны күреп, лейтенантҡа атты. Граната төшөп китте һәм яугирҙең аяҡ аҫтында көслө шартлау яңғыраны.
Батыр егет ергә ауҙы. Уның менән бергә бер нисә немец һалдаты ла ҡоланы. Лейтенант, ни булғанын аңларға теләп, күҙ­ҙәрен асты, ләкин күп һанлы яраларының һыҙлауынан иҫен юғалтты.
Илбаҫарҙарҙың береһе:
– Партизандар, моғайын, өйҙәлер, – тине.
Был һүҙ башҡаларға әмер кеүек яңғыраны. Күмәкләшеп әле генә партизандар сыҡҡан өйгә ташландылар. Араларынан береһе, арттараҡ ҡалып, үлемесле яраланған егеттең күкрәгенә терәп атып ебәрҙе.
Ҡан эскестәр бер аҙ алыҫлашҡас, был хәлде йәшеренеп кенә күҙәтеп торған мин яралы эргәһенә йүгереп килдем һәм шыбыр тиргә, ҡанға батҡан лейтенантҡа эйелдем... Көскә тын алып ятҡан яугир иҫенә килеп:
– М-м-мин Башҡортостандан... Исемем Сабир... Иптәштәрем Сашка тип йөрөттө. Тыуған ауылым... Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел... Сәфәр... — тине лә тынып ҡалды.
Мәкерле дошмандың яныбыҙға яҡынлашҡанын шәйләп, тиҙ генә фажиғә урынынан алыҫҡараҡ боҫтом.
Немец офицеры Сабир эргәһенә килеп:
– Әҙер, большевик көсөгө! – тип мәйеттең маңлайына терәп пистолетынан атты. Ошоларҙың барын күреп торғас, “Йыртҡыстар, хатта үлекте лә мыҫҡыл итәләр”, – тинем әрнеп.
* * *
– Фашистар китеп тауыш-тын аҙыраҡ тынғас, ҡыйыу башҡорт егетен ерләнем... – тип дауам итте хәтирәһен Стефан ҡарт. – Сабирҙы күмер алдынан, документтары юҡмы икән тип, лейтенанттың кеҫәләрен ҡапшап сыҡтым, тик унда тәмәке янсығынан башҡа бер нәмә лә тапманым. Янсыҡҡа “С-ға Ф-нан” тип яҙылғайны... Мотаһар, мин һиңә егерме йыл күңелемде өйкәп торған аманатты тапшырам, — тине лә йәшкелт төҫтәге буҫтауҙан тегелгән янсыҡ­ты егеттең ҡулына тотторҙо. – Бәлки, Сә­фәр ауылындағы Сабирҙың кем икәнлеген асыҡларһың... – тип өҫтәне Стефан ҡарт.
Ҡарт Мотаһарҙы ҡәбер өҫтөнә ҡуйылған һәйкәл эргәһенә алып килде. Егет, “Партизан-лейтенант Сабир” тигән яҙыуҙы уҡып, яҡташы өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе. Ялан сәскәләренән йыйылған гөлләмәне һәйкәлгә һалды.
– Стефан бабай, партизандар ауыл халҡын тотҡонлоҡтан алып ҡала алдымы һуң? – тип һораны Мотаһар, тәрән уйға сумып.
– Таң һыҙылыуға партизан отряды килде. Ҡанлы алыш булды. Ике яҡтан да үлгәндәр күп ине, — тип яуапланы Стефан ҡарт. — Келәткә ябыулы кешеләр барыһы ла иҫән ҡалды.
Тулҡынланған Мотаһар:
– Иҫән-һау ҡайтһам, яҡташымдың нәҫел-ырыуын мотлаҡ эҙләп табасаҡмын, – тине.
Стефан, йөрәгендә йөрөткән изге аманатты тапшыра алғанына шатланып, еңел һуланы һәм һөйләгәндәренә йомғаҡ яһап ҡуйғандай:
– Һәр кемгә үҙ ғүмере ҡәҙерле, әлбиттә. Шулай ҙа башҡорт егете, партизан-лейтенант Сабир ғәзиз йәнен – берҙән-бер байлығын — ватаны өсөн, халҡы өсөн бирҙе! — тине.



Вернуться назад