“Ҡурай”ға — яңы һулыш08.05.2018
XX быуаттың 90-сы йылдары, һис шикһеҙ, башҡорт милләте тарихында үҫеш, яңырыш, күтәрелеш осоро ине. Республикабыҙ, телебеҙҙең статусы нығынды, яңынан-яңы матбуғат баҫмалары нәшер ителде, үҙебеҙҙең айырым телевизион каналдарыбыҙ барлыҡҡа килде. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, студиянан үҫеп сыҡҡан “Тамыр” балалар, “Ҡурай” музыкаль, “Туған тел” телеканалдары, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиостанциялары халҡыбыҙҙы ҡыуандырыуын дауам итә. Был, әлбиттә, оло ҡаҙаныш. Ләкин ваҡыт уҙа тора, алдыбыҙға көтөлмәгән талаптар ҡуя тора. Ошо хәҡиҡәттән сығып, “Ҡурай” телеканалына бәйле шәхси тәҡдимем дә бар.
Билдәле булыуынса, дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү программаһы төбәк Башлығы тарафынан хупланып ҡабул ителде. Уға ярашлы, “Ҡурай” телеканалының эшмәкәрлеге яңы кимәлгә күтәрелһә, күп милләтле республикалағы аҫаба халҡының үҫеше тарихында ҙур бер аҙым яһалыр. Мәҫәлән, ул фәҡәт концерт яҙмаларын ғына күрһәтеп ҡалмайынса, ысын мәғәнәһендә милли-мәҙәни телеканалға әйләнһә ине. Әйтәйек, Ислам донъяһын өйрәнгән ғалимдар, тарихсылар, телселәр, әҙәбиәтселәр, фольклорсылар саҡырылып, башҡорт телендә әңгәмәләр уҙғарылһа, төп йортобоҙ Башҡортостанда йәшәгән башҡорттарға ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙә һәм, хәҙерге технологик мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алғанда, оло илебеҙ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә көн иткән милләттәштәребеҙгә лә оло ҡыуаныс һәм файҙа булырында тамсы ла шигем юҡ. Был мәсьәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышында ҡарарға кәрәктер.
Ҡариҙел районы.