Баш ҡалабыҙҙа Илдар Абдразаҡовтың I Халыҡ-ара музыка фестивале тамамланды. Сара артистың 20 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арналды. Милли симфоник оркестрҙың дирижер пульты артында был кистә Льеждағы Валлония Король опера театрының баш дирижеры Сперанца Скапуччи (Италия) ултырҙы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһенә Илдар Абдразаҡовтан тыш, Мария театры солисы Сергей Скороходов, шулай уҡ Елена Образцованың Халыҡ-ара музыка академияһы солистары Алена Соболевская менән Ғамид Абдулов сыҡты.
Фестивалдең гала-концертына республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та килде. Байрамдың аҙағында ул Илдар Абдразаҡовҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
— Был — ысынлап та лайыҡлы награда, — тине Рөстәм Хәмитов. — Илдар Әмир улы республикабыҙ өсөн бик күп эш башҡара. Һоҡланғыс шәхес, донъялағы иң матур, моңло тауыш. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, беҙҙә шундай шәхестең булыуы менән бәхетлебеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт!
— Артабан да эшләү өсөн этәргес бирҙегеҙ, — тине Илдар Абдразаҡов. — Алға барасаҡбыҙ, башлағанды дауам итәсәкбеҙ.
Төбәк Башлығы шулай уҡ Сергей Скороходовҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелеүе тураһында хәбәр итте.